

Хөрмәтле ишембайҙар!
Һеҙҙе төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнө менән ҡотлайбыҙ!
Был байрам – барлыҡ граждандарҙың берҙәмлеге символы. Ул илебеҙҙең бөйөк үткәне менән ғорурланғандарҙы, әлеге ваҡытта тыуған илебеҙ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт иткәндәрҙе, Рәсәйҙең киләсәге, уның донъя кимәлендә тотҡан урыны һәм хәле кемдән
торғандарҙың барыһын да бергә берләштерә.
Беҙ үҙебеҙҙең данлы үткәнебеҙҙе хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, лайыҡлы киләсәгебеҙҙе төҙөйбөҙ. Беҙҙең бурыс – киләсәк быуынға көслө, ныҡлы һәм берҙәм илде тапшырыу! Хөрмәтле ишембайҙар! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ һәм именлек, тыуған еребеҙгә тотороҡлоҡ һәм уның сәскә атыуын теләйбеҙ.
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.