Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь , 09:00

Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар

19 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө

Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар
Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар

Хөрмәтле Ишембай районының медицина хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Һеҙҙең һөнәрҙә осраҡлы кешеләр юҡ. Медицинаға күңел ҡушыуы буйынса киләләр. Кешегә ярҙам ҡулын һуҙыр өсөн төплө белем генә аҙ, уның өсөн рухи йомартлыҡ, шәфҡәтлелек һәм һиҙгерлек кеүек сифаттарға ла эйә булырға кәрәк. Медицина техникаһы нисек кенә заманса булмаһын, иң мөһиме – һеҙҙең оҫталыҡ, алтын ҡулдарығыҙ һәм тырышлығығыҙ.

Көндәлек хеҙмәтегеҙ, булмышығыҙға тоғролоҡ, кешелекле булыуығыҙ иң юғары абруйға һәм рәхмәткә лайыҡ. Сабырлығығыҙ, асыҡ күңелегеҙ һәм иғтибарығыҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Барығыҙға ла һөнәри уңыштар, ғаилә бәхете, һәм, әлбиттә, ныҡлы һаулыҡ теләйем.


Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар
Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар
Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар
Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар
Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар
Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар
Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар
Һеҙ – һаулыҡ һағында тороусылар
Автор:
Читайте нас в