Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2022, 13:00

Этҡолда һыу селтәрҙәре яңырыр әле

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса һуңғы йомғаҡлау йыйылышы Этҡол ауылында уҙғарылды. Йыйылышҡа килеүселәр һыу торбаларын алмаштырыу мәсьәләһен күтәрҙе һәм халыҡ был тәҡдимде хуплап сыҡты.

Этҡолда һыу селтәрҙәре яңырыр әле
Этҡолда һыу селтәрҙәре яңырыр әле

- Үҙем 1 Май урамында йәшәйем. Һыу - йәшәү сығанағы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Һуңғы бер йылда бигерәк тә ныҡ интектек. Сәй эсергә лә һыу булмаған ваҡыттар булды. Беҙгә сәғәтләп килһә лә, юғарыраҡ йәшәгәндәрҙә бөтөнләй булманы. Янғын-фәлән сығып ҡуймаһын, тип ҡотобоҙ осоп торҙо. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын бигерәк тә беҙҙең 1Май урамында йәшәүселәр көтөп алды. Уңышлы ғына конкурстан үтеп, һыу селтәрҙәрен ремонтларға яҙһын, - тине ошо ауылда йәшәүсе, 35 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләүсе Роза Фәхретдинова.

Быйыл программа ярҙамында 1 Май һәм Үҙәк урамдарындағы һыу селтәрҙәрен алмаштырырға тигән ҡарарға килеп, этҡолдар инициатив төркөм дә һайлап ҡуйҙы.

- Ысынлап та, ауылда һыу торбалары иҫкергән. Шуның арҡаһында бигерәк тә йәйге осорҙа әле тегендә, әле бында улар тишелеп проблемалар сығып тора.Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ике урамда был мәсьәләне хәл итергә булышлыҡ итер тигән өмөттәбеҙ, - тине Этҡол ауыл хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Айһылыу Заһиҙуллина.

Этҡолда һыу селтәрҙәре яңырыр әле
Этҡолда һыу селтәрҙәре яңырыр әле
Этҡолда һыу селтәрҙәре яңырыр әле
Этҡолда һыу селтәрҙәре яңырыр әле
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: