Йәмғиәт
20 Марта 2022, 05:00

Изге күңелдән!

Маҡар ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә лә шунда ғаиләһе менән матур итеп донъя коткән беҙҙең ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ ФАТЕЕВА Резеда Рәүф ҡыҙының тыуған көнө.

Изге күңелдән!Изге күңелдән!
Изге күңелдән!

45 йәш ул ғүмер миҙгеленең матур байрамы, ә ҡатын-ҡыҙҙың аҡыл туплаған, аҫыл, иң күркәм осоро.

Ҡәҙерлебеҙ, һине ысын күңелдән ғүмер байрамың менән ҡотлайбыҙ! Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттәрҙең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Киләсәктә лә сәләмәтлек, йән тыныслығы, тигеҙлек, яңынан-яңы ҡыуаныстар, мул тормош теләйбеҙ. Балаларыңдын игелеген күреп, тормош иптәшең - Ильдар кейәү менән бәхеткә төрөнөп, бергә-бергә күңелле итеп йәшәргә Хоҙай насип итһен!

Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһен,
Өҫтәлендә һыйлар мул булһын.
Тормоштағы ҡылған изгелеген,
Үҙенә ҙур бәхет булып ҡайтһын.

Беҙҙән теләк һәр саҡ яҡты һиңә,
Шатлыҡ ҡына, гел изге.
Туғандарың менән гор килешеп,
Һау-сәләмәт йәшә ғүмереңде.

Ҡотлауҙар менән әнейең, әтейең, туғандарың Ринат, Гөлназ һәм уларҙың ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас