Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2022, 12:00

Егеттәрҙе әрмегә оҙаттыҡ

Бөгөн Ишембай хәрби комиссариатынан һигеҙ егет армия сафтарына алынды. Ғәзиздәрен оҙатырға тип ата-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары килгәйне. Улар араһында Үрге Этҡол ауылынан Ирек Үмәрбаев һәм Ишәйҙән Айнур Ниғмәтуллин да бар ине.

Егеттәрҙе әрмегә оҙаттыҡ
Егеттәрҙе әрмегә оҙаттыҡ

Элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәр өсөн изге ғәмәлдәрҙең береһе булған. Бөгөн дәүләттең ҡәтғи талабы буйынса 18 йәше тулған егеттәр мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға тейеш. Саҡырылыштағы хәрби хеҙмәт ваҡыты-бер йыл. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау уҙып, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта.

Һалдаттарға еңел хеҙмәт теләйбеҙ.

Егеттәрҙе әрмегә оҙаттыҡ
Егеттәрҙе әрмегә оҙаттыҡ
Егеттәрҙе әрмегә оҙаттыҡ
Егеттәрҙе әрмегә оҙаттыҡ
Егеттәрҙе әрмегә оҙаттыҡ
Егеттәрҙе әрмегә оҙаттыҡ
Егеттәрҙе әрмегә оҙаттыҡ
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас в