Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ғинуар 2022, 10:00

"Вәлиәнең тоҙағына эләктем"

Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәй, был тарих бының тап шулай икәненә яңынан инандырҙы.

"Вәлиәнең тоҙағына эләктем"
"Вәлиәнең тоҙағына эләктем"
Вәлиә мөхәббәттең барлығына бер ҙә генә ышанмай ине. Ул киноларҙа, уйлап сығарылған романдарҙа була торған тойғо тип иҫәпләп йәшәне. Беренсенән, ул утыҙҙан үтеп бара инде, икенсенән, Аҡбуҙатҡа атланып килер тип көткән аҫыл егет килмәне лә ҡуйҙы. Сибәрлеге менән дә маҡтана алмай ине шул. Өсөнсөнән, ул үҙен бер ваҡытта ла романтикалы йән тип иҫәпләмәне, юҡҡамы ни биология факультетына инеп, тамамланы һәм шунда уҡ эшләп тә йөрөй. Шулай институт, фатир һәм ҡала ситендәге баҡсаһы араһынды йөрөп ғүмер итте. Әммә бер мәл уның тормошо ҡырҡа үҙгәрҙе...

Яҙғы бер кистә әйберҙәрен йыйып ғәҙәттәгесә дачаһына йыйынды ҡатын. Ҡыштан һуң бар нәмә лә урынындамы икәнлеген тикшереү ине маҡсаты. Электричкаға ултырып "һә" тигәнсә килеп тә етте, нисәмә йыл йөрөлгән таныш һуҡмаҡтарҙан күҙ йомоп та бара ала ул хәҙер. Иҫке ҡапҡаны шығырҙатып асыуы булды, күҙенә тәҙрәнән төшкән шәм яҡтыһы салынды. Өйҙә кемдер бар! Вәлиә, күп тә уйлап тормай, ишек янында терәлеп торған тәпкене тото алып эскә атылды.

Ҡаршыһына ҡараңғылыҡтан кемдер сығып килә ине, ҡапыл шатыр-шотор килгән тауыштар ишетелеп ҡалды. Кемдер абынып йығылды, ныҡ ҡына һүгенеп алды ир тауышы. Вәлиә, етеҙ генә эскә үтеп, ҡунаҡ бүлмәһенең утын һәрмәнеп яндырҙы. Ни күҙе менән күрһен, иҙәндә себен тотҡосҡа уралып ир кеше ята.

Аптырашта ҡалған ҡатынға ҡысҡырып көлөүҙән башҡа сара ҡалмай. "Нимә көлөп тораһың", - тип бурылдай ир. "Себен һымаҡ килеп эләктең бит. Һин кем, асарбаҡһыңмы әллә?" - тип ҡыҙыҡһына ҡатын.

Баҡтиһәң, йәйҙән ҡалған себен тотҡос елемле ленталарҙы Вәлиә алып та тормаған булған икән. Марат шунда уралып, етмәһә, ҡараңғыла абынып йығылған...

Шул осрашыуҙан ике йөрәк башҡа айырылмай. Марат һәйбәт кенә егет, арыу ғына ғаиләнән, тик өйҙәгеләр менән низағлашып, сығып киткән сағы була. Айырым йәшәргә уйлап, әммә ҡайҙа барырға белмәйенсә, электр поезы менән ошо баҡсалар яғына килеп сыға ул. Әмәлгә ҡалғандай, тап Вәлиәнең өйөн ваҡытлыса йәшәп тороу урыны итеп һайлай.

Туйҙы ла ябай ғына итеп үткәрәләр йәштәр, унда яҡындарын ғына саҡыралар. Ҡайҙан табыштығыҙ тигән һорауға "Вәлиәнең тоҙағына эләктем",- тип мәрәкәләй егет һәм мөхәббәтле ҡараш менән һөйгәненә баға. Баллы айҙарын да тап ошо үҙҙәрен ҡауыштырған баҡса өйөндә уҙғара бәхетле йәштәр.
 
 
 
Миләүшә Сайтакова
Автор:
Читайте нас: