

Ҡорал һәм патрондарҙы үҙең йәшәгән йортта һаҡларға кәрәк. Тик уларҙы сит кешеләр алмаһын өсөн металл шкафтарҙа, сейфтарҙа, юғары сифатлы материалдан эшләнгән йәки тимер менән көпләнгән йәшниктәрҙә бикләп тотоу мотлаҡ.
Граждандар үҙҙәре ваҡытлыса йәшәгән, шулай уҡ һунарға, тәбиғәткә ял итергә сыҡҡан урындарҙа бер нисә шартты үтәргә бурыслы. Ҡоралға сит кешеләр ҡағылырға тейеш түгел. Уны автомобилдә, гаражда, һарай эсендә, дачала һәм башҡа урындарҙа ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Рәсәй Федерацияһының 1998 йылдың 21 июлендәге 814-се ҡарары менән раҫланған "Рәсәй Федерацияһы территорияһында граждандар һәм хеҙмәт ҡоралын, уның патрондарын ҡулланыу ҡағиҙәләре"нең 77-се пунктына ярашлы, ил территорияһында үҙең менән бергә биш берәмек ҡорал һәм 1000 патрон йөрөтөргә була. Бының өсөн Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәренең федераль хеҙмәте тарафынан ҡоралды йөрөтөргә, һаҡларға, ҡулланырға, уның төрҙәрен, моделдәрен илгә индерергә рөхсәт йәки һатып алыуға, коллекциялауға, экспозицияға ҡуйыға лицензия бирелергә тейеш.
Атыу ҡоралын патронлы магазины йәки барабаны һаҡлағысҡа ҡуйылған көйөнсә көплөк эсендә (ҡыҫҡа көбәкле атыу ҡоралын кобура эсендә) йөрөтөргә кәңәш ителә.
Рәсәй Федерацияһы территорияһында митингылар, парадтар, демонстрациялар һәм пикеттар ваҡытында ҡорал йөрөтөү ҡәтғи тыйыла.
Ҡоралды сит кеше файҙаланып фажиғәле хәлгә килтерһә, уның эйәһенә енәйәт эше асыла. Юғалтҡан йәки урлатҡан осраҡта (фажиғәле хәл булмаһа) Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 20.8-се кодексының 4.3-сө статьяһы буйынса граждандарға биш меңдән ун меңгә тиклем штраф һалына. Шулай уҡ ҡорал мәжбүри тартып алыныуы ихтимал. Яңыны һатып алыуға, һаҡлауға һәм йөрөтөүгә хоҡуҡ бер йылдан өс йылға тиклем тыйыласаҡ.
Үрҙә һанап үткән шарттарҙың үтәлеү-үтәлмәүен Рәсәй милли гвардияһының лицензия-рөхсәт эштәре хеҙмәте полиция менән берлектә контролдә тота. Был ведомстволар хеҙмәткәрҙәре профилактик саралар барышында ҡорал хужаларын йорт адрестары буйынса даими тикшереп тора.
2021 йылда Ишембай районы территорияһында бер граждан ҡоралын транспорттан урлата, ә өсәүһе юғалта. Бер сикләнгән атыу һәм өс һунар ҡоралдарының хужалары, әлбиттә, административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Фото: https://pixabay.com/ru