+13 °С
Болотло
Һуғыш йылдарында ауылдағы бөтә кешеләргә, шул уҡ ваҡытта балаларға бик ҡыйынға тура килә. Ир-егеттәр фронтҡа китеп бөткәс, бөтә ауырлыҡ үҫмерҙәр, ҡатынҡыҙҙар, ҡарт-ҡоролар иңенә төшә. Ҡарт өләсәйемә лә уйнап йөрөр урынға иртә ҙурайырға тура килә. Үҫмер ҡыҙ һуғыш ваҡытында ауылда ололар һымаҡ донъя көтә, хатта ирҙәр эшен дә башҡара. Лесхозда урман ағыҙыу ҙа уның иңенә төшә. Ләкин үҫмер ҡыҙ был ауырлыҡтарға бирешеп ҡалмай. Шундай ауыр бала саҡ йылдары ҡарт өләсәйемде көслө рухлы, эшсән итеп тәрбиәләй.
Ҡарт өләсәйем әлеге көндә лә иҫән, геүләтеп үҙ аллы донъя көтә. Уға әле 95 йәш. Ҡарт өләсәйемдең 4 балаһы, 9 ейән-ейәнсәре, 15 бүләсәре бар. Беҙ уның менән
ғорурланабыҙ, уға тиң булырға, ярҙам итергә тырышабыҙ.
Фото: