Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль , 13:00

Йәшәү йәмле бергә булғанда

Ғаилә ни тиклем татыу, берҙәм булһа, йылылығы ла шул тиклем ныҡлыраҡ, дәүләтебеҙ ҙә көслөрәк була. Ошондай ғаиләләрҙең береһе - Ғәни һәм Йәмилә Йосоповтар Ҡолғона ауылында йәшәй.

Йәшәү йәмле бергә булғанда
Йәшәү йәмле бергә булғанда

Ғаилә башлығы Ғәни Минеғәли улы Йосопов 1951 йылдың апрелендә Ҡолғона ауылында күп балалы уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә. 1958-1966 йылдарҙа ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Маҡар урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. 1972-1978 йылдарҙа башҡорт дәүләт медицина институтында белем ала. Йәш белгес хеҙмәт юлын Мәләүез үҙәк район дауаханаһында башлай. Ул1979-1989 йылдарҙа бүлек мөдире, баш табип вазифаларын башҡара. Тормош иптәше Йәмилә Тимерғәле ҡыҙы ла Ҡолғона һылыуы. Уның да балалыҡ һәм үҫмер йылдары ошо ауылда үтә. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң уҡыуын Маҡар урта мәктәбендә дауам итә, артабан Өфөлә медицина училищеһын тамамлай. 1972 йылда йәштәр өйләнешеп,
ғаилә ҡороп ебәрәләр.

Мәктәптә уҡыған йылдарҙа Ғәни менән Йәмилә йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр: үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнашалар, мәктәптәге балалар кино-театрын, ҡурсаҡ театрын ойошторалар, улар - разрядлы спортсылар. 1969-2010 йылдарҙа Йосоповтар ғаиләһе Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәй, эшләй. Тыуған яҡтарынан алыҫта йәшәһәләр ҙә туған телдәрен, моңдарын онотмайҙар, яҡташтары менән бергәләп башҡорттатар ойошмаһын төҙөйҙәр, “Шатлыҡ” ансамблен ойошторалар, “Ватан” дини ойошмаһына нигеҙ һалалар, мәсет төҙөүҙә әүҙем ҡатнашалар. Ғәни ҙә, Йәмилә лә - юғары квалификациялы белгестәр, хеҙмәт ветерандары. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының маҡтау грамоталары менән бүләкләнгәндәр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Йосоповтар тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнәләр. Быйыл уларҙың тормош ҡороп йәшәүҙәренә лә 50 йыл тула.

- Тормошобоҙҙан бик ҡәнәғәтбеҙ. Эшебеҙҙә лә уңышҡа өлгәштек, бына тигән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек, уларға юғары белем бирҙек. Бөгөнгө көндә улдарыбыҙ ғаилә ҡороп үҙаллы йәшәйҙәр. Туғыҙ ейән-ейәнсәргә, ике бүләбеҙгә олатайөләсәйбеҙ. Ошо - иң ҙур бәхет, - тиҙәр Йәмилә һәм Ғәни Йосоповтар ғорурланып.

Һәр берегеҙҙең ғаиләһенә татыулыҡ, тоғролоҡ, мөхәббәт теләйбеҙ, һәр эшегеҙ уңышлы, киләсәк көндәрегеҙ яҡты булһын!

 

Фото ғаилә архивынан

Автор:Миңнур ҒҮМӘРОВА. Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в