Йәмғиәт
2 Февраля 2022, 10:00

Әҙелбаевтар - өлгөлө ғаилә

Мәләүез районында үткән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022” асыҡ республика конкурсында Ишембай районынан Лилиә Һәм Фәнзил Әҙелбаевтар ғаиләһе “Ғаилә ижады” номинацияһында 1-се урын яуланы.

Әҙелбаевтар - өлгөлө ғаиләӘҙелбаевтар - өлгөлө ғаилә
Әҙелбаевтар - өлгөлө ғаилә

Улар үҙҙәренең ҙур, татыу, ижади ғаиләһе тураһында мауыҡтырғыс ролик күрһәтте.

Конкурстың төбәк этабында Бишбүләк, Ишембай, Мәләүез, Миәкә, Федоровка, Стәрлетамаҡ райондарынан, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәм Силәбе өлкәһенән 16 ғаилә ҡатнашты. Конкурстың маҡсаты - ғаилә абруйын күтәреү, туған телде, башҡорт фольклорын, милләтебеҙҙең йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү. Конкурсанттарҙың эшен абруйлы жюри ағзалары баһаланы.

Ысынлап та, Әҙелбаевтар һәр яҡлап өлгөлө ғаилә. Ғаилә башлығы Фәнзил Кәрим улы Ишембай телевидениеһын етәкләй. Балаларына хәстәрлекле атай, тормош иптәшенә ныҡлы терәк-таяныс ул.

Лилиә Әлфир ҡыҙы ҡаланың милли мәҙәниәттәр үҙәген етәкләй. Әҙелбаевтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 10 йыл, бер ҡыҙ һәм ике ул үҫтерәләр. Фәнзил менән Лилиә балаларының фекерле, һәләтле, тырыш, үҙ ҡарашлы, шул уҡ ваҡытта мәҙәниәтте, сәнғәтте, спортты үҙ итеүсе, телде һөйөүсе шәхестәр итеп тәрбиәләү өсөн бар көстәрен һала. Ҡыҙҙары Айзель өс йәшенән “Тамыр” каналының “Сәңгелдәк” тапшырыуын алып бара. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсының ике тапҡыр еңеүсеһе тип билдәләнгән. Шулай уҡ, ул “Сулпылар”, “Елкән” телевизион конкурстары лауреаты. Тырыш ҡыҙ халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим әҫәрҙәрен яттан һөйләү конкурсы еңеүсеһе лә. “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында 3-сө урын алған. Әлеге көндә ул Ишембай музыка мәктәбендә скрипка, фортепиано серҙәренә төшөнә.

Өлкән улдары Йософ дүрт йәшенән хоккейҙа. Уның был спорт төрөн үҙ итеүе атай-әсәйҙәрен тағы ла ҡанатландыра. Яңыраҡ “Ютуб”та үҙ каналын булдырып,
төрлө видеояҙмалар эшләү менән мауыға башлаған.

Төпсөк улдары Ибраһим да ағаһынан ҡалышырға теләмәгән, ул да хоккейға йөрөй. Һуңғы еңеүҙәренең береһе - “Тамырым” ҡала һәм район шиғыр һәйләүселәр конкурсында беренсе урын.

Әҙелбаевтар 2018 йылда яралған “Баштой” ғаилә проекты менән дә ғорурлана ала. Башҡорт телендә һөйләшеүсе ҡурсаҡтар, планшеттар, смартфондар сабыйҙарҙың телмәрен үҫтереүҙә, тыуған телгә ихтирам, иғтибар арттырыуға йүнәлтелгән уйынсыҡтар. Был проектты улар бар көсөн һалып атҡара. “Баштой”ҙың тормошонда балаларҙың әһәмиәте ҙур. Әҙер продукция тәү сиратта уларҙың ҡулы аҫтынан үтә. Ибраһим, иһә, әлеге ваҡытта ғаилә проектының йөҙө булып тора. Ул төрлө рекламалар төшөрөргә ярҙам итә. Лилиә менән Фәнзил милли аш-һыуға ла иғтибар бирергә тырыша.

- Донъяуи мәшәҡәттәрҙән айырылып бер табын артында йыйылыу кинәнес тә, рухи көс тә өҫтәй. Ғөмүмән, атай-әсәйебеҙ беҙҙә тәрбиәләгән
сифаттарҙы үҙебеҙ ҙә балаларыбыҙға тапшырырға, улар менән бергә үҫергә, алға ынтылырға тырышабыҙ. Тел киләсәге - балалар ҡулында. Ә ғаилә нигеҙе – мөхәббәт. Конкурсҡа килгәндә, унда ҡатнашыуыбыҙ һәм еңеүебеҙ өсөн бик тә шатбыҙ, артабан да беҙҙе ижади уңыштар көтөр тип ышанабыҙ, - ти Лилиә.

Татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар сәләмәт, бәхетле, илгә файҙалы булып үҫә. Әҙелбаевтарға хәҙер конкурстың республика этабында көс һынарға тура киләсәк.

 

Фото ғаилә архивынан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас