Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2022, 18:00

УЗИ урынына сөгөлдөр

Эсәктәр һаумы икәнлеген тикшереү өсөн 2 сәғәт буйы ултырған 1-2 аш ҡалағы сөгөлдөр һутын эсергә кәрәк.

УЗИ урынына сөгөлдөр
УЗИ урынына сөгөлдөр

Әгәр ҙә уны ҡулланғандан һуң һейҙек ҡыҙыл булһа, тимәк эсәктәр таҙартыу функциялары менән эшкәртелмәгән. Тарҡалыу продукттары сығарылмай һәм бауырға эләгә, тимәк, беҙҙең организмды зарарлай. Ә бына сөгөлдөр иҙмәһе организмдағы бөтә зарарлы матдәләрҙе таҙарта.
Бының өсөн уртаса ҙурлыҡтағы бер сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һутын һығып, сөгөлдөрҙөң үҙенән йомороҡайҙар әүәләргә. Ашарҙан 30 минут алда, яҡынса 3 аш ҡалағы ҡулланырға. Әгәр ҙә уны 5 көн буйы, көнөнә 9 аш ҡалағы ашаһағыҙ, организмды токсиндарҙан, шлактарҙан һәм паразиттарҙан таҙартып була.
Бер юлы ябығып та ҡуйырһығыҙ әле, сөнки сөгөлдөрҙән йомороҡайҙар аппетитты кәметә.

 

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: