

Эльвир Салауат ҡалаһында тыуған, урта мәктәпте тамамлағас, Салауат медицина колледжына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған егет 1994 йылда үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә алына. Уның мотлаҡ десант булыу теләге ҙур була. Шуға ла Өфөлә әрмегә саҡырылыу пунктында 11 көн буйы Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгеү өсөн ныҡышмалыҡ күрһәтә. Шулай итеп Эльвир Әлмөхәмәтов Омск ҡалаһына хәрби уҡыуҙарға ебәрелә. Алты айлыҡ курстарҙан һуң, уларҙы хәрби дивизияларға һәм полктарға ебәрә башлайҙар. Ул Псков ҡалаһындағы данлыҡлы 76-сы гвардия дивизияһына эләгә.1994 йылдың ноябрендә Псков бригадаһын Ингушетияға ебәреү тураһында команда килә. Был беренсе Чечен һуғышың башы була. 1 декабрҙә Чечен Республикаһына Ингушетия, Осетия, Дагестан яҡлап Рәсәй ғәскәрҙәре инә. Грозный ҡалаһы һәм яҡын тирәләге ауылдар буйынса Һауа һөжүме башлана. Тәүге Чечен компанияһы 1994 йылдан алып 1996 йылға тиклем бара.
Афған һуғышында 10 меңдән ашыу һалдат үлһә, беренсе Чечен компанияһында (1994-1996 йылдар) 14 мең, икенсе Чечен компанияһында (1999-2009 йыл) – 3 мең Рәсәй һалдаты баш һала. Күпме атай-әсәйҙең балаларын юғалтыуҙан күҙ йәше аға.
Эльвир Әлмөхәмәтов бер нисә һалдат менән Псков ҡалаһына кире ҡайтарыла. 1995 йылда яҡташыбыҙ тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн Босния һәм Герцеговина Республикаһына контракт төҙөп хеҙмәткә ебәрелә.
Эльвир Вәлир улы данлыҡлы 76-сы Псков дивизияһында хеҙмәт итеүе менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана. Был дивизиянан күп һалдаттар Бөтә Рәсәйҙә танылыу ала. Эльвир элек хеҙмәт иткән Чечен Республикаһында 1999 йылда 104-се полктың 6-сы ротаһындағы күп кенә һалдаттар юғары наградаларға лайыҡ була. 2000 йылда Югославияла ул хеҙмәт иткән бригадалағы һалдаттар батырҙарса алышып, бер тәүлек эсендә марш бросок менән Приштин ҡалаһындағы аэропортты алыуҙа ҡатнаша. Был ҡаһарманлыҡ өсөн хәрбиҙәр дәүләт наградаларына өлгәшә.
Эльвир Әлмөхәмәтов 1996 йылда тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта, 1997 йылда Салауат эске эштәр идаралығының енәйәт тикшереү бүлегенә эшкә алына. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше бүлегендә хеҙмәт итеү ваҡытында РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай, 2021 йылда ҡоралдарҙың законһыҙ әйләнешендә үлемдәрҙе фашлау буйынса бүлек начальнигы вазифаһында, полиция майоры званиеһында хаҡлы ялға сыға. Әлеге көндә Ишембай ҡалаһы һәм районының хәрби комиссариатында мобилләштереү бүлеге начальнигы булып эшләй. Ҡыҙыу нөктәләрҙә һәм хәрби хеҙмәт итеү осоронда Эльвир Вәлир улы 9 миҙал менән наградлана. “Хеҙмәтендәге ҡаҙаныштары өсөн” өс дәрәжә миҙалдары, “Енәйәт менән кәрәштә алдынғылыҡ” һәм “Бурысҡа тоғролоҡ” ведомство билдәләре менән, шулай уҡ БР буйынса Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хаттары һәм грамоталары менән бүләкләнә. Ир уҙамандың өлкән улы ла атаһының юлынан элиталы Һауадесант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт юлдарын үтә.
- Элегерәк әрмегә бармағандарҙың абруйы булманы, ҡыҙҙар ҙа мотлаҡ хеҙмәт иткәндәрҙе яҡын күрә ине. Әле йәмғиәтебеҙ башҡаса, мәктәптән үк әрме хеҙмәтенә һөйөү һәм Тыуған илде һаҡлау тойғоһон тәрбиәләргә кәрәк. Егеттәр хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмаһын. Әрме хеҙмәте – ул тормош дәресе. Һәр кем был һынау аша үтергә тейеш, тип уйлайым. Форсат менән файҙаланып, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, бөтә ир-егеттәрҙе лә тик яратҡан кешеләре, тоғро дуҫтар уратып алыуын теләйем, - ти Эльвир Әлмөхәмәтов.