Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2022, 10:00

Дарыу урынына... банан

Беҙ уны баһалап бөтмәйбеҙ. Беҙгә һәр көн кәрәкле витаминдарға һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай, туҡлыҡлы һәм тәмле ул. Унда күҙәнәкле туҡыма, фруктоза, сахароза күп. Банан ашарға яратһағыҙ, үҙегеҙҙе яҡшыраҡ тоя башларһығыҙ. Күптәр уның дарыуҙарҙы алмаштыра алыуын белмәй.

Дарыу урынына... банан
Дарыу урынына... банан

Мәҫәлән, гипертония менән сирләгән кешеләргә калий етешмәүе билдәле. Киреһенсә, уларҙа тоҙ артыҡ күп. Калий тоҙҙарҙы организмдан сығарырға һәләтле, банан ашаһағыҙ, ошо файҙалы микроэлементҡа байырһығыҙ һәм тоҙҙан арынырһығыҙ, ҡан баҫымы түбәнәйер, ти белгестәр.

Бананды “стрестан ҡотҡарыусы” емеш тип атайҙар. Унда матдәләр алмашыныуына тәьҫир иткән витамин һәм микроэлементтар етерлек. А витаминына бай булыуы күреү һәләтен яҡшырта. Пектин организмдан ауыр металдарҙы һәм башҡа токсиндарҙы сығара. Банан – ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләүҙә яҡшы аҙыҡ, газ бүленеүен кәметә, эсте йомшарта.

Өҫтәүенә, триптофан матдәһенә  бай булыуы серотонин гормоны етештерелеүен арттыра. Банан ашаһағыҙ, кәйефегеҙ күтәренке булыр. Унда күҙәнәкле туҡыманың күп булыуын да белегеҙ. Ул һеҙҙе үҙәк көйөүенән, кислоталы рефлюкстан арындырыр, ҡан баҫымын түбәнәйтер.

Банан йөрәк өсөн файҙалы, организмға көс, энергия бирә. Уны хатта ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрле­гендә төрлө көйһөҙлөктәр булғандар ҙа ашай ала.

Был емеште өйҙә бер нисә көн һаҡларға була. Ҡабығында ҡара-көрән таптар барлыҡҡа килһә лә, был уның боҙолған тураһында һөйләмәй. Киреһенсә, ҡарая барған һайын, унда ФНО (шеш некрозы факторы) аҡһымы арта, тимәк, организмдағы аномаль күҙәнәктәргә ҡаршы тәьҫирлерәк көрәшәсәк, тигән һүҙ.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-05-14/daryu-urynyna-banan-2804036

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: