Ғорурланырға урын бар. Салауат Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү осоронда полк командиры исеменән хәрби һәм сәйәси әҙерлектәге уңыштары өсөн почет грамотаһы һәм автомобиль хеҙмәте начальнигы ҡулынан яҡшы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Салауат Нияз улы бәләкәйҙән спорт менән дуҫ була. Һәр яҡлап та тырыш егет Ишембай ҡалаһының 2-се мәктәбен тамамлап, Ишембай нефть колледжында быраулаусы һөнәрен үҙләштерә. Аҙаҡ үҙ теләге менән әрме сафына алына.
Салауат Мырҙағәлин Псков ҡалаһының 237-се гвардиялы десант-һөжүм итеү Ҡыҙыл Байраҡлы Торунь полкына һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә. Күнекмәләр осоронда йәш яугир курсын үтә, стройҙа йөрөү, атыу, парашюттан һикерергә өйрәнә. Присяга ҡабул иткәс, ремонт ротаһына водитель-мастер булып күсерелә. Алдынғы хеҙмәте һәм юғары әҙерлеге өсөн Салауатҡа ефрейтер званиеһы бирелә. Һалдат ике тапҡыр парашюттан һикергән. Теүәл бер ай элек кенә әрменән тыуған ҡалаһына ҡайтыуына ҡарамаҫтан, егет ситтән тороп Һамар дәүләт техник университетына уҡырға ингән, Нефтеюганск ҡалаһына быраулаусы булып эшкә урынлашҡан.
- Һауа-десант ғәскәрҙәре – ул, һис шикһеҙ, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең элитаһы. Тап ошо төр ғәскәргә эләгеүем менән мин ғорурмын. Әрме хеҙмәте ысын ир-егет өсөн мотлаҡ кәрәк. Ул кешене ҡыйыулыҡҡа, үҙ аллы фекерләүгә, тормошта дөрөҫ юл табырға өйрәтә, - ти Салауат Нияз улы.