

- Йәмле йәйҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ, тик доньялар ғына тынысланһын инде! Ә минең хаҡлы ялдағы кешенең ваҡыты етәрлек, шуға ла яҡындарыма, туғандарыма ошондай матур, сағыу төҫлө косынкалар тегеп, бүләк итәм. Уларҙың шатлыҡлы йөҙҙәрен күреү, минең өсөн дә һөйөнөс, бигерәк тә бәләкәстәр ҡыуанып ябынып йөрөһәләр, - тип уртаҡлаша Яңы Әптек ауылынан Гәүһәр апай Латыпова.