Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2022, 10:00

Майҙа ҡыяр ашайым тиһәң...

Октябрьский ҡалаһынан оҫта баҡсасы Тәнзилә Ғарипова теплицала ултыртылған үҫентеләрҙән мул    уңыш алыу серҙәрен белә. Уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Майҙа ҡыяр ашайым тиһәң...
Майҙа ҡыяр ашайым тиһәң...

Ҡасан һәм нисә үҫенте?

– Күп баҡсасылар теплица һәм баҡсаларҙа йәшелсә үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡ­лашыуымды һорай. Айырыуса теплицаға ҡасан һәм нисә дана помидор һәм ҡыяр ултыртыу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыналар.

Помидор ултыртыуға нисек әҙер­ләнгәнемде күрһәтәйем. Мин помидор өсөн 26, ҡыяр өсөн һигеҙ соҡор әҙерләйем. Һәр соҡорға ярты биҙрә тиреҫ, бер аш ҡалағы ОМУ ашламаһы һәм балыҡ оно һалам. Йәш үҫенте­ләрҙе төнгө һыуыҡтарҙан һаҡлау өсөн дуғалар ҡуйҙыҡ, ике ҡатлы япма менән уларҙы ҡаплап ҡуйҙым.

Теплицала ҡыяр ултыртыу өсөн 20 соҡор, ҡауын өсөн һигеҙ соҡор эшләнем. Май урталарында, ғәҙәттә, ҡыяр ашай баш­лайбыҙ, – тине Тәнзилә апай.

Ә һеҙ теплицағыҙға нимә ултырт­тығыҙ?

 

Ҡауын менән ҡарбуз сәсер мәл

Тәнзилә Ғарипова йыл һайын баҡса­һында ҡар­буз менән ҡауын үҫтереп, мул уңыш ала. Һәйбәт шарттар булдыр­ғанда, көньяҡ емеш­тәре мул уңыш менән ҡыуандыра.

Ҡарбуз һәм ҡауын ултыр­тырға әҙерләнәбеҙ. Йылы түтәлдәр эшләйбеҙ. Бының өсөн 60 сантиметр киңле­гендәге соҡор ҡа­ҙып, уны баҡса ҡалдыҡ­тары менән тултырырға кәрәк. Былтырғы япраҡ­тарҙы һалһағыҙ ҙа була. Артабан соҡорға тупраҡ өҫтәйбеҙ. Орлоҡто сәс­кәндән һуң, ҡараңғы япма ябырға, ә сәселгән урын­дарҙы билдәләп ҡуйырға кәрәк. Ҡараңғы япманың ситтәрен ергә күмеп ҡуйығыҙ, – тип кәңәш итә Тәнзилә Ғарипова.

Уңған хужабикә ҡа­уындың “Злата скифов”, “Эфиопка” сорттарын, ә ҡар­буздың “Рафинад”, “Большая пекинская радость”, “Самый первый”, “Ранний Кубань” сорттарын алырға кәңәш итә.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА

https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2022-05-14/may-a-yyar-ashayym-ti-2803919

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: