

Ҡәҙерле дуҫтар!
Йәш ишембайҙар!
Һеҙҙе йәшлек һәм оптимизм байрамы – Йәштәр көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Йәшлек һәр кемдең тормошонда була, ул матур өмөттәр һәм хыялдар осоро. Нәҡ һеҙ – йәш ишембайҙар киләсәктә муниципаль районыбыҙ, уның артабанғы үҫеше, оло быуын кешеләренең яҙмышы өсөн үҙегеҙгә бар яуаплылыҡты аласаҡһығыҙ. Һеҙҙең аҡылығыҙ, эшһөйәрлегегеҙ һәм барлыҡ башланғыстарығыҙ тыуған республикабыҙҙың, бөйөк Рәсәйҙең артабанғы үҫеше һәм сәскә атыуы өсөн хеҙмәт итәсәгенә ышанам.
Йәш ишембайҙарға иң етди пландарының, уҡыуҙағы, ижадтағы һәм хеҙмәттәге яңы идеяларының уңышлы тормошҡа ашыуын, бәхет, мөхәббәт һәм һаулыҡ теләйем!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фото: https://vk.com/kdm_102