

Осрашыуҙа райондың имам -мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов, ҡала мәсетенең имам-хатибы Илнур хәҙрәт Ғиниәтуллин ҡатнашты.
- Мөхтәсибәткә бина бүленеүе өсөн район хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ. Ошондай йыйылыштар хәҙер ай һайын ойоштороласаҡ. Яңылыҡтарҙы еткереү генә түгел, имамдарға дини яҡтан дәрестәр биреү өсөн дә хәҙер мөмкинлектәр ҙур. Һәр йыйылған һайын имамдарыбыҙҙың белемен нығытыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Ғөмүмән, теләгән һәр кем бында килеп һорауҙарын бирә ала, ғәрәпсә яҙырға, уҡырға өйрәнеү мөмкинлеге лә ҡаралған. Ситтән хәҙрәттәр, остаздар саҡырып, дәрестәр ойоштороуҙы ла ниәтләп торабыҙ. Шулай уҡ балалар өсөн саралар уҙғарыу күҙ уңында тотола , - тине Илшат хәҙрәт.
Бындай осрашыуҙың көтөп алынғанлығы күренеп тора. Төрлө ауылдарҙан килгән имамдар үҙҙәренең һорауҙарын да, борсоған проблемаларын күтәрҙе, тәҡдимдәрен дә әйтте. Тап ошондай йыйылыштарҙа уларҙы хәл итеү юлдары асыла ла инде.
Хәҙер инде ике айҙан ашыу ҡала мәсетенең имам-хатибы вазифаһын башҡарыусы Илнур хәҙрәт тә сығыш яһап, яҡташтарыбыҙҙы насар ғәҙәттәрҙән аралау, тәртипкә өндәү, дин тәрбиәһе биреү йүнәлешендә бер төптән, татыулыҡта һәм берҙәмлектә эшләргә саҡырҙы.
Автор фотолары.