

Ул 1941 йылдың декабрендә Иҫке Ишембай ҡасабаһында донъяға ауаз һала. Бөйөк Ватан һуғышында уҡсылар полкы командиры булып хеҙмәт иткән атаһынан, Ишбулдин Тимербулат Сәитгәрәй улынан, яуаплылыҡ һәм иғтибарлыҡ, ғәҙеллек һәм кешелеклелек сифаттарын, әсәһе Миңниса Ғәли ҡыҙынан ябайлыҡ, ихтирамлыҡ, ихласлыҡ, сабырлыҡ һыҙаттарын үҙенә алған Әнисә уңышлы итеп мәктәпте, төҙөүселәр училищеһын тамамлай. Хеҙмәт юлын Салауат ҡалаһында башлай, аҙаҡ Ишембайға ҡайтып, эшен дауам итә. Һәр ерҙә лә үҙен яуаплы, ғәҙел, кешелекле итеп күрһәтә ул. Йәштәргә ярҙам ҡулын һуҙа, ололарҙы хөрмәт итә. Ошо сифаттары өсөн хеҙмәттәштәре, етәкселәр Әнисә Тимербулат ҡыҙына ихтирам менән ҡарай, уның менән кәңәшләшә. 1971 йылда Әнисә Ибәтуллина Ишембай ҡала Советына депутат итеп һайлана. Был ваҡытта ул ун йылдан ашыу Смаҡай килене, йәғни, смаҡайҙар әйтмешләй, “үҙебеҙҙең ҡыҙыбыҙ” булып, ҡасаба өсөн дә, Ишембай өсөн дә байтаҡ хеҙмәт күрһәтеп, әүҙем тормош алып бара. Смаҡайҙың үҫешенә күп көс һала, ауыл балалары уҡыһын тип Смаҡай мәктәбен ҡарай, уны яңы бинаға күсертеүгә ҙур тырышлыҡ һала. Әнисә Тимербулат ҡыҙы, үҙенең ябайлығына ҡарамаҫтан, ҙур хужалар менән матур аралаша белә, закондарҙы аңлап һәм ҡулланып, халыҡ һүҙен яҡлап эш итә, шуның өсөн дә ул әлегә тиклем хөрмәттә һәм иғтибарҙа йәшәй.
1960 йылда Әнисә Тимербулат ҡыҙы Смаҡай егете Ғаяз Рәжәп улы менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Улар 56 йыл бәхетле тормош көтәләр, ике ҡыҙға – Зөлфиә менән Альбинаға хәстәрлекле атай-әсәй, ике ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай-өләсәй улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә йыл элек Әнисә Тимербулат ҡыҙының яратҡан тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күсте. Яңы ғына Әнисә Тимербулат ҡыҙының тормошона тағы ла бер йәм булып, көтөп алған сабый, бүләсәһе Лилиә донъяға килде, Регина ейәнсәре менән Илмир кейәүе әсәй-атай булды.
Смаҡайҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, ағинәйебеҙ Әнисә Ибәтуллина – ауыл халҡы өсөн иң хөрмәтле кешеләрҙең береһе. Ҡасаба балалары ла уны яратып, иғтибар күрһәтә, йәштәр ҙә уның кәңәштәренән, йылы һүҙенән, фатихаһынан ҡалмай, ололар ҙа тейешле хөрмәт белдереп, уға бар яҡтан да ярҙам итеп торалар. Әнисә Тимербулат ҡыҙы һәр кемгә төрлө яҡтан үҫешергә, кешелекле булырға һәм сабырлыҡ күрһәтергә саҡыра. “Белемең булһа, кеше менән һүҙ йөрөтә белһәң, бер ҡасан да юғалмаҫһың”, - ти ул. Ошо һүҙҙәр күптәребеҙ өсөн балҡып торған маяҡ булһын, ә Әнисә Тимербулат ҡыҙы кеүек шәхестәр был донъяға күберәк килһен ине.