Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Май , 14:00

«Тылда ла фронттағы һымаҡ ине...»

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда кескәй Ғәниә ни бары икенсе класты тамамлап өлгөргән була. Тылдағы барлыҡ ауыр эштәр уның һымаҡ көсө етәр-етмәҫ балалар елкәһенә төшә...

«Тылда ла фронттағы һымаҡ ине...»
«Тылда ла фронттағы һымаҡ ине...»

Бөгөнгө көндә Әрметрәхим ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны Ғәниә инәй Кәлимуллина Ғафури районы Бажыҡ ауылында 1929 йылдың 1 майында тыуа. 1949 йылда Яңғыҙҡайын ауылы мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ уҡытыусылыҡ институтына уҡырға инә.

- Ул саҡта һуғыштан һуң ауыр йылдар, әлеге һымаҡ конкурс юҡ. Мин физика-математика факультетына уҡырға индем. Ул йылда балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен имтихан тапшырырға килтергәйнеләр. 100 кеше уҡырға инергә тейеш ине, уларҙың 75-е генә ошо һынауҙы үтеп сыға алды, - тип иҫкә ала Ғәниә Ғәбделғәни
ҡыҙы. – Әле булһа хәтерҙә... Ике ҡатлы бинала биш факультет урынлашҡан – физика-математика, тарих, химия-биология, рус һәм башҡорт филологияһы.

Ғәниә инәй иҫкә алыуынса, элек Стәрлетамаҡ уҡытыусылыҡ институты тип аталған юғары уҡыу йорто тап һуғыш башланған йылда асыла. Унда белем алыу – ике йыллыҡ. 1951 йылда, ул уҡыуын тамамлағанда, тап 10 йыллыҡ юбилей сығарылышы була.

- Әрметрәхим ауылына институттан йүнәлтмә буйынса эшкә килдем. Был ҡағыҙҙа: «1951 йылдың 15 авгусында эш башларға тейеш» тип яҙылған ине. Бында ете йыллыҡ бәләкәй генә иҫке мәктәптә эш башланым. Ә балаларҙың күплеге... Алмалы һәм Ишем ауылдарынан ғына 50-60 тирәһе уҡыусы йөрөнө, - тигән матур һәм һағышлы иҫтәлектәр һаҡлай Ғәниә Кәлимуллина.

Биш бала табып тәрбиәләгән инәйебеҙ 1979 йылда хаҡлы ялға сыға. Әйткәндәй, йәш уҡытыусы тап ошо ауылда эш башлағанда үҙ тормош юлдашын осратҡан була.

Әнүәр ағай Кәлимуллин үҙе айырым иғтибарға лайыҡ кеше. Ул Түбәнге Әрмет ауылында радиомеханик булып эшләй, 56 йәшендә генә мәрхүм булып ҡала. Ғәниә инәй һөйләүенсә, ире Ҡытайҙа ете йыл хеҙмәт итеп ҡайта, самолетта борт инженеры булып эшләй. Был кешеләрҙе билдәле фронтовик яҙыусы Талха Ғиниәтуллиндың
геройҙары һымаҡ тыуған яҡ нығыраҡ тарта, күрәһең. Яу яланынан, армия хеҙмәтенән һуң колхоз тормошон күтәрергә ең һыҙғанып тотона улар...

- Минең һымаҡ һуғыш балалары аслыҡ-яланғаслыҡты, төрлө ауырыуҙарҙы баштан күп кисерҙе инде. Нимә ҡушһалар – шуны эшләнек, ҡайҙа ебәрһәләр – шунда йөрөнөк. Йылына кәмендә – 280 эш көнө. Ауылда техника юҡ заман, бөтә аттарҙы һуғышҡа алып бөткәндәр. Аслы-туҡлы, йоҡо туйыр-туймаҫтан таңдан эшкә йүгерәбеҙ, колхоз ерендә көнөнә өс сутый ер ҡаҙырға тейешбеҙ, - тип иҫкә ала был хаҡта Ғәниә Ғәбделғәни ҡыҙы. – Әнкәйгә эйәреп ураҡ урырға ла йөрөнөм. Ул замандарҙа 15-16 йәшлек ҡыҙҙарҙы Белоретҡа урман ҡырҡырға ебәрә торғайнылар... Кәүҙәгә бәләкәй һәм сибек булыуым арҡаһында ғына мине унда ебәрмәнеләр. Төрлө йәмһеҙ күренештәр булды ул саҡта. Ирҙәр эшенән талған ҡыҙҙар ҡасып ҡайтыр ине... аҙаҡ эҙәрлекләнделәр, ҡулға алындылар.

Әнүәр һәм Ғәниә Кәлимуллиндар Мөхәррәм, Әлфиә, Әлфир, Әлмир һәм Марат исемле биш балаға ғүмер бүләк итә. Кесе улдары Марат һәм Альбина килендәре - инәйҙең уң ҡулдары.

«Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй» – тиҙәр халыҡта. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылда тир түккән олатайөләсәйҙәребеҙ хаҡында бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ, сөнки улар бөгөнгө тыныс, матур тормош өсөн аяуһыҙ яҙмышҡа дусар булған. Илебеҙҙә тыныслыҡ һәм миһырбанлыҡ булһын тип теләйбеҙ икән – был хаҡта һәр саҡ иҫтә тотайыҡ!


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в