Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2022, 14:00

Туғандар осрашты

.

Туғандар осрашты
Туғандар осрашты

Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк,

Еләктән ҡайтып киләм.

Ер еләге нисек тәмле,

Һеҙҙе лә шулай hөйәм, -

тип йырҙа йырланғанса Хажы ауылында Салауатовтар нәҫеленең осрашыуы уҙҙы.

Зөлхизә айының йома - 30-сы көнө бөтөп, иртәгә Мөхәррәм айы - Һижри буйынса яңы 1444 йыл башланғанда алыҫ ерҙе яҡынайтып, Магнитогорск ҡалаһынан Ғәбделхай бабайҙың ейәне Рим Сирғалин ғаиләһе, әсәһе менән тыуған яҡтарына - Хажы ауылына ҡайтты. Шул уңайҙан Зилә һеңлекәш менән Рифат кейәү Фәйезовтар Кәрим Салауатовтың нәҫелен осрашыуға йыйҙы. Үкенескә күрә, Кәрим олатайҙың балалары: Зиннәтулла, Хөсниямал, Йәлил, Хайрамал, Ғәбделхәй, Зөлхизә, Мөъминә - барыһы ла баҡыйлыҡҡа күскән.

Осрашыу Ҡарағайлы тауы итәгендә сылтырап ағып ятҡан кесе ҡойо эргәһендә уҙҙы. Оҙаҡ йылдар күрешмәгән туғандар өсөн был осрашыу айырыуса тулҡынландырғыс ине. Иң тәүҙә ошо ерҙә тыуып-үҫеп, өлгөлө тормош көтөп, тыуған тупраҡта ерләнгән ата-бабаларҙың изге рухына Гөлсирә инәй Хәкимова аят уҡыны. Йыйылышҡан туғандар иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң һәр береһе үҙе тураһында һөйләп, күңелле, иҫтәлекле мәлдәрҙе хәтерләнек. Туғандарҙың һәр береһе күстәнәстәре менән мул табынды тағы ла байытты. Ҡарағайлы тауы итәгендә шулай ҙур табын ойошторҙоҡ, тирә-яҡҡа йыр-моң яңғырап торҙо. Бигерәк тә Рафиҡ Салауатовҡа етеүсе булманы. Балалар ҙа уйнап күңел астылар. Уларҙы ла туғанлыҡты танып, тәртипле, иманлы булып үҫергә өндәнек. Зилә менән Рифатҡа туғандарҙы бергә йыйғандары өсөн рәхмәттәр әйтелде. Айырыуса Рим ҡустыға әсәһен һәм туғандарын бергә йыйып алып килгәне өсөн ҙур рәхмәт. Ул Салауатовтар нәҫеле шәжәрәһен дә төҙөп бара икән. Барлыҡ туғандарҙың да иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәүҙәрен теләп, киләһе йылдарҙа ла осрашып, балаларҙың да балаларын күрешеүгә килтерергә тип таралыштыҡ.

Автор:Риф САЛАУАТОВ. Хажы ауылы.
Читайте нас: