Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2022, 17:30

Һигеҙенсе мөғжизәгеҙ менән!

Халҡыбыҙҙа, ҡыҙлы йорт – наҙлы йорт, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, күрәһең... Иҫәкәй ауылында йәшәүсе Гөлсинә һәм Илдар Алтынбаевтар өр-яңы йылды ғаиләлә һигеҙенсе ҡыҙ тыуыу шатлығы менән ҡаршы алды.

Һигеҙенсе мөғжизәгеҙ менән!
Һигеҙенсе мөғжизәгеҙ менән!

Балаларға килгәндә, иң өлкәндәре Илвина Стәрлетамаҡ ҡалаһында колледжда уҡыһа, Илгенә – һигеҙенсе, Илүзә – алтынсы, Гөлфинә – бишенсе һәм Гөлсөм икенсе класта уҡый. Алты йәшлек Гөлсәсәк балалар баҡсаһына йөрөй, ә Илйәнәгә ни бары өс йәш. Яңы тыуған һеңлеләренә Илдинә тип исем уйлап та ҡуйған улар.
- Ҡыҙҙарҙың әсәйҙәре ҡул эштәренә маһир, бәйләргә ярата. Атайҙары – балта оҫтаһы, ултырғыс, өҫтәл, эскәмйә һәм башҡа әйберҙәрҙе һә тигәнсә яһап та ҡуя, - тип ихлас уртаҡлашты Илдарҙың бер туған апаһы Мәҙинә Алтынбаева. - Әлбиттә, ҙур ғаиләлә малын да, ҡош-ҡортон да күп аҫрайҙар. Балалар бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, эшкә өйрәнеп үҫте, шуға ла улар ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы.
Ҡыҙҙар ижади яҡтан да талантлы, спорт менән әүҙем шөғөлләнәләр. Ауыл мәҙәниәт йортонда үткән бер сара ла, бер байрам да уларһыҙ үтмәй, тип маҡтап телгә ала уларҙы ауылдаштары.
Яңы сабыйҙары тыуған Алтынбаевтарҙың ҡыҙлы йортонда һәр саҡ ырыҫ булһын!

Һигеҙенсе мөғжизәгеҙ менән!
Һигеҙенсе мөғжизәгеҙ менән!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: