Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь , 18:00

Серәкәйҙән нисек һаҡланырға?

Йәнгә тейеп бимазалаған, тешләп аллергия тыуҙырған бөжәктән һаҡланыу өсөн ябай ғына алымдар тәҡдим итәбеҙ. 

Серәкәйҙән нисек һаҡланырға?
Серәкәйҙән нисек һаҡланырға?

Йәй – күптәр өсөн иң йәмле, иң яратҡан миҙгел. Әммә уның да мәшәҡәт тыуҙырыр сәбәптәре етерлек. Шуларҙың береһе – әрһеҙ ҡан һурғыс бөжәк серәкәй.

Хәҙер сауҙа нөктәләрендә серәкәйгә ҡаршы һәр төрлө кремдар, аэрозолдәр етерлек. Әммә уларҙы тәнгә йыш һөртөү кире эҙемтә биреүе, аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Был осраҡта халыҡ араһында таралған ябай кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалырға кәрәктер.

Серәкәй тешләгән урынға тәнде бешермәҫлек эҫелектәге ҡалаҡ баҫығыҙ. Ҡалаҡтан алынған йылылыҡ реакция тыуҙырған аҡһымды таратып, ҡысыуҙы туҡтатасаҡ.

Тағы бер сара: уртаға йәки бер нисә киҫәккә ҡырҡылған лимонға ҡәнәфер (гвоздика) ҡаҙап сығығыҙ. Тәҙрә, карауат янына ҡуйһағыҙ, йоҡоғоҙ тыныс булыр, серәкәйҙәр йонсотмаҫ. Лимон менән ҡәнәфер еҫен серәкәй яртмаһа ла, кеше өсөн уның бер зыяны ла юҡ.

 

 

Фото: ecoportal.su

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в