Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2022, 11:00

Ауыл хәбәрҙәре

Кисә Бөтә донья бал ҡорттары көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан беҙ ҙә, умартасыларҙың еңел булмаған эштәре менән танышыу маҡсатында, оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Заһиҙуллиндар ғәиләһендә булдыҡ.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Ғәилә башлығы Нәҙербай ағай беҙгә бик ентекләп бал ҡорттары, умартасылыҡ тураһында һөйләне.

"Бал ҡорттары тыныслыҡты ярата, эргәләрендә шым ғына, ипле генә йөрөһәң улар бер кемгә лә теймәй," тине ул, шулай уҡ, "Бал ҡоттары бигерәк егәрле, иртүк торалар, төнгә ҡәҙәр эшләйҙәр, уларҙы аҫырау өсөн бал ҡоттарынан да егәрлерәк булырға кәрәк," тип тә өҫтәне.

Шулай итеп умарталарҙы бергәләп ҡарап сыҡҡандан һуң Рәмилә апай беҙгә күстәнәс итеп кәрәҙле бал да биреп ҡайтарҙы.

Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә, егәрле умартасылар, балығыҙ күп булһын!

 

Фото: https://vk.com/public189179960

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Ҡалыу-Айры ауыл клубы
Читайте нас: