Йәмғиәт
17 Января 2022, 04:00

АТА-ӘСӘЛӘР ПАТРУЛЕ СЫҠТЫ

Балаларҙың юл-транспорт фажиғәһенә тарыуын булдырмау маҡсатында ҡаланың 18-се мәктәбе һәм 1-се гимназияһы Рәсәй Эске Эштәр министрлығы ЮХХДИ-ның Ишембай районы буйынса идаралығы менән берлектә «Хәүефһеҙ каникулдар» акцияһын ойошторҙо.

АТА-ӘСӘЛӘР ПАТРУЛЕ СЫҠТЫАТА-ӘСӘЛӘР ПАТРУЛЕ СЫҠТЫ
АТА-ӘСӘЛӘР ПАТРУЛЕ СЫҠТЫ

Яңы йыл ялдары осоронда дежур патруль балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә боҙҙан яһалған тауҙарҙа, йәйәүлеләр үткәүелдәрендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙө. Бәләкәстәрҙең кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтарҙың булыу-булмауына ла етди иғтибар бирелде.

- Статистиканан күренеүенсә, тап ошо осорҙа балалар ҡатнашлығында бәхетһеҙ осраҡтар йышыраҡ теркәлә. Юлда, һыу буйында, уйын майҙансыҡтарында көтөлмәгән ваҡиғалар килеп сығыуы ихтимал, - тип белдерә хәүефһеҙлекте пропагандалаусы инспектор Гөлнур Ғиндуллина. – Шуға күрә полицияның һәм ата-әсәләрҙең берләшеүе юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы балаларҙың ғүмерен, һаулығын һаҡларға булышлыҡ итәсәк.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен уҡыусыларҙың хәтерҙәренә йышыраҡ төшөрөп торорға кәңәш итә.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас