Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2022, 13:00

ӘСӘ, УҠЫТЫУСЫ, ХӘРБИ...

Уҡытыусылыҡ – иң боронғо, кәрәкле һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе, унһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп тә булмай. Остазлыҡ һәләте бөтәһенә лә бирелмәгән – ундай талантлы, сабыр һәм итәғәтле кешеләр айырым иғтибарға лайыҡ.

ӘСӘ, УҠЫТЫУСЫ, ХӘРБИ...
ӘСӘ, УҠЫТЫУСЫ, ХӘРБИ...

...Яҡташыбыҙ – башланғыс кластар уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Гөлсәсәк Шәрипова Бөйөк Еңеүҙең 10 йыллығын билдәләгән йылда Ҡанаҡай ауылында тыуған. Атаһы Даминдар, 1939 йылда армияға алынып, һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа ебәрелә. Ләкин ул тыуған ауылына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта ала. Яугирҙың күргәндәре – үҙе бер китаплыҡ.

- Генерал Власов армияһында һуғышҡан атайым ҡамауҙа ҡалып пленға эләгә. Латвияла урынлашҡан концлагерҙан бер нисә тапҡыр ҡасҡандан һуң, уны Германиялағы ҡаты режимлыһына ебәрәләр. Тотоҡондарҙы әсирлектән 1944 йылда союздаш ғәскәрҙәр ҡотҡара, - тип һөйләй атаһының үткәндәре тураһында Гөлсәсәк апай.
Комсомол Даминдар ике аҙналыҡ карантиндан һуң яңынан фронтҡа йүнәлтелә. Ул Еңеүҙе Кенегсберг ҡалаһында ҡаршылап, ошонда уҡ тағы бер йыл хеҙмәт итә.

- Атайым менән әсәйем 1946 йылда өйләнешә. Әсәйем Әсмә Алтынхужа ҡыҙы һуғыш йылдарында һәм унан һуң да тракторсы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул алтын миҙал менән наградлана, - тип дауам итә яҡташыбыҙ. – Ҡулы шешеп операция эшләткәндән һуң, ул тракторын ҡалдырырға мәжбүр була. Артабан колхоздың йәшелсә баҡсаһында эшләп ҡаҙаныштар яулай. Колхоз сөгөлдөр үҫтерә башлағас хаҡлы ялға киткәнсе ялан эшендә була. Ҙур уңыштары өсөн бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары күп.

Әсмә һәм Даминдар Шәриповтар ауылдаштарының хәтерендә колхозсы хеҙмәте менән янып йәшәгән, бер көн дә эшһеҙ ултырмаған уңған һәм намыҫлы кешеләр булып иҫтә ҡалған. Улар өсөн эш һәм ғаилә беренсе урында була. Балаларын да хеҙмәт һөйөргә, ярҙамсыл булырға һәм урлашмаҫҡа өйрәтеп тәрбиәләйҙәр.

- Әсәйем: "Эштән, ғаиләнән уңыу – үҙе бәхет" – тип ҡабатларға яратыр ине. Һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә күтәргән кешеләрҙең морале был, - тип иҫкә ала Гөлсәсәк Даминдар ҡыҙы. – Бына ошо ил таянысы булған егәрле ғаиләлә беҙ биш бала тыуып үҫтек. Бер ҡыҙҙары бәләкәй саҡта уҡ мәрхүмә булып ҡала. Ә ҡалған дүртәүебеҙ атай-әсәйҙән үрнәк алып, үҙебеҙ һайлаған эебеҙҙе хаҡлы ялға киткәнсе намаҫлы башҡарҙыҡ. Ишҡәле абызыйым 40 йыл машиналар заводында маҡталып эшләне. Унда йәш өйрәнсектәргә остаз да булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс йыл элек ҡаты ауырыуҙан һуң баҡыйлыҡҡа күсте... Ул юғары квалификациялы токарь булараҡ тик экспорт өсөн эшләй ине. Исеме бер саҡта ла Почет таҡтаһынан төшмәне. Зәйтүнә апайым 35 йыл төҙөлөштә йөрөнө – ябай эшсенән башланы һәм эшен бригадир, технолог вазифаһында дауам итеп, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булды. Иң кесебеҙ – Ишмөхәмәт 45 йылға тракторсы булып эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да яратҡан эшен ҡалдырмай.

Туғандары һәм дуҫтары һөйләүенсә, Ишмөхәмәт Шәриповты эшендә бик хөрмәтләйҙәр. Сөнки ул бөтә төр техниканы үҙләштереп өлгөргән маһир хеҙмәткәр. Ҡышҡы бурандарҙа төн йоҡламай грейдерҙа ҡала урамдарын таҙартыусы кешеләрҙең береһе ул. Төпсөктәре намыҫлы хеҙмәте өсөн күп Маҡтау грамоталарына, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булған.

- Намыҫлы тигәндән, уның менән булған бер ваҡиғаны һөйләп китмәксемен. Ҡустым һум долларҙан ҡиммәт саҡта 4000 меңдән ашыу аҡсаны табып, милиция аша хужаһын эҙләп ҡайтарып бирҙе, - ти Ишмөхәмәт тураһында апаһы.

Гөлсәсәк Шәрипованың үҙенә килгәндә, ул 17 йәштән эшләй башлап хеҙмәт стажын 46 йылға тултыра. 10 класты тамамлағас, йәш ҡыҙҙы Ҡанаҡай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы итеп эшкә алалар. Өс йыл эшләгәндән һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инеп, уны 1981 йылда уңышлы тамамлап Урман-Бишҡаҙаҡ урта мәктәбенә уҡытырға килә. Хөҙер инде уның башланғыс класта уҡытҡан уҡыусылары үҙҙәре пенсия йәшенә яҡынлаша.

- Ундағы уҡытыусылар коллективы йәш, талантлы ине. Бергәләшеп ауыл тормошонда ҡатнашып йәшәнек. Шәмбе көндәре етһә, район ауылдары буйлап сығып, концерттар ҡуя торғайныҡ, - тип иҫкә ала ул был хаҡта. – Шул тиклем белемле һәм оҫта уҡытыусылар эшләне Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә... Зенфир менән Минзәлә, Рәйсә апай менән Нурғәле ағай, Мәрйәм апай менән Альфир ағай, Зөфәр менән Рәйлә, Зөһрә апай менән

Шәһәрйәр ағай, Рәйсә апай менән Абдрахман ағай, Мәрфүғә апай... Улар менән эшләгән йылдарҙы йыш һағынып иҫкә алам. Беҙ бер ҙур ғаилә булып йәшәнек.
1983 йылда район халыҡ мәғарифы бүлеге Гөлсәсәк Даминдар ҡыҙын Ишембай ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернатҡа эшкә күсерә. Тап ошо йылда унда башланғыс кластар асылған була. Йәш уҡытыусы 2 класты алты бала менән башлап ебәрә. Яңы йылдан һуң 2 рус классы асыла. Шулай итеп Гөлсәсәк Шәрипова һәм Венера Абдрахманова шул осорҙа – интернаттың тәүге башланғыс класс уҡытыусылары. Уҡыу йылы аҙағында башҡорт класында тәрбиәләнеүселәр иҫәбе 36-ға етә – унда Башҡортостандың 18 районынан йыйылған балалар уҡый.
- 60-сы йылдарҙа интернатты ойошторған саҡта башланғыс кластар булған. Һуңғараҡ балаларҙы 5 кластан ғына ҡабул итә башлағандар. Был турала мәғлүмәт Владмир Игнатьевтың интернат тарихы тураһындағы китабында бар, - тип асыҡлап үтә Гөлсәсәк апай. - 60-сы йылдарҙа илдә йәтим үҫкән йәки күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар интернатта уҡырға мәжбүр булған. Ауылдарында мәктәп булмағандары ла ошонда килгән. 70-80-се йылдарҙа ла интернатта балалар иҫәбе күп булды. Уларҙың һаны 700-800-гә етә торғайны. Был белем биреү учреждениеһына тәрбиәселәр, уҡытыусылар етмәй ине, сөнки мәктәп-интернат шарттарында бөтәһе лә эшләй алманы. Бындай урында балаларҙы ихлас яратҡан, ваҡыт менән иҫәпләшмәгән кешеләр генә эшләй ала. Хәҙер кластарҙа балалар һаны бик аҙ. Ҡала ерендә иң күбе тигәндә – 15-20 уҡыусы, ауылдарҙа хатта бишкә-алтыға ла тулмай. Ҡайһы бер ауыл мәктәптәрендә бөтәһе 30-40 балаға – 20-нән ашыу хеҙмәткәр. Ә беҙҙең кластарҙа уҡыусылар иҫәбе 40-тан дә кәмерәк булманы. 90-сы йылдарҙа минең генә класта 42 бала уҡыны. Шуларҙың һигеҙе генә – ҡыҙҙар. Класҡа килеп инһәң, иң тәүҙә күҙгә күп баштар ғына салына. Быға шуға ла бындай шарттарҙа эшләргә теләүселәр һирәк булды. Беҙ ул балаларға әсәйҙәрен алыштырырға тейеш инек, сөнки уларҙың күбеһенең хатта каникулда ла ҡайтырға мөмкинлеге юҡ. Бындай белем биреү усағында ваҡыт менән иҫәпләшеп эшләп булмаҫ ине.
Интернатта эшен башлап ебәргән тәүге уҡыусыларын һаман иҫләй Гөлсәсәк Даминдар ҡыҙы. Уларға инде 50 йәш тулып килә – бөтәһе лә тормошта үҙ урынын тапҡан. Бер нисәүһе медицина хеҙмәткәре һөнәрен һайлаған.
- Зильда менән Мөнирә Ишембайҙа уңышлы эшләп йөрөй, кәрәк саҡта ярҙамға килергә әҙерҙәр. Етәксе вазифаларын биләгән уҡыусыларым бар. Шылтыратып хәл белешеп торалар. "Ғаиләлә алаһы ла, ҡолаһы ла була" – тиһәләр ҙә мин барлыҡ тәрбиәләнеүселәремдән ҡәнәғәтмен. Ата-әсә наҙын күрмәй үҫеп, бөтә 10 йыл ғүмерен интернатта үткәргән, әлегә мәлдә Өфөлә ҙур урын биләгән бер уҡыусым уҙған йыл мине интернет селтәрендә эҙләп тапты, - тигән ҡыуанысы менән ихлас уртаҡлаша уҡытыусы. – Интернат – ул ҙур бер ғаилә. Бында бөтәһе лә бер-береһен, кемдең нимә эшләгәнен яҡшы белә; юғары класс уҡыусылары бәләкәйҙәрен ҡарашырға, тәрбиәләргә ярҙам итә. Башҡа мәктәптәрҙә бындай күренеш юҡ... Элегерәк, башланғыс белем өс йыллыҡ булғанда, юғары класта уҡып йөрөгән уҡыусыларым миңә төрлө саралар үткәрергә, дәрес әҙерләшергә ярҙам итәләр ине. Әлифба байрамдарына, Яңы йыл иртәлектәренә әҙерләнгәндә көн дә янымда булдылар. Әлеге заманда ла класс етәкселәре башланғыс һәм юғары класс уҡыусылары менән ошо бәйләнеште өҙмәһен ине, тигән теләктә ҡалам.

Әйтергә кәрәк, Гөлсәсәк Шәрипова интернатта эшләгән йылдарында биш башланғыс класс сығара. Унда уҡыған балаларҙың һәр береһен һаман иҫләйем, ти уҡытыусы. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең төп эшенән тыш, башҡорт кластарында йыр дәрестәре лә алып бара. "Баян күтәреп өс этаж буйлап йүгереп йөрөй торғайны" – тип иҫкә ала уның уҡыусылары.

Ул саҡтарҙә 20 башҡорт һәм рус кластары паралллель уҡыған була. Балалар интернат ятағында тәүлек әйләнәһенә йәшәгәс, төрлө саралар йыш үткәрелмәйенсә ҡалмай. Әлбиттә, музыка кәрәк! Улар бөтә байрамдарҙы рус класында уҡытҡан Владимир Георгиевич менән бергә үткәрә. Бынан тыш, Гөлсәсәк апайҙы асыҡ дәрестәргә йыш саҡыралар. Мәктәптең фольклор түңәрәген дә етәкләгән була ул. Ҡала күләмендә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай – беренсе, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә дипломдар менән бүләкләнә.

- Ә инде уҡытыусылар менән ниндәй генә саралар ойоштормай инек. Коллективта 60-тан ашыу кеше ине. Үҙэшмәкәр коллективтар конкурсында беҙҙең хор, вокал, бейеү ансамблдәре уңышлы сығыш яһай барҙы. 80-се йылдар аҙағында һәр кварталда тиерлек агитбригадалар сығышы өсөн сәхнәләр һәм эскәмйәләр бар ине. Байрамдарҙа мин балаларҙы шунда концерт номерҙары менән сығыш яһарға алып бара торғайным. Бына ниндәй илһөйәрлек тәрбиәһе булған! Беренсенән, төрлө район ауылдарынан йыйылған интернат балалары йәмғиәттә үҙҙәрен дөрөҫ тоторға өйрәнгән, икенсенән, ил өсөн мөһим байрамдарҙан, ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмаған, - уҡытыусының был һүҙҙәре ысынлап та уйға һалырлыҡ.

Һеҙ иҫләйһегеҙ – үҙгәртеп ҡороуҙар осорона тиклем илһөйәрлек тәрбиәһе һәр саҡ юғары кимәлдә булды. Мәҫәлән, шул осор быуындың Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы кимәле беҙҙең балаларға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ.

- Миңә йыш "Әйҙәгеҙ әле, егеттәр!" конкурсында йыш баһалама ағзаһы булырға тура килде. Хәҙер Бөйөк Ватан һуғышының ҡасан башланғанын да белмәйҙәр – был мине ҙур борсоуға һалды. Тыуған илгә һөйөү, тәрбиәләү бала бишектә ятҡанда уҡ сәңгелдәк йырынан башлана, ә бөгөнгө көн әсәйҙәре үҙҙәре үк телефондан айырыла алмай, - тигән борсолоуын белдерә Гөлсәсәк апай. – Тимәк, уҡытыусыларға һәм класс етәкселәренә ваҡытында ата-әсәләр менән дә эшләү мөһим. Балалар менән диспуттар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу, экскурсияларға һәм музейҙарға йөрөү уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятмаҫ тиһегеҙме?.. – тип әңгәмәне дауам итә яҡташыбыҙ. – Бер үк аҡыл өйрәтә тимәгеҙ... Беҙҙең быуын уҡытыусылары, эш хаҡы түбөн булыуға ҡарамаҫтан, бар көскә тырышып эшләне, үҙ асылына тоғро ҡалды... Үҙебеҙҙе лә шундай уҡытыусылар уҡытты. Ҡартайһаҡ та оноторлоҡ түгел уларҙы... Минең тәүге уҡытыусыларым – Хайрат һәм Зәйтүнә апалар. Уҡырға-яҙырға ғына түгел, йырларға-бейергә, ғөмүмән, моңға ғашиҡ булырға һәм туған еребеҙ менән ғорурланырға өйрәтте улар. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләнеләр. Шул уҡ ваҡытта улар агитатор инеләр – аҙна һайын үҙ урамында йәшәүсе халыҡты йыйып, илдә, республикала һәм колхозда барған яңылыҡтар менән таныштырҙы.

30 йыл эшләү дәүерендә интернат Гөлсәсәк Даминдар ҡыҙының икенсе йортона әйләнә. Балалар киҙеү менән күмәк ауырығанда белем биреү учреждениеһын карантинға ла япҡандар. Уларҙың күптәре – алыҫ райондарҙан, өйҙәренә ҡайта алмайҙар. Гөлсәсәк апай көн оҙонона балалар янында, ҡайһы саҡта шунда ҡунырға ла ҡала. Өйҙән төрлө ҡайнатмалар, үлән сәйҙәре һәм дарыуҙар килтереп, уҡыусыларҙы тәрбиәләй. Шунан үҙе ауырып китә, ләкин дауаланырға көн алмай, балаларҙы үҙҙәрен генә ҡалдырырға йәл. Бер саҡ интернат фельдшеры Ирина Егоровна был хәлгә түҙмәй, директорға барып әйтә һәм балаларҙы ҡурсалаусы уҡытыусы өйөнә ҡайтып китергә мәжбүр була.

- Иҫләйем, "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы башланған йылда үк мәктәп директоры Салауат Хәйбуллин кәңәше менән бәйгелә ҡатнаштым. Унда асыҡ дәрестәрҙең береһен – үҙ класымда, икенсеһен башҡа мәктәптә үткәрергә кәрәк ине. Кластан тыш сараны ла, дәрестәрҙе лә юғары баһаланылар, Маҡтау грамоталарына лайыҡ булдым, - тип иҫләй үҙ ҡаҙаныштары тураһында яҡташыбыҙ. – 1990 йылда Элькониндың, Давыдовтың "Үҫештереүсе методика"һы буйынса экспременталь программаға ҡушылдым. Республиканың алты районында ошо проект буйынса башланғыс класс уҡытыусыларына лекциялар уҡып, асыҡ дәрестәр күрһәттем. 1992 йылда хеҙмәтемде баһалап, "РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы" тигән исем бирҙеләр. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт АССР-ы мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләндем.

1997 йылда ҡаланың 1-се мәктәп-интернат нигеҙендә Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы ойошторола. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова махсус йүнәлешле кафедра тамамлағандан һуң, хәрби билетлы белгес булараҡ ошо белем учреждениеһында эшкә ҡалдырыла. Уның тәрбиәһенә 5 класс уҡыусылары тапшырыла. Шулай итеп хәрби форма кейгән 11-12 йәшлек балалар менән ул үҙе лә хәрби тормошҡа яраҡлаша башлай. Бергәләп хәрби устав ятлайҙар, стройҙа йөрөргә һәм командаларҙы үтәргә өйрәнәләр.

- Кадет мәктәбенең беренсе командиры Фәнүр Миһранов беҙҙән бер йыл эсендә ысын взвод командиры яһаны. Был уҡыу йортонда эш еңелдән булмаһа ла, ул ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс ине. Кемдәр генә бала саҡтан хәрби кеше булырға һәм форма кейергә хыялланманы икән? Миңә лә, 50 йәшкә етеп килеүгә ҡарамаҫтан, хәрби формала йөрөү һәм ошо тормош менән йәшәү бик оҡшай торғайны, - тигән тәьҫораттары менән уртаҡлаша тәрбиәсе.- Май аҙаҡтарында Йөрәктауға хәрби ялан йыйылыштарына бара торғайныҡ. Бына ошонда инде – ысын һалдаттарса тормош! Стройҙа йөрөү, тактика һәм медицина буйынса махсуслаштырылған әҙерлекәтр – быларҙың барыһын да үтәнек. Төрлө типтағы окоптар ҡаҙыу, оборона тотоу, атакаға барыу, йылға ҡаршылыҡтарын үтеү һәм төрлө ҙурлыҡтағы һалдарҙы эшләү... Химик, бактеорологик ҡоралдарға ҡаршы әҙерлек дәрестәре лә үткәрелә ине. Противогаз кейеп йүгереү, танкка, пехотаға ҡаршы ҡуйылған миналарҙы эҙләү йәки, киреһенсә, уларға "битлек" ҡороу, ориентирлау буйынса күнекмәләр үтәү... Әлбиттә, балалар өсөн был еңел түгел, ләкин хәрби тормошто һайлағанһың икән, мыжый алмайһың. Телеңде арҡыры тешләрлек арыһаң да, хәрби бурысыңды үтәргә кәрәк! Ә кистәрен усаҡ янында гитара моңона ҡушылып йырлау һәм көндәлек тормоштағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөү – үҙе бер ғүмер...

2011 йылда Гөлсәсәк Даминдар ҡыҙының взводы 11 класты тамамлай. Ундағы 29 үҫмерҙән тик өсәүһе генә ҡыҙҙар була. Кадеттарҙың күбеһе БДИ-ны уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға уҡырға инә. Тәрбиәләнеүселәрҙең, айырыуса, Рязань, Төмән, Санкт-Петербург һәм Екатеринбург кеүек ҡалаларҙа урынлашҡан юғары хәрби йорттарында уҡып сыҡҡандары ҡыуандыра. Армияла хеҙмәт итеп, контракт буйынса ҡалғандары ла бар.

- Кадеттарҙың күбеһе ғаилә ҡорҙо. Рәхмәт, онотмайҙар – шылтыратып хәл белешәләр, ҡунаҡҡа килеп китәләр. Ҡышын ҡаты ауырып дауаханала ятырға тура килде. Шул саҡта, ярҙам кәрәкмәйме, аҡса ебәрәйекме, тип шылтыратыусылар булды. Улар яғынан шундай иғтибар күреү – минең өсөн ҙур шатлыҡ! Тимәк хеҙмәтемдең баһаһы, һөҙөмтәһе күренеп тора... – ти Гөлсәсәк апай кадеттарын һағынып. – Йәй көндәре отпуск ваҡыты етһә, мин уларҙы үҙ балаларымды көткән һымаҡ көтә башлайым. Онотмайҙар, килеп торалар. Теге егеттәргә биргеһеҙ өс ҡыҙҙың береһе – Санкт-Петербургта хәүефһеҙлек хеҙмәте начальнигы, икенсеһе Өфөлә ҙур вазифа биләй, өсөнсөһө үҙ эшен асты. Улар менән ғорурланмайынса булмай. Миңә килһәләр, иҙән дә йыуалар, ашарға ла бешерәләр, кәңәш тә һорайҙар... Бына быйыл да килеп киттеләр, ә уларҙың мәктәпте бөтөргәненә – 11 йыл.

Уҡытыусы, тәрбиәсе Гөлсәсәк Шәрипова хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң, бер нисә йыл эшләй. Шул уҡ ваҡытта улы Рөстәмдең ярҙамы менән ауылда йорт төҙөй, 40 йыллыҡ педагогик стажы менән шунда йәшәргә ҡайта. 20 йыл әсәһе менән йәшәй ул.

- Рәхмәт, әсәйем ғүмер буйы ныҡлы таяныс булды. Улым, ышаныслы терәгем, оҙаҡ йылдар себер тарафтарында эшләне. Альбина киленем менән матур итеп донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Рөстәмдең ҡатыны – медицина хеҙмәткәре, аҡыллы һәм уңған кеше. Уға тәрбиә биргән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыма рәхмәтлемен, - тигән һүҙҙәрен еткерә яҡындарына Гөлсәсәк даминдар ҡыҙы. – Ауылға ҡайтыу менән бөтә сараларҙа ҡатнаша башланым. Ишәй ауыл Советы хакимиәте башлығы мәҙәниәт клубҡа эшкә саҡырғас, уның тәҡдименән баш тартманым. Алты йыл художество етәксеһе булып эшләнем. Әле лә йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмайым – шулай тулы тормош менән йәшәйем.

ӘСӘ, УҠЫТЫУСЫ, ХӘРБИ...
ӘСӘ, УҠЫТЫУСЫ, ХӘРБИ...
ӘСӘ, УҠЫТЫУСЫ, ХӘРБИ...
ӘСӘ, УҠЫТЫУСЫ, ХӘРБИ...
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: