Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август , 10:00

Буласаҡ һалдаттарға ихтыяр көсө кәрәк

2 августа Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән егеттәр элек-электән батырлыҡ һәм ышаныслылыҡ өлгөһө булып тора.

Буласаҡ һалдаттарға ихтыяр көсө кәрәк
Буласаҡ һалдаттарға ихтыяр көсө кәрәк

Элиталы ғәскәрҙәргә алыныу һәм унда хеҙмәт итеү – буласаҡ һалдаттар өсөн әле лә ҙур хыял. Байрамдары уңайынан яҡташыбыҙ, хәрби хәрәкәттәр ветераны, “Яугир” союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Айҙар Мөлөков тураһында мәҡәлә районыбыҙҙа йәшәүсе десантсылар һәм буласаҡ һалдаттар өсөн дә фәһемле булыр, тип уйлайбыҙ.

Ул бала саҡтан десантсы булырға хыяллана. Әрмегә барыр алдынан райондың хәрби комиссариатында һауа-десант ғәскәрҙәренә тәғәйенләүҙәрен әйткәс, бик шатлана. Унда эләгеү өсөн физик яҡтан һаусәләмәт булыу мотлаҡ. Егет Ишембай ҡалаһының 2-се мәктәбен уңышлы тамамлап, 1999 йылда әрме хеҙмәтенә алына. Ул Ставрополь ҡалаһының 247-се гвардия десант һөжүм полкына эләгә. Курстарҙа парашют системаһының тактиктехника характеристикаларын өйрәнә. Көн тәртибенә килгәндә, һәр иртә һауа шарттарына ҡарамай, асыҡ һауала йүгереүҙән башлана. Хеҙмәт итеү дәүерендә һалдат ике тапҡыр парашюттан һикерә.

Артабан йәш десантсы Чечняға “ҡыҙыу нөктә”гә ебәрелә. Ул ваҡытта Айҙар  Мөлөковҡа Чечен Республикаһының утлы ғәрәсәтенә эләгәсәге хаҡындағы уй башына ла инеп сыҡмағандыр, моғайын. Әммә тәүге айҙарҙан уҡ ҡулына ҡорал алырға, көтөлмәгән һөжүмгә нисек яуап бирергә кәрәклеге хаҡында өйрәтеүҙәренә ҡарап, бала саҡ иле менән хушлашып та өлгөрмәгән егет үҙенең яуға ингәнен тойғандыр. Ундағы хеҙмәт итеү дәүере тураһында һөйләргә яратмай Айҙар Мәүләүи улы. Ҡаһарманлығы һәм батырлығы, махсус операциялар барышында именлекте тәьмин иткәне өсөн десантсы “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.

Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, егет Ишембай янғын һағы часында 20 йыл хеҙмәт итә. Әлеге көндә ул “Привалов” крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй. Тормош иптәше менән ике ул үҫтерә. Өлкәне Марат быйыл Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А. В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусын тамамлаған, Ремир 2-се класҡа уҡырға бара. Мөлөковтар улдарының да ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәр, тип ышана.

- Айҙар Мәүләүи улы, әрмелә хеҙмәт итеү йылдары нисек үтте, оҡшанымы?

- Әлбиттә, оҡшаны. Хәрби хеҙмәттә яңы дуҫтар таптым, был ысын һалдаттарса дуҫлыҡ. Улар менән ғүмер буйына аралашып торорға һүҙ ҡуйыштыҡ. Әрме йылдары тормош юлында ла бик кәрәкле булды.

- Байрамығыҙҙы нисек билдәләйәсәкһегеҙ? Буласаҡ һалдаттарға теләктәрегеҙ.

- Хеҙмәттәштәрем, өлкән десантсылар менән осрашасаҡбыҙ, аралашасаҡбыҙ. Буласаҡ һалдаттарға үҙҙәрендә ихтыяр көсө, эш һөйөүсәнлек, ҡыйыулыҡ һәм яуаплылыҡ
тәрбиәләргә кәңәш итәм. Бер йыл тиҙ генә үтеп китә, хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, тип әйтер инем.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в