Йәмғиәт
7 Марта 2022, 07:00

ҮҘӘК ПАРККА – ЯҢЫ ҺУЛЫШ

Бөгөнгө көндә республикабыҙ «Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу» бөтә Рәсәй конкурсында уңышлы ҡатнашып килә. Ошо сара сиктәрендә Ишембай халҡы өс йәмәғәт территорияһы – Авиаторҙар аллеяһы, Яңы өйләнешеүселәр скверы, А.Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы өсөн тауыш бирҙе.

ҮҘӘК ПАРККА – ЯҢЫ ҺУЛЫШҮҘӘК ПАРККА – ЯҢЫ ҺУЛЫШ
ҮҘӘК ПАРККА – ЯҢЫ ҺУЛЫШ

Ысынында, был конкурста ҡатнашыу ҡала биләмәһен яңыртыу өсөн уникаль мөмкинлек бирә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Ленин майҙаны тап ошо проект буйынса төҙөкләндерелгәйне.

- Бөтә Рәсәй конкурсында ҙур теләк менән ҡатнашасаҡбыҙ. Бының өсөн беҙгә бер нисә этап үтергә кәрәк. Уның беренсеһе, йәғни йәмәғәт территорияһын һайлау 12-23 февралгә тиклем дауам итте. Тауыш биреү дүрт урында – хакимиәт бинаһында, күп функциялы үҙәктә, «Лето» һәм «Ишембай» сауҙа үҙәктәрендә барҙы. Халыҡ һайлауы һөҙөмтәһендә А.Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы беренсе урынға сыҡты, - тип ихлас уртаҡлышты Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәтенең башлығы Илшат Шакиров. – Икенсе этап 25 февралдән 23 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Ҡала биләмәһе хакимиәте сайтының онлайн форматтағы ҡушымтаһында үҙ теләктәреңде һәм тәҡдимдәреңде индерергә була. Һуңынан ҡалалар үҫеше институты һәм проект ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йәмәғәт тыңлауҙарын ойошторасаҡбыҙ. Был ваҡытҡа проектлаусылар бер нисә вариант әҙерләй, улар урындағы халыҡҡа еткереләсәк. А.Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркының тарихына күҙ һалғанда, ул 1946 йылдың 1 майында асыла. Тәүҙә ул Йәштәр ҡала паркы исемен йөрөткән була. 1958 йылда уға Советтар Союзы геройы Александр Матросовтың исеме бирелә.

Әлбиттә, һәр быуын вәкиле был урынды үҙенсә хәтерҙә ҡалдырған. 60-70-се йылдар йәштәре уны аттракцион паркы булараҡ иҫләй. 80-90-сы йылдарҙа унда концерт, дискотека кеүек мәҙәни саралар йыш ойошторолған.

- Һуңғы йылдар менән сағыштырғанда, паркка ял итергә йөрөүселәр ярайһы уҡ кәмене. Был күренеш, тәү сиратта, ҡалала яңыртылған төрлө күңел асыу урындарының күп булыуы менән бәйле. Эйе, паркыбыҙ үҙенең элекке популярлығын юғалтты. Күңелһеҙ хәлдәр ҙә сығып тора, мәҫәлән, вандаллыҡ күренештәре йышайҙы. Шуға ла яңы проект концепцияһы сиктәрендә парктың етешһеҙлектәрен бөтөрөп, уның йөҙөн танымаҫлыҡ итеп үҙгәртергә ине ниәтебеҙ, - тине А.Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркының директоры Ринат Ишембаев. – Паркка реконструкция һуңғы тапҡыр 2015 йылда эшләнелде, бөгөнгө көнгә уның ҡайһы бер ресурстары эшлектән сыҡҡан. Төҙөкләндереү сиктәрендә бында республиканың башҡа ҡалаларында осрамаған үҙенсәлекле архитектура элементтарын күрергә теләр инек. Тағы ла ағастарҙы, ҡыуаҡлыҡтарҙы зауыҡлы итеп тәрбиәләйһе бар.

А.Матросов исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркына ял итергә йөрөүселәрҙең күбеһе – ололар, хаҡлы ялдағы кешеләр.

- Мин ҡаршыла – Совет урамында урынлашҡан 64-се йортта йәшәйем. Паркта көн һайын скандинавса йөрөү менән шөғөлләнәм. Үҙем йәшендәгеләр менән танышыу һәм аралашыу өсөн бик уңайлы урын, - тип һөйләп үтте Наталья Андреева. – Паркыбыҙҙың конкурста ҡатнашыуы тураһында ишетеп беләбеҙ. Күберәк эскәмйәләр ҡуйһындар, сәскә түтәлдәрен эшләһендәр ине. Йәштәр өсөн спорт майҙансығын да киңәйтергә кәрәк. Ә беҙгә, ололарға, скандинавса йөрөү юлдарын матурлаһындар, тип әйтергә теләйем.

 

Автор фотолары

ҮҘӘК ПАРККА – ЯҢЫ ҺУЛЫШ
ҮҘӘК ПАРККА – ЯҢЫ ҺУЛЫШ
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас