

Әүҙем тормош алып барған, үҙ эшенә юғары яуаплылыҡ менән ҡараған, ижади фекер йөрөткән кешеләрҙең һаны йылдан-йыл артыуы шатландыра. Бөгөн республикала иҡтисадта мәшғүлдәрҙең һәр өсөнсөһө бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә эшләй.
Мәҡәләм геройы Сәүиә Макарова, оҙаҡ йылдар йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә технолог булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Тик ятыуҙы хуп күрмәй, 2001 йылда ул үҙ эшен асып ебәрә. Сәүиә Хөрмәтулла ҡыҙының яңы ғына табанан төшкән ҡайнар, телеңде йоторлоҡ бөйөрөктәрен, чебуректарын, ваҡ бәлештәрен һәр кем яратып һатып ала. 2006 йылда ул ҡаланың “Шатлыҡ” үҙәк баҙары муниципаль унитар предприятиеһында кибет асып ебәрә һәм ҡамыр аштары бешереп һатыу итеүгә күсә. Унда ассортимент ҙур: бәрәңгенән, кәбеҫтәнән, эремсектән, алманан, үпкәбауырҙан бешерелгән тәмлекәстәрҙе бер ашап ҡарағандар бында тағы ла килмәй ҡалмай. Эшҡыуар һатып алыусыларға ҡайнар сәй, ҡәһүә, төрлө һуттар ҙа тәҡдим итә.
- Халыҡ ҡамыр аштарымдан ҡәнәғәт, йыш ҡына рәхмәт һүҙҙәре ишетергә тура килә. Иртүк эш урыныма килеп ҡамыр әҙерләйем, артабан бешеренеү эштәрәнә тотонам. Быларҙы бер үҙем башҡарам. Йәйгеһен ашнаҡсы һөнәренә уҡыған студенттар миндә практика үтә. Балаларым “Етәр инде, эшеңде ташла, ял итергә ваҡыт”, тип тә әйтеп алалар. Һөнәремде яратам, шуға үҙемде эшһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти эшҡыуар.
Үҙ кәсебеңде асырға бер ҡасан да һуң түгел. Айырыуса йәштәргә, эш юҡ, аҡса етмәй тип уфтаныр алдынан Сәүиә Макарова кеүек үҙ эшен асыусыларҙан үрнәк алаһы ғына ҡала.
Автор фотоһы.