Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август , 10:00

Белеп ҡулланһаң - дарыу...

Шифалы үләндәрҙе яраштырып, белеп ҡулланғанда, ҡан тамырҙарын нығытып була, ти белгестәр. Уларҙы бигерәк тә шәкәр диабеты менән сирләгәндәргә, көсөргәнешле хәлдән һуң баш ауыртыу менән яфаланғандарға ҡулланыу файҙалы.

Белеп ҡулланһаң - дарыу...
Белеп ҡулланһаң - дарыу...

Дауаланыу маҡсатында бер күләмдә арыҫлан ҡойроғо (пустырник), һары мәтрүшкә, бесәй үләне (валериан) тамыры һәм мелисса кәрәк. Уларҙың һәр береһен икешәр ҡалаҡ алып, өҫтөнә 300 миллилитр ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ярты сәғәттән һуң һөҙәбеҙ. Был шифалы төнәтмәне бер эскәндә 100 миллилитрлап көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә кәрәк. Дауаланыу ваҡыты - бер аҙна.

Арыҫлан ҡойроғо ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуын бөтөрә, нервы системаһын тынысландыра, йөрәк тибешен нормаға һала, ҡан баҫымын һәм холестерин кимәлен төшөрә.

Һары мәтрүшкә зарарланған туҡымаларҙы тергеҙә, йоҡоно көйгә һала, мелисса менән бергә нервыны тынысландыра.

Бесәй үләне тамыры нервы системаһы ҡуҙғығанда, стресс арҡылы уның эшмәкәрлеге боҙолғанда, йоҡо ҡасҡанда, ҡан тамырҙары ҡыҫылғанда, ҡан баҫымы юғары булғанда, баш ауыртҡанда уңышлы ҡулланыла ала.

Мелисса ла тынысландырыусы көскә эйә, ауыртыуҙы баҫыусы, дөйөм йөрәк-ҡан системаһының эшен, йоҡоно яйға һалыусы булараҡ та ыңғай һөҙөмтәле дарыу үләне ул.

 


Фото: spravki1.ru

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в