Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2022, 15:00

"Ҡыҙым минеке түгел..."

Танышым смс-хәбәр ебәргән: “Генетик экспертиза һөҙөмтәләре килде...” Ҡабаланып-ҡарһаланып яҙам: “Әйтә һал, нисек?!” Яуаптан аң-зиһенем шаңҡып китә: “Ҡыҙым минеке түгел”.

"Ҡыҙым минеке түгел..."
"Ҡыҙым минеке түгел..."
14 йәштән өйҙән сығып китеп, һирәкләп кенә ҡайтҡас, атай менән бергә йыш булыу форсаты теймәне. Осрашҡанда ла аҙ һүҙле яҡыным: “Һаумы, хәлдәр нисек?” – тиеүҙән уҙманы. Өфөгә дауаханаға алып килеп урынлаштырып, ғүмеренең һуңғы ун көнөндә тәрбиәләү, аралашыу күңелемдә әйтеп бөтөргөһөҙ үкенес тә, аҙ ғына йыуаныс та ҡалдырҙы. Үкенес, сөнки һис ҡасан да ошолай яҡын булманыҡ та, ниһайәт, мөмкинлек сыҡҡас, ваҡыт бик ҡыҫҡа тойолдо. Йыуаныс, сөнки үлерен белгәндәй, һуңғы көндә атайым туҡтауһыҙ: “Рәхмәт, ҡыҙым, рәхмәт. Тырыштың, ыҙалама, өйөмә алып ҡайтып ҡуй мине”, – тип ҡабатлап, фатихаһын биргәндәй булды. Шулай ҙа уның өсөн был донъяла бик-бик аҙ эшләгән тип һанайым үҙемде. Яҡшы атай булды ул.
 
Бығаса атай хаҡы шулай баһалап бөтөргөһөҙ тип йөрөһәм, улай түгел икән. Атайлыҡтың хаҡы – уртаса 10-15 мең һум. Эйе-эйе, ДНК-анализ үткәреү яҡынса шул сама тора. Ошо танышым дүрт йәшлек ҡыҙына атаймы-түгелме икәнлеген белер өсөн генетик экспертизаға барасаҡтары тураһында хәбәр иткәнгәсә, был хаҡта уйланмай ҙа инем. Федераль телеканалдарҙағы “Һөйләһендәр әйҙә”, "ДНК" тапшырыуҙарында ошондай хәлдәр йыш яҡтыртыла. Тәүҙә улар ҡайҙалыр ситтә бара кеүек ине, хәҙер беҙҙең таныштарға һәм яҡындарға ла ҡағылды.
 
– Танышып, бер-ике осрашыуға, ҡыҙым, ауырға ҡалғанмын, тип хәбәр итте. Туғандарым тиҙ генә ҙурҙан ҡубып туй үткәрҙе. Балабыҙ тыуҙы. Әсәһе дауаханала ҡалғас, бәпәйҙе үҙем ҡараным. Ашаттым да, керен дә йыуҙым. Ләкин матур йәшәү уйы килеп сыҡманы. Бер аҙҙан ҡатынымдың һөйәре барлығын белдем. Баҡтиһәң, ул хатта беҙҙең туй тантанаһына килгән! Ҡайғымдан “йәшел йылан” менән дуҫлаштым. Ныҡ эстем. Бер мәл, аҡылыма килеп, айныҡтым һәм айырылышырға булдым. Шулай ҙа ҡыҙымды форсат булған һайын үҙемә алып ҡайттым, яратып тәрбиәләнем. Уның үҙемдеке булыу ихтималына бынан алда уҡ шикләндем, шулай ҙа ышанғы килмәне. Әсәһе лә, һинеке, тип ант итте. Әле ДНК-анализға барабыҙ тигәс, зыу ҡубып, йөрөмәҫкә өгөтләне, алименттан баш тартам, ул ғына түгел, туй сығымдарын кире ҡайтарам, тип вәғәҙәләне. Шигем дөрөҫкә сыҡты бына, – тип һөйләне танышым.
 
– Хәҙер нимә эшләйһең инде? Балаң һине атай тип белә, уға был хаҡта һөйләмәҫһең дә ул? Үҙеңдең, элекке ҡатыныңдың туғандары нимә тиер? – Һорауҙарҙы яуҙырҙым ғына.
 
– Күҙ күрер, – тип тураһын әйтмәне ул, – Ҡыҙымдан, әлбиттә, баш тартмайым. Ул мине атаһы тип белә бит. Тыуҙырған түгел, үҫтергән – атай. Ә әсәһенә килгәндә, ул алдашҡаны өсөн яуап бирәсәк. Апайҙары уның яҡлы булһа ла, ағайҙары был ҡылығын өндәшмәй ҡалдырмаҫ...
 
Тәүҙә иғтибар итмәһәм дә, уйлана торғас, ниңә шулай әйткәненә төшөндөм. Ысынлап та, туғанлыҡ туғанлыҡ менән. Икенсе яҡтан, ирҙәр теләктәшлеге лә бар. Шул уҡ ҡайнағалары күңеленә лә үҙҙәренең ысын атай булыуҙары-булмауҙары хаҡында шик ояламаймы ни?..
 
Нисек һанап сығараларҙыр, уныһы миңә ҡараңғы, әммә ғалимдар, атайҙарҙың һигеҙ проценты (ә был һәр 12-13-сө кеше тигән һүҙ) сит баланы тәрбиәләй, ти. Элек, ДНК-анализдар уҙғарылмағанда йәки бик ҡиммәт торғанда, был проблема йәшәйешебеҙгә әллә ни хәүеф менән янамай ине. Хәҙер хәл башҡаса. Ана бит, төпкөл ауылда ла бының мөмкинлеге ирҙәрҙең аңына барып еткән. Артабанмы? Артабан – емерелгән яҙмыштар, бәхетһеҙ бала саҡ...
 
Ирҙәргә рәхәт: эштән ҡайтып, ашайҙар ҙа телевизор пультын тотоп диванда яталар, ә бахыр ҡатын-ҡыҙ эшләй ҙә, бала ла ҡарай, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәре менән дә була, тибеҙ. Ваҡыт, иғтибар, ярҙам етешмәй, тип зарланабыҙ. Ә шулай ҙа... көндәлек мәшәҡәттән арыһаң да, алйыһаң да, күңел тыныслығына ни етә! Әлдә генә ҡатын-ҡыҙмын...
 
 
 
 
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: