Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2022, 15:00

Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа

Дөйөм статистика буйынса Рәсәйҙә ауыл халҡы йыл һайын 200 меңгә кәмей. Был күренеш һуңғы 30 йыл буйы дауам итә. Йәш-елкенсәк ауылда ҡалыуҙа перспектива күрмәй, ҡалаларға, башҡа мегаполистарға китеү юлын төрлөсә эҙләй, хәл итә...

Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа

Ә шулай ҙа ауылды үҫтереү, уның тормошон яҡшы юҡҡа үҙгәртеү күп осраҡта үҙебеҙҙән тора түгелме? Бөгөн шундай осраҡ тураһында һөйләп китергә форсат та сығып тора – республикала барған "Айыҡ ауыл" конкурсында район кимәлендә ойошторолған беренсе этапта еңеүсе Һарғай ауылы ҡатнашасаҡ.

Ошо көндәрҙә һарғайҙар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Рәүҙәт Ҡолманбәтов, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әлфис Фәйзуллин, Маҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эльвира Иманғолова һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашлығында үткән сарала "Бәпес ҡоймағы" башҡорт йолаһы менән сығыш яһаны.

- Башҡортостандың йәмле тауҙары араһында урынлашҡан Һарғайға беренсе тапҡыр килеүем. Ҙур булмаған ауылдың ҡупшы, төҙөк өйҙәрен һәм бал ҡортондай тырыш халҡын күреү – үҙе бер ҡыуаныс. Афарин, сәләмәт һәм айыҡ тормош алып бара яҡташтарым, - тип ихлас уртаҡлашты Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәүҙәт Абдулхаҡ улы. – Ауылдаштар – мәсет, уның эргәһендә балалар майҙансығы төҙөгән, урамға асфальт түшәткән. Бөгөнгө көндә улар республика кимәлендә үткән "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеп, мәҙәниәт йортон төҙөү хыялы менән янып йәшәй. Шундай уңған һәм дәртле халыҡҡа был бик мөһим. Һарғайҙарға ысын күңелдән уңыштар теләйем, үҙ асылдарына һәр саҡ тоғро ҡалһындар!

Был көндә ауыл халҡы милли ризыҡтарҙың береһе –ҡоймаҡ байрамына йыйылды. Ҡорған табындарында уның ниндәйе генә юҡ ине: манныйҙан, ҡарабойҙайҙан, тарынан, ҡабаҡтан, бауырҙан...

- Ҡоймаҡ тарихы боронғолоҡҡа барып тоташа. "Йомро-йомро йомғағым" башҡорт халыҡ әкиәтен генә иҫкә алайыҡ – унда ошо ризыҡты ҡойоуҙоң бөтә нескәлектәре һүрәтләнгән. Беҙҙә лә бер байрам да ҡоймаҡһыҙ үтмәй. Һәр кемдең үҙенә генә хас рецебы, сере бар. Ҡайһы бер райондарҙа туйҙан һуң "ҡәйнә ҡоймағы" менән һыйлайҙар. Был йоланы "кейәү ҡоймағы" тип атаған урындар ҙа бар. Был осраҡта йәш кәләш иртән еңгәләре менән ҡоймаҡ ҡойоп, ҡунаҡтарға сәй эсерә, - тип таныштырып үтте мәҙәниәт клубы мөдире Гөлиә Көмөшбаева. - Ә бөгөн беҙ "бәпес ҡоймағы" йолаһын күрһәтәбеҙ. Был сара Зифа һәм Алмаз Вәлитовтарҙың ғаиләһендә тыуған сабыйға – Арыҫланға бағышлана. Улыбыҙ Алтынай апаһына иш булып, бәхетле үҫһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Баланы ҡотларға килгән ағинәйҙәр уның маңлайына күҙ тейеүҙән ҡором һөртөп, ҡортбаш тегелгән башлыҡ кейҙерҙе, айыу, бөркөт тырнағынан яһалған бетеү таҡты. Матур-матур теләктәрен әйтеп, татлы күстәнәстәрен тапшырҙы.

"Бәпес ҡоймағы" сараһы Һарғай һәм Маҡар ауылдары һәүәҫкәр артистарының сығышы менән дауам итеп оло бер байрамға әүрелде. "Бәпес ҡайтты – ауылда ырыҫ, ҡот артты" – тип һөйөндө был көндә һарғайҙар.

Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Айыҡ байрам аша – айыҡ тормошҡа
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: