Йәмғиәт
15 Мая 2022, 07:00

Лайыҡлы хеҙмәт юлында

Хәрби кейем кейгән, әрмене үткән егеттәргә элек-электән һоҡланып та, ғорурланып та ҡарағандар. Һүҙ әле Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәүсе һәм Еңеү байрамында Ростов-на-Дону ҡалаһында хәрби парадта ҡатнашыусы тағы ла бер яҡташыбыҙ Арыҫлан Абдрахманов тураһында.

Лайыҡлы хеҙмәт юлындаЛайыҡлы хеҙмәт юлында
Лайыҡлы хеҙмәт юлында

Ишембайҙан Арыҫлан Азамат улы 2021 йылдың йәйендә Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә эләгә. Быға тиклем ул ӨДНТУның «Тау эше» һөнәре буйынса уҡый. Әммә 1-се курстан һуң үҙ теләге менән әрмелә хеҙмәт итергә ҡарар итә.

Хәрби уҡыуҙарҙы Арыҫлан Мәскәү өлкәһенең Домодедово ҡалаһында үтә. Үткән йылдың ноябрендә ул Ростов өлкәһендә дислокацияланған ғәскәргә эләгә. Бригада Көньяҡ хәрби округы командующийының (бригада командиры вазифаһын башҡарыусы – полковник Антон Хандюк) буйһоноуы аҫтында. Әрме хеҙмәтендә дисциплинаны, уставты теүәл үтәүе, әүҙемлеге, спорт сараларында ҡатнашыуы, юғары маҡсатҡа ынтылыусанлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Арыҫлан Абдрахманов Ростов-на-Дону ҡалаһында Еңеү көнөнә арналған 9 май парадында ҡатнашыу бәхетенә эйә була. Егеттең ата-әсәһе әйтеүенсә, улдары тормошта әрме мәктәбенең кәрәклеген күптән билдәләгән. Бер нисә ай хеҙмәт итеү осоронда Арыҫлан яуаплылыраҡ булған һәм етдиләнгән дә. Һалдаттың ата-әсәһе һәм яҡындары улдары өсөн ғорурлана һәм уның тиҙҙән өйөнә әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

 

Фото ғаилә архивынан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас