Йәмғиәт
4 Января 2022, 10:00

Яңы йылды клубһыҙ ҡаршыланылар...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрамдарҙың төп бәләһе – янғындар. 31 декабрҙә иртән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына Ишембай районының Ишем ауылында клуб яныуы тураһында хәбәр килә.

Яңы йылды клубһыҙ ҡаршыланылар...Яңы йылды клубһыҙ ҡаршыланылар...
Яңы йылды клубһыҙ ҡаршыланылар...

Ҡотҡарыусылар килгән саҡта 13х9 ҙурлығындағы ағас бинаны ут ялмап алған була. Уны һүндереүгә туғыҙ кеше һәм дүрт техника йәлеп ителгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүселәре янғын сәбәптәрен асыҡлаясаҡ. Уттан зыян күреүселәр юҡ, әммә Ишем ауылы халҡының Яңы йылды клубһыҙ ҡаршылауы күңелһеҙ хәл.
Ошо көндәрҙә шулай уҡ Көҙән ауылында ағас мунсала янғын сыҡҡан. Был хәл Совет урамында урынлашҡан йорттоң ихатаһында була.
Көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуғанда, кисекмәҫтән 112 телефонына шылтыратығыҙ!

 

Фото: https://vk.com/public119678977

Яңы йылды клубһыҙ ҡаршыланылар...
Яңы йылды клубһыҙ ҡаршыланылар...
Яңы йылды клубһыҙ ҡаршыланылар...
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас