Йәмғиәт
7 Июля 2022, 06:30

Һыу хужаһыҙ булалмай

Бөгөн ауыл биләмәләрендә үҙәкләштерелгән селтәр булған хәлдә лә һыу мәсьәләһе киҫкен тора – был хәл үткәргестәрҙең иҫкереүе, эшлектән сығыуы менән дә ҡатмарлаша бара. Әлбиттә, файҙаланыуға яраҡлы булмаған торбаларҙы яңылары менән алыштырыу ихтыяжы ҙур сығымдар талап итә.

Һыу хужаһыҙ булалмайҺыу хужаһыҙ булалмай
Һыу хужаһыҙ булалмай

Проблеманы асыҡлауға килгәндә, шуны аңлау мөһим: ниндәй генә инженерия системаһы булмаһын – һыу, газ, электр, канализация селтәрҙәре – бөгөнгө шарттарҙа улар хужаһыҙ була алмай. Бер һүҙ менән әйткәндә, был өлкәне хеҙмәтләндереүсе ойошманың булыуы мотлаҡ, юғиһә, ул 3-4 йыл эсендә эшлектән сығасаҡ.
Ошо көндәрҙә Ишәй ауылы халҡы республика етәксеһе Радий Хәбировтың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә һыу селтәрҙәренә ҡағылышлы һорау менән мөрәжәғәт итте.
- Беҙ Ишәй ауылы, Йәштәр урамында йәшәйбеҙ. Торбаларҙың тишелеүенә инде ике ай булды, һыу йорттарҙы, баҡсаларҙы баҫа, - тип яҙҙы Радий Фәрит улының сәхифәһендә ауылдаштарҙың береһе, Әлфиә Хисаметдинова. – Урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итеү һөҙөмтәләр бирмәне, тейешле шарттар күрелмәне.
Шул уҡ ваҡытта Урал урамы, 44-се, 46-сы, 47-се, 49-сы йорттар адресы буйынса йәшәүселәр ҙә үҙ проблемаһы менән уртаҡлашып үтте.
- Ошо йорттарҙың киҫелешендә һыу торбалары тишелеү арҡаһында асфальт ҡатламы емерелеп төштө. Шул ваҡыттан өс ай үтте, беҙҙең мөрәжәғәт иғтибарһыҙ ҡалды, - тине Әнисә Сәғәҙәтова.
Лилиә Сөләймәнова Үҙәнбаевтар урамында колонка боҙолоуы тураһында белдертеп яҙҙы – һыу урам буйлап аға, әлбиттә, унда йыйылған ҙур күләүектән асфальт та зыян күрә.
Ишәй ауыл Советы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, 2021 йылда һыу селтәрҙәрен хеҙмәтләндерәсәк идара итеүсе компанияны һайлау буйынса аукцион үткән. Һөҙөмтәлә ошо процесҡа ярашлы, Ишәй ауылы халҡы идара итеүсе компания менән хеҙмәтләндереүгә һәм тариф буйынса түләүгә килешеү төҙөргә тейеш ине. (Аңлатып үтергә кәрәк, был осраҡта ойошма халыҡтан йыйылған аҡсаға һыу үткәргестәрен ремонтларға бурыслы). Ләкин, билдәле булыуынса, ишәйҙәр халыҡ йыйылышында идара итеүсе Ырымбур ойошмаһының хеҙмәтләндереүенән баш тарта. Ауыл әүҙемселәре идара итеүсе компанияны үҙҙәре ойошторорға теләк белдерә.
Яңы компания менән контракт төҙөү өсөн элеккеһе менән килешеүҙе өҙөргә кәрәк була. Ә яңынан һайланған ойошма һыу үткәргестәрҙе уның менән килешеү төҙөлгәндән һуң һәм түләү ваҡытында башҡарылғанда ғына хеҙмәтләндерә ала. Ауылдаштарға был хаҡта халыҡ йыйылышында кәңәшләшеп килешергә һәм яңы идара итеүсе компания менән контракт төҙөргә тәҡдим ителә.
Һөҙөмтәлә, һыу селтәрҙәрен ремонтлауҙы идара итеүсе компанияны ойошторорға теләк белдергән әүҙемселәр ауыл старостаһы менән берлектә башҡарҙы. Улар ошо эште артабан да алып барырға әҙер, тик ауыл халҡы һыу селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүгә түләүҙе ваҡытында үтәргә тейеш.
- Торбаларҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан ауылдаштарға – Ринат Ибраһимовҡа, Әнүр Йәнбирҙинға, Рафаэль Йомағужинға, Рәмил Яхинға һәм Әнүр Тимерәшевкә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - ти Ишәй ауылы халҡы.

 

Фото: Башинформ

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас