Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2022, 21:00

Яҙмыштан уҙмыш юҡ

1-се бүлек

Яҙмыштан уҙмыш юҡ
Яҙмыштан уҙмыш юҡ

- Фәниә балам, кейәүҙең киткәненә нисә көн булып китте,аҙна булды түгелме, ни эшләп һаман ҡайтмай икән? Шулай эше күп микән ни? Уҙа барһа, өс көндән ҡайтырмын тигәйне түгелме ?Зәрә ныҡ оҙаҡланы был юлы.Ахырлайҙа һәләт кенә ҡайтып етә торғайны.Имен генә йөрөп ҡайтһын . Былай, төштәрем болармай. Бөгөн ҡайтыр инде,мунсаны ҡараһын малайҙар. Арыуыраҡ яҡһындар.Кейәү ныҡ сабына бит ул,-тип тыштан ҡош-ҡортон ҡарап ингән ҡыҙы Фәниәне йөҙ һорау менән ҡаршыланы Хәлимә әбей.
-Юл хәлен белеп булмай шул, әсәй,үҙем дә аптырай башланым әле. Бөгөндәре ҡайтып етер ул, тип торамсы. Малайҙар бушамаҫ,пилорамда кеше күп,төштән һуң үҙем булышырмын инде мунса менән.Кейәүең ҡайтһа ла кискә генә ҡайтыр.
-Ярай,имен йөрөһөн ,ҡайҙа йөрөһә лә. Хоҙай ҡайғы- хәсрәтен бирмәһен. Етәрлек күрелде.Бынан ары, ҡалған ғүмерҙе, Хаҡ тәғәләм хәсрәткә һалмаһын инде.
-Ашыңды иртәрәк һал,теге ваҡытта ҡырҡҡан һалмаң етер ,бөгөнгә һалма йәймәһәң дә була. Ял көндәре иркенләп йәйеп, ҡырҡып алырһың әле, алла бойорһа. Йәш ҡорот юҡ,туңғанын булһа ла алып инеп,иретеп ҡуяйым.Кейәү ашты ҡоротһоҙ ашамай торған, -тип Хәлимә әбей кейәүенең ҡасан ҡайтырын белмәһә лә аш -һыу хәстәрләргә керешеп китте. Йәшләй генә иренән ике ҡыҙы менән етем ҡалып, ҡайғы- хәсрәт һурпаһын етерлек үҙ елкәһендә татыған Хәлимә, һәр атҡан таңына шөкөрәна ҡылып йәшәй. Ни арала уҙған ғүмер?Әле яңы ғына эңер ине.Сулаҡ Хәлфи менән оздой Менәүәрәнең биш малайы араһында бөртөк кенә булып үҫте Хәлимә.Атаһы мәрхүм һуғыштың башында уҡ ҡаты яралана.Снаряд ярсығы уның һул ҡулын терһәк тәңгәленән өҙөп ала.Оҙаҡ госпиталдә ятып, һул ҡулының еңен гимнастеркаһының билдегенә ҡыҫтырып, 42-се йылдың көҙөндә тыуған яғына ҡайтып төшә.Һуғыш бөткәнсе һыңар ҡулы менән тылда тир түгә.Өнһөҙ-тынһыҙ,тыныс ҡына атаһы ауылдың баҫҡан ерҙә ут сығара торған,сая,төҫкә-башҡа һылыу Менәүәрәгә өйләнә.Уларҙың өйләнеүен мәрәкә итеп һөйләүселәр булды ауылда.Мурт һүҙле Барый ҡарт: -Менәүәрә үҙе өйләнде бит Хәлфигә.Һуғыштан ҡайтып, аҙна үтеүенә мине кәләш итеп алһа, барыр инем тип еңгәһен яусы итеп ебәргән ул,-тип уйынлы- ысынлы шаяртыр ине.Сая ла,уҫал да,уңған да булды әсәһе.Ер емертеп эшләр ине.Хәлфейенән тотам ҡалманы. Утынға тип ат екһә, арбаһына менеп ултырҙы,бесәнгә төшһәләр, Менәүәрәнең сабып һалған бакуйы метрға етер ине.Ай-һай,эшкә лә ,ашҡа ла тилбер булды .Белмәгән эше булманы. Ғүмер буйы ире менән икәүләп колхоздың һарығын ҡаранылар.Шул Менәүәрәһенең арҡаһында бит , хатта Хәлфигә алдынғы чабан исемен бирҙеләр.Үҫә төшкәс, малайҙары ҡул араһына инде. Ағайҙары әсәләренә оҡшап сая, ут сәсеп торһа,Хәлимә атаһына оҡшап ипле,тыныс,сабыр булып үҫте. Ҡыҙ ғүмере күҙ асып йомғансы ғына шул.Егермене үтеп,кейәүгә сыҡмаһаң, ултыраҡ ҡыҙға һанай башлайҙар.Хәлимәгә яусы килгәндә, ҡыҙға ун һигеҙ ҙә тулмағайны. Ярулланың атаһы үпкә ауырыуы менән үлеп, йыл тулыуға әсәһе йөрәк өйәнәгенән мәрхүм булып ҡалған.Ҡара етем ҡалған Ярулланы үҙҙәренең әҡрәбәһе Ниғәмәт ҡарт менән Һағындыҡ әбей тәрбиәгә алғанда, малайға туғыҙ йәш яңы тулғайны. Ағаһы менән еңгәһенең үҙҙәренә бала насип булманы.Ярулланы улар ҡаҡмай-һуҡмай ,үҙҙәренеке итеп, яратып үҫтерҙеләр.Ҡулына нимә тотһа,шуны эш иткән Ниғәмәт Ярулланы бәләкәйҙән эшкә өйрәтте. Күбә тартыу,утын ярыу,мал ҡарау кеүек эштәрҙе бала саҡтан күңеленә һеңдереп үҫте егет.Атаһына оҡшап аҙ һүҙле,мыҡты кәүҙәле,үткер ҡарашлы Ярулла үҫә төшә Ниғәмәт ҡарттың төп таянысына әйләнде.Унынсыны бөткән йылдың көҙөнә армияға алдылар.Погранвойскала бик матур хеҙмәт итеп ҡайтты.Яҡшы хеҙмәте өсөн Ниғәмәт ҡарт менән әбейенә маҡтау хаты ла яҙҙы командиры.Эй,ҡыуанып бер булды әбей менән бабай.Ярулланы армиянан һағынып,үҙ балаларындай көтөп алдылар. Армиянан ҡайтып, ярты йыл үтеүгә, фермала эшләп йөрөгән Хәлимәгә Ярулла яусы ебәрҙе. Ярулла армияға киткәнсе фермала мал ҡарағайны. Ҡайтҡас та өйҙә күп ятманы,Ниғәмәт ҡарттың ваҡ-төйәк эшен ул-был иткәс тә фермаға эшкә барҙы.Фермаға эш белешеп барған көндө үк Хәлимәгә күҙе төшөп ҡайтты.Йәш,ҡарамаҡҡа һөймәлекле,аҡ йөҙлө ҡыҙыҡай бер күреүҙә арбаны уны.Эш башлағас,егет ҡыҙға нисек яҡынайырға белмәй баш ватты.Әмәлгә ҡалғандай, егет эш башлағанда, ҡыҙҙың йәш тана төркөмө бәйләгән сағы.Егет бесән һалған да ла,ем таратҡанда ла ҡыҙға йәшертен күҙ атты.Торараҡ һүҙ ҡушты.Тана бәйләү,өйрәтеү фермала мәшәҡәтле эш.Ошо мәшәҡәтле эш йәштәрҙе бер-береһенә яҡынайтты ла инде. Тәүҙәрәк оялып,һүҙ ҡушырға ла ҡыймай торған ҡыҙ тора-бара егеткә өйрәнде. Егет егетлеген итте,Хәлимәнең йөрәген яуланы.Өс ай тирәһе дуҫлашып йөрөгәс,Яңы йыл алдынан Ғәйниә әбейҙе яусы итеп ебәрҙеләр. Ыҡсым ғына туй яһап,ағаһы менән еңгәһенең йортона оҙатып алды Хәлимәне.Һағындыҡ әбей киленен тәүҙән үк үҙ итте.Ниғәмәт ҡарт Ярулланы уллыҡҡа алғас,төкөтмә һуҡтырып өйөн ҙурайтҡайны.Бик ярап ҡалды.Йәштәргә айырым мөйөш булды.Йыл тулып үтеүгә мөйөш өрлөгәнә сәңгелдәк бауы аҫылды.Татыу,бер-береһен аңлап ҡына йәшәгән пар бер-бер артлы ике ҡыҙға атай-әсәй булды. Ниғәмәт ҡарт менән әбейе ике ҡыҙ өсөн йән атты. Өйҙә ҡарарға кеше булғас, Хәлимә бала ҡарап өйҙә оҙаҡ ултырманы .Эшкә сыҡты. Парлап сығып китәләр эшкә, парлап ҡайтып инәләр.Өйҙә бар хәленсә Һағындыҡ әбей эште бөтөрөп ҡуя. Балалар ҡараулы. Ниғәмәт ҡарттың һуңғы йылдары биле һыҙлап аптырата. Кәртә тирәһендә бик эш ҡыйрата алмай.Күберәген Ярулла үҙе йөрөнө. Фажиғә була торған көнө Һағындыҡ әбей ауырыҡһынып торғас, Хәлимә ял алып өйҙә ҡалды.Ире иртүк эшкә йыйынды. Сығып киткәс, эш бейәләйен онотоп, кире килеп инде.Ҡапҡаны асҡас, тағы атын туҡтатты,онотҡан һәнәге иҫенә төштө.Ни хикмәттер,ҡапҡаны сығып, атын бәйләп,тағы кире инде өйгә. -Хәлимә,мин иртәрәк ҡайтырмын,ашарға иртәрәк әҙерләгеҙ,бөгөн мунса яға торған көн,үҙем яғырмын,-тип бисәһенә яратып ҡарап алды ла инде булды тигәндәй, йәһәт кенә атлап сығып китте.Әллә төш күреп һеңгәҙәп сығып китә алмай йонсономо,әллә йөрәге менән тойҙомо- серен үҙе менән бергә алып китте ҡәбергә. Шул көндө фермала малға тип, санаһына силос тейәп торғанда, соҡор емерелеп, Ярулла силос аҫтында ҡала.Ҡаҙып сығарып, больницаға алып барғанда тере була әле. Больницала ,ике сәғәттән аңына килмәйенсә, мәңгелеккә күҙен йома. Яңы утыҙға етеп , инде йәшәргә тигәндә, яҡындарын зар илатып, баҡыйлыҡҡа китеп бара Ярулла. Йәп-йәш Хәлимә ике ҡыҙын ҡосаҡлап илағанда ла әле һаман аңына барып етмәй ине, иренән тороп ҡалыуы.Ҡарттар был юғалтыуҙы ныҡ ауыр кисерҙеләр.Әллә аҙна Ниғәмәт ҡарт ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмай ҡайғырҙы.Бер килке өнһөҙ-телһеҙ йөрөгәндән һуң ураған һайын: -Яңылышты,Хоҙай,яңылышты.Мине ала торған урынға Ярулланы алып, яңылышты.Уға бит йәшәргә лә йәшәргә ине.Мин инде йәшәрен йәшәгән,ашарын-ашаған тигәндәй.Әрәм генә булды балабыҙ,-тип йәшкәҙәгән күҙен һөрттө. Һағындыҡ әбей ҙә бөтөрөнөп китте.Былай ҙа тарамыш,арыҡ кешенең һыны килде.Күҙ төптәре уйышып китте.Ни хәл итәһең,үлем хәле шатлыҡ түгел.Ярулланың самай ер емертеп эшләп ,донъя көтәр сағы ине лә бит.Донъя беҙ тигәнсә генә бармай шул. -Килен үҙ ихтыярыңда,әле йәшһең,беҙ нисек тә көн итербеҙ.Беҙҙе уйлама.Хәҙер ни беҙгә, арынан, бире яҡын.Әле йәшһең,урыны тура килһә,тормошҡа сыҡ.Ғүмереңде яңғыҙ үткәрмә.Был донъяла парлы йәшәү -үҙе бәхет.Үлгән артынан үлеп булмай бит. Ҡалайтаһың,Яруллабыҙҙың самай ғына йәшәр сағы ине.Балаҡайым,ер ҡуйынына иртәрәк инеп китте шул.Унда ла һәйбәт кешеләр кәрәктер инде.Беҙгә ҡарап торма,инде йәшәмәнек түгел, йәшәнек,ҡайғыһын да шатлығында татыныҡ,ҡалған ғүмергә Хоҙай ни ҡушар,үҙеңде уйла ,килен,- тип әйтеп ҡараны Һағындыҡ әбей Хәлимәгә.

Үҙ балаларындай күреп, Яруллаға өмөт итеп йәшәгән ҡайныһы менән ҡәйнәһен Хәлимә ташлай алманы.Оҙатылып төшкәс тә ҡайным,ҡәйнәм тип өндәште үҙҙәренә.Үҙенең атаһы менән әсәһе бер-бер артлы мәрхүм булғас,уларға ныҡ яҡынайғайны шул.Йәлләүҙән бигерәк Ярулланы үпкәләтермен тип ҡурҡты. Хәҙер инде олоғайҙылар.Хәлимә менән ҡыҙҙарынан башҡа уларҙың бер яҡыны ла юҡ. Сания менән Фәниәһе лә ҡартатай,ҡәртәсәй тип өҙөлөп тора.Ире үлгәндә Санияһы уҡырға барғайны.Фәниәһенә алты йәш тирәһе булғандыр.Бер-бер артлы ғына тапҡайны ҡыҙҙарын.
-Кәләш,минең ҡыҙ яратҡанды белеп ҡыҙҙар табаһың шикелле,-тигән булып шаяртҡайны ире Фәниәне тапҡас.Ҡыҙҙарын шул тиклем яратты Ярулла. Эшкә китһә лә,ҡайтһа ла һөйөп -яратып туйманы.Күрә алмаҫтай ғына булып йөрөгәндер, бахыр.

2-се бүлек


Ярулла үлгәс ,ҡайны-ҡәйнәһенең йыуанысы Сания менән Фәниә булды. Ике-өс ай тирәһе фермаға эшкә сыға алманы Хәлимә ирен ерләгәндән һуң. Эшкә килгәс тә силос соҡорон күрһә лә ҡайғыһы яңыра,егеп йөрөгән атын күрһә лә илап ҡаҡшаны. Тере кеше тереклеген итә,йәшләй үлгәнгә генә ҡыйын. Көн артынан көн, йыл артынан йыл үтте. Ваҡыт дауа тиһәләр ҙә ,барыбер, Хәлимәнең Ярулланы иҫләмәгән көнө булманы. Баштараҡ төшөнә ингеләне.Тора-бара төштән дә юғалды. Балалар аталарын һағынып, етемһерәп ҡаҡшанылар. Ярай әле,Ниғәмәт ҡарт менән әбейе бала йәнле.Ҡайғы-хәсрәттәренән шул ике балаға баҫтылар. Балалар ҙа уларға йылынды. Ярулланың үлеменә һигеҙ йыл тигәндә ,һин дә мин генә йөрөгән ҡәйнәһе аҙна тирәһе ауырып, бабайын ташлап китеп барҙы.Йыуаш,аҡыллы ғына,бөтмөр Наҡыя әбей үлгәс, донъя төҫһөҙләнеп китте. Бөтәһе лә үҙенә тороп ҡалды Хәлимәнең. Тормош өйрәтә икән шул, башыңа төшһә. Үлгән артынан үлеп булмай. Өйрәнде Хәлимә,самауырҙан сәй яһарға ла,ҡомалаҡлап икмәген һалырға ла. Бөтәһенә лә өйрәтте тормош.Эшенә лә өлгөрҙө. Әбейенең үлеменән һуң толҡа тапмай ҡаңғырҙы Ниғәмәт ҡарт.Ҡайғы-хәсрәт ғәләмәте булдымы -әбейенең үлеменә ярты йыл булыуға, былай ҙа биленән сыҙамаған бабай түшәккә ятты. Аяҡтары бөтөнләй йөрөмәҫ булды. Баштараҡ эш араһында ҡарап маташты ҡайныһын Хәлимә. Үҙе эштә булһа ,ҡыҙҙары ҡартаталарын тәрбиәләне. Өлкән ағаһының еңгәһе: -Хәлимә,ҡыҙҙарға ҡалдырма,ҡоҙаны.Улар ҡыҙ кеше.Ҡарар булһаң, эшеңдән сығып ҡара,ҡарамаһаң,бир ана ҡарттар йортона, –тип асыуланғас ,ваҡытлыса эшен ташланы.Ысынлап та, ятҡан һөйәк ауыр,үҙе саҡ ҡарай, күтәреп тигәндәй оло, кесе ярауын хәжәтләндерер кәрәк. Бахыр,ҡайныһы тыныс бит әле,аныһын-быныһын һорап йонсотмай. Сабыр ,бәләһен һалып бармай. Һөйәп ултыртһаң, арығансы хәбәрен һөйләп ултырған була.Ҡыҙҙарына шаярып һүҙ ҡуша. Баш бала булғанғамы , Санияһын бигерәк ярата. Уныһы үҙе лә Ниғәмәт ҡартҡа йылыҡас.Ҡарт баштараҡ шул тиклем уңайһыҙланды киленән. Хәлимә ашарға килтерһә лә,хәжәтен үтәтһә лә арҡаһынан һөйөп, күҙенә йәш алды. Эстән нимә уйлап, нимә кисергәндер,бер Хоҙай үҙе белә. Дүрт йыл ҡараны Хәлимә түшәктәге ҡайныһын. Ниғәмәт ҡарт бишенсе йыл тигәндә баҡыйлыҡҡа күсте. Аҙаҡҡы йылы бөтөнләй күҙҙән яҙҙы. Күҙҙәре үҙенән -үҙе һуҡырайҙы.Хәлимә дарыу алып ҡайтып дауалап та ҡараны. Бигерәк ҡыйын булды тома һуҡыр ҡартты ҡарауы.Ҡалағын тотоп ашаттылар,сәйен дә тотоп эсерҙеләр. Сания ла, Фәниә лә ҡартаталарын тәрбиәләште әсәләренә.Сания инде бигерәк,янынан китмәне. Әсәһенең уң ҡулы булды. Ауыл халҡы араһында ҡайһы берәүҙәр түҙеме етмәҫ,берәй ергә тапшырыр ул тигәндәре лә булды.Үрге ос Хазина күргән һайын:
- Ул һиңә кем?Иреңдең атаһы түгел.Үҙеңә ете ят.Түшәктәге ҡартты ҡарап йәшлегеңде заяға үткәреп,бынағайыш.Ҡасанан бирле Хисмәт һин тип йән ата.Риза булһа,бөгөндән һоратыр инем тип йөрөй.Әйҙә бәйнәтеңде тапшыр ҙа ҡарттар йортона,сыҡ шуға.Ҡыҙҙарың буй етте.Инде ни ике йәшәмәк булаңмы?Уларың да кейәүгә сығып китһә,ҡола башың ни эшләмәк булаң?-тип итен ашаны. Түшәктә ятҡан кешене түгел, үҙ аяғы менән атлап йөрөгән ҡарт кешене лә бағыу ҡыйын икәнен белә лә һуң Хәлимә.Тик йөрәгенә бойора алмай.Ҡартлыҡ бит үҙенә лә килер.Анан бигерәк, ҡартатай тип торған ҡыҙҙарына ни тиер һуң?Күҙҙән ҡалһа ла үлгәнсе теле татылдап ятты ҡайныһының. -Балаҡайҙарым, ике донъя рәхәтен күрегеҙ.Һеҙ булмаһағыҙ,мин ни эшләр инем. Шул тиклем ризамын,һуҡранмай тәрбиәләнегеҙ.Аллаһы тәғәләмдән көн-төн һорап ятам,миңә күрһәткән игелегегеҙ икеләтә ҡайтһын үҙегеҙгә,-тип телдән ҡалды. Оло мәйетте ауыл халҡы ҙурлап оҙатышты мәңгелек йортона.Кешенең ауыҙын ябып булмай.Ниғәмәт ҡарттың үлеменән һуң ауылда төрлөһө төрлөсә фәлсәфә һатты. Аҡыллылар сауабы Хоҙайҙан ҡайтыр үҙенә тинеләр,әсе тел-ваҡ йәндәр ҡайныһының пенсиәһе күп ине бит,аҡсаһы өсөн ҡараны тип йәнде өткәндәре лә булды.Хәлимә ул-был һүҙҙәргә иғтибар итмәне. Ваҡланып йөрөй торған ғәҙәте юҡ. Иң мөһиме- ҡайныһы риза булып,фатихаһын биреп китте. Шул еңеллек бирҙе күңеленә. Моғайын,Яруллаһы ла риза булып яталыр.Хәлимә ҡайныһының ҡырҡын үткәргәс тә фермаға эшкә барҙы.Ваҡытлыса тип ҡалдырған эшен һағынып өлгөргәйне. Эй,ғүмер тигәнең, ҡуйсы ла инде аҡҡан һыу менән бер.Хәҙер инде ике бәләкәй балаһын ҡалдырып, Санияның фажиғәле үлеп китеүенә лә егерме йылдан ашты . Бала ҡайғыһы йөрәктә тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер . Хәлимә әбейҙең Санияһын иҫенә алмаған көнө юҡ. Сания менән Фәниәнең аралары бер йәш кенә булып, төҫкә-башҡа ныҡ оҡшаш булғас, уларҙы игеҙ тип уйлағандары ла булды. Төҫкә-башҡа оҡшаш булһалар ҙа холҡтары менән айырылдылар .Сания баш бала булғанғалыр хәстәрлекле,кеше күңелле,алсаҡ булып үҫте.Фәниәнең тиҙ генә бер аҙ ҡылтая торған ғәҙәте булды.Тиҙ генә ҡылтайып, тиҙ генә яҙылып китә. Асыуланһа ла үҙе ҡайтымһаҡ, алабай ғына булып үҫте.Ҡыҙҙарҙың икеһе лә ҡыйғас ҡара ҡашлы,ауыр толомло,матур ине.Фәниәнең танау өҫтөндә әсәһенеке һымаҡ уйым ғына миңе бар. Ауыртүләк, һылыу Санияға күп егеттәр мәктәптә уҡығанда уҡ күҙ атты. Ҡыйыулығы етеп, Санияны оҡшатыуы хаҡында беренсе записка яҙыусы бер класҡа юғары уҡыған Вәхит булды. Эйе,унынсы класта уҡыған Вәхит Санияны записка яҙғансы әллә ике йыл тирәһе һүҙһеҙ генә оҡшатып йөрөнө. Серле ҡараш, иғтибар менән генә ҡыҙҙы яулап булмаҫын аңлап,үҙенең ике туған ҡустыһы аша записка бирҙертте. Бына шунан һуң ғына Сания Вәхиттең серле ҡарашын тойҙомо,күрҙеме тигәндәй серле йылмайыу менән яуап бирә башланы. Вәхиттең әсәһе колхоздың баш бухгалтеры булып колхоздың ике яҡлы өйөндә ауыл осондараҡ йәшәнеләр.Әсәһе ошо ауылдың ҡыҙы институт бөтөп ҡайҙалыр эшкә барып кейәүгә сыҡҡайны ла,ире ҡыҙғанып,туҡмағас, Вәхиткә алты йәш тирәһендә айырылып ҡайтты. Башта ата-әсәһе менән йәшәнеләр.Вәхиттең өләсәһе үпкә сирле булып, үлеп китте.Ҡартатаһы ярты йылдан һуң өйләнде.Вәхиттең әсәһе ҡайтҡас та бухгалтерияла эшләп йөрөй ине,башбухгалтер пенсияға киткәс,юғары белемле Вәхиттең әсәһе Зәйтүнәгә тәҡдим иттеләр эш урынын. Атаһы өйләнгәс, Зәйтүнә колхоз квартираһына сыҡты. Ҡайтыуына биш йыл тирәһе үткәс,Вәхиттең әсәһен өйләнмәй йөрөгән Шамил һоратты .Баштараҡ ризалашмай йөрөгәйне лә өсөнсө класта уҡыған Вәхите Зәйтүнәгә:
-Әсәй,әйҙә Шамил ағайҙы атай итәйек.Уның машинаһы ла бар.Үҙе гел көлөп кенә йөрөй,етмәһә көслө,-тип әсәһен уйға һалды.Бер ауыҙың бешкәс,өрөп ҡабаһың шул.Оҙаҡ уйлағандан һуң Шамилдың өсөнсө һоратып килеүендә риза булды.Өйҙә үҙенән бәләкәй ҡустыһы кәләше менән әсәһе йәшәгәнлектән Шамил колхоз квартираһына Зәйтүнә янына килде йәшәргә. Егет донъя көтөргә әрһеҙ булды.Вәхиткә ҡусты алып ҡайтҡас ,Шамил өй буратты.Яңы өйҙө һалып инеүгә иренә тағы бер ул бүләк итте бисәһе. Вәхитте ҡаҡманы,атайҙарса хәстәрлек менән тәрбиәләне.Көсөнән килгән эшкә ҡушты.Шамил үҙе урман техникумын бөткәс тә лесник булып эшкә төшкәйне.Хәҙер инде арыуыҡ йыл ошо эшендә.Ныҡ ярата эшен.Үҫә төшкәс Вәхитте лә үҙе менән урманға,һунарға алып йөрөнө.Шамил аҙ һүҙле,тыныс кешелекле, ипле генә булды.Вәхит тә йылыға йылан эйәләй тигәндәй,Шамил ағаһын яратты ,атаһы шикелле күрҙе.Хатта уға оҡшарға тырышты. Тәртипле,аҡыллы,төҫкә башҡа ла арыу,оҙон буйлы егеткә үҙ класында ҡыҙҙар күҙ һалып өлгөргәйне. Тик Вәхитең күңеле бер класс түбән уҡыған Санияла ине.Егет унынсыла,ҡыҙ туғыҙынсыла саҡта улар араһында һөйөү тыуҙы.Икәү аралағы йылы хистәр хатҡа ла,көндәлеккә лә түгелде.Сания хатта һөйгәненә бағышлап шиғыр ижад итһә, егет мөхәббәтен гармун телдәренә һалып моңланды.Киске уйын, костер,баҫыуҙағы колхоз эшендә гел бергә булды ҡыҙ менән егет.

3-сө бүлек


Вәхит унынсыны бөтөп, инстутутҡа уҡырға инде.Ҡыҙ менән егеттең араһын бәйләп матур мөхәббәт хаттары йөрөнө.Яйы сыҡҡан һайын Санияны күрер өсөн ашҡынып ауылға ҡайтты егет. Сания унынсыны бөткәс, Вәхит менән ҡалаға уҡырға барырға һүҙ ҡуйыша йөрөнөләр. Һөйгәненең ҡалаға алып килеү шатлығы Вәхитте ҡанатландырҙы.Ул хатта Сания уҡырға барырға теләгән финанс техникумын да барып күрҙе.Факультеттары тураһында белешмә алып Санияһына хат яҙҙы. Сания экзамендарын уңышлы тапшырып ҡулына аттестат алды.Сығарылыш кисәһенә уны ҡотларға Вәхит тә ҡайтты. Матур үтте хушлашыу кисәһе.Ҙур хыялдар менән айырылышты ҡыҙҙар һәм егеттәр.Нәҡ ошо көндә таң ҡаршылағанда Сания менән Вәхит киләсәккә план ҡорҙо. -Саниям,ошо көндө нисек көттөм мин.Беҙ бит һинең менән ҙур тормош юлына аяҡ баҫабыҙ.Әлегә тиклем ҡала менән ауыл араһын яңғыҙ тапаһам,бынан һуң икәү йөрөйәсәкбеҙ.Беләһеңме,Сания ҡалала бөтөнләй икенсе тормош .Беҙ һинең менән театрҙарға,киноларға йөрөрбөҙ.Һинең әле Салауат Юлаев һәйкәлен дә күргәнең юҡ.Өфөгә барғас та мин һиңә ҡаланың иң матур урындарын күрһәтәсәкмен.Ишетәһеңме йәнем,мин бөгөн күктең етенсе ҡатында.Беҙ бит бергә буласаҡбыҙ,Сания! Ике аҙнанан Санияны ҡайтып алырға һүҙ биреп Вәхит ҡалаға китте. Ә иртәгеһенә Санияның әсәләрен һауынға алып йөрөгән машина аварияға осрай. Ҡапыл ҡаршыға килеп сыҡҡан машинаға бәрелмәҫ өсөн, шофер машинаны ситкә бора,шул ыңғай машина түңкәрелә. Бәхеткә, үлем-фәлән булмай. Һауынсы Нурияның ҡулы, Хәлимәнең аяғы һына был аварияла.Больницала тикшергәндән һуң Хәлимәнең аяғы ике урындан һынған булып сыға.Ике ай больницала ятып, ҡултыҡ таяғы менән өйгә ҡайта Хәлимә. Уҡырға барам тип, хыялланып йөрөгән Санияның хыялы селпәрәмә килә.Уҡыу кисектерелә.Сания өсөн хәҙер иң мөһиме-әсәһен аяҡҡа баҫтырыу.Ике йәш йөрәктең һөйөү һүҙҙәре тағы хат юлдарына күсә. Көҙгөлөккә Санияны ауыл советы рәйесе клубҡа эшкә саҡырҙы.Ҡыҙҙың атаһы мәрхүмгә оҡшап йырға әүәҫ икәнен ауыл халҡы белә.Уҡығанда мәктәп сәхнәһендә бейене лә,йырланы ла.Нәби ағайҙың тәҡдименә башта аптырабыраҡ ҡалды Сания. -Әлләсе,Нәби ағай,булдыра алырмын микән,-тиеберәк икеләнеп торған йәш ҡыҙға:
-Сания,бынамын тигән өр –яңы клубҡа Рәсимә еңгәң декретҡа киткәне бирле ҡулай кеше таба алмай ҡаңғырам.Һинең йыр-бейеүгә һәләтең бар.Әгәр уҡыйым тиһәң,икенсе йылға барырһың. Йүнәлтмә менән ярҙам итермен.Барыбер быйыл әсәйең ныҡлап аяҡҡа баҫмайынса бер яҡҡа ла китә алмайың .Ярулла ағай мәрхүмгә оҡшап йырға маһир икәнеңде беләбеҙ.Ойоштороу яғына үҙем дә ярҙам итермен,әйҙә уҡыуға киткәнсе аҡса ла эшләрһең.Һүҙемде йыҡма инде.Иртәгә районға икәү сығырбыҙ,приказ алып ҡайтырбыҙ-,тип һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. Әсәһе ҡаршы булып торор микән, тип уйлағайны ла Хәлимә:
- Ярай,быйылға барып тор.Ферма эше үҙемдең үҙәгемә үтте.Бына күрәһең бит,аяғымдың һыныуы ла шул уҡымауҙың касафаты.Ҡара эштә ҡара итек кейеп ғүмер үткәрҙем,исмаһам,һеҙ туфли кейә торған ергә эшкә барығыҙ-,тип Нәби Хәсәновичтың ҡыҙын клубҡа ҡоҙалауын бик өнәмәһә лә, фатихаһын бирҙе. Шулай итеп уйламағанда клубҡа эшкә килде Сания.Уның был эшкә килеүенә ни өсөндөр Вәхит ҡаршы булды: -Сания,ни өсөн һин иң тәүҙә миңә кәңәш итмәнең һөйөклөм. Беләм,һинең йыр-бейеүгә маһирлығыңды.Тик унда һин үҙең түгел, халыҡтың, ауылдың һәүәҫкәрҙәре менән эшләргә кәрәк.Кеше тыңлаһа ярай ҙа ул. Башта кәңәшләшергә кәрәк ине. Тағы етмәһә, һин бигерәк баҙнатһыҙ, йомшаҡ күңеллеһең.Эш тәжрибәң дә булмағас, ауырға тура килер .Мине уй-хәсрәткә һалдың бит. Былай ҙа һине уйлап ҡына йөрөй инем,хәҙер төндәрен дә йоҡлай алмаҫмын инде, һине уйлап,-тип һуҡранып яҙҙы хатында,Санияның эшкә төштөм тигән хатын алғас.

4-се бүлек


Ысынлап та башта эште нимәнән башлап китергә белмәй йонсоно ҡыҙ.Әмәлгә ҡалғандай, алсаҡ,шаян еңгәһе Нәсимә клубта йыйыштырыусы булып оҙаҡ йылдар эшләй.Ауылда кемдең- кем икәнен үтәнән-үтә белеп бөткән.Санияны ошо Нәсимә өйрәтте тиһәң дә була клуб эшенә. Хәбәргә лә, ғәйбәткә лә шәп Нәсимә ҡыҙҙы өс көн эсендә кемгә барырға,кемгә ярарға мәғлүмәт биреп бөттө. Кемдең таланты бар, кем таланты булмаһа ла иҫәпкә бар ,һанға юҡ. Инде аҙна үтеүгә, Октябрь байрамы уңайынан Нәби Хәсәнович ауыл һәүәҫкәрҙәре менән концерт әҙерләргә ҡушты. Матур килеп сыҡты байрам концерты. Нәсимә еңгәһенә рәхмәт инде,бөтә яҡлап та ярҙам итте. Клубтың тупһаһына тиклем ялтыратып йыуып һалды. Концерт булаһы көндө еҙ самауырын алып килеп ҡайнатып ултыртып ҡуйҙы. Сания мәктәптә концерттың тәртибен белеп бөткән . Гел концерттарҙа үҙе алып барыусы булғанға,үҙе алып барҙы тамашаны. Нәби Хәсәнович концерт алдынан доклад менән сығыш яһаны. Байрам тамашаһынан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.Концерт бөткәс, Нәби Хәсәнович:
-Ҡотлайым,Сания,беренсе уңышың менән! Ауыл халҡына артистар менән бик матур тамаша күрһәттегеҙ.Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.Артабан да матур итеп эшләйек. Эшләһәң, эш ҡарышмай ул.Ярҙам кәрәкһә, һорарһың,ҡулдан килгәнсә тырышырбыҙ.Эшләгән кешене беҙ ҙә яратабыҙ,-тип ҡыҙҙың арҡаһынан һөйҙө. Клуб эше ситтән еңел күренһә лә, бик мәшәҡәтле эш икән.Шулай булһа ла үҙе йыр- бейеүгә маһир, сәхнәне яратҡан Санияға эш оҡшап өлгөрҙө.Йылмайып ҡына ипле һөйләшкән ҡыҙҙы ауыл халҡы ла яратты.Бары ла хәленән килгәнсә ярҙам итергә әҙер. Бик күңелле итеп Яңы йыл кисәләрен үткәрҙеләр. Нәби Хәсәнович һүҙендә торҙо.Санияға һүҙ ярҙамы менән дә, кәрәкһә, матди ярҙам менән дә ҡул һуҙҙы.Йәш кешегә кәңәштәрен дә йәлләмәне. Саҡ ҡына уңышы өсөн дә оперативкаларҙа маҡтап йылы һүҙ әйтте, күңелен күтәрҙе. Етәксе эшләтә лә,эште лә күрә белә.Нәби Хәсәновичҡа шуға үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәр хөрмәт менән ҡарай, ихтирам итә.Үҙе лә баянда уйнап,матур йырлай.Кешегә яҡты йөҙ менән мөғәмәлә иткән,оҫта ойоштороусы етәксене ауылда хөрмәт итәләр.Ауыл советына эшкә килгәнсе, мәктәптә тарих фәненән уҡытҡан абруйлы уҡытыусы уҡыусыларының да яратҡан уҡытыусыһы булды. Хәлимә әкренләп аяғына баҫты. Шулай ҙа аяғының шеше ҡайтмай аптыратты.Өйҙәге мал ҡарау ике ҡыҙ елкәһенә төштө. Фәниә быйыл унынсыны тамамлай. Күптән инде тәрбиәсе һөнәренә ғашиҡ.Киләсәктә ошо һөнәр буйынса белем алырға хыялланып йөрөй. Баштараҡ әсә кеше Санияһының төн урталарына тиклем йөрөгәненә хафаланды. Ҡайтып инеүен керпек ҡаҡмай көтөп ятты.Торараҡ тынысланды.Вәхит аҙна һайын яҙҙы хатын. Һағынып-ашҡынып байрамдарға ҡайтты.Баянда уйнағас, ритайымын да үткәрергә ярҙам итте Санияһына.Пар килгәндәр ине Вәхит менән Сания. Вәхит уйнаған көйҙәргә үҙе башлап төшә Сания. Йә йәштәргә йыр башлай ҙа улар күтәреп ала. Санияның клубҡа эшкә килеүенә йәштәр ҡәнәғәт. Йәш кеше йәш кеше инде.Барыһын да ылыҡтыра.Гармунда ,баянда уйнағандар байтаҡ йәштәр араһында. Береһенең ҡулынан төшһә, икенсеһе тигәндәй. Нәби Хәсәнович клубҡа өр-яңы магнитафон менән гармун да алып биргәс,кисәләр,ритайым тағын да йәнләнде.Хатта күрше ауыл йәштәре лә ял көндәренә ритайымға Үрнәккә йөрөй башланы. Район смотрында быйыл Үрнәк ауыл һәүәҫкәрҙәре беренсе урынға сыҡты. Был ваҡытта каникулға Вәхит тә ҡайтҡан ине.Һөйгәненең клубта эшләүен өнәп етмәһә лә бар хәленсә Санияға ярҙам итте.Инструменталь ансамбль ойошторошто. Айырым баянсылар менән дә сығыш яһаны. Ҡатын-ҡыҙҙар вокалы ,Саниян үҙе Вәхиттең баянына ҡушылып йырланы. Концерт бик матур булды.Ҡатнаышыусылар һаны илленән ашыу булғандыр. Нәби Хәсәнович та шат ине еңеүгә. Коллективты телевизор менән бүләкләнеләр.Ҡыҙыл мөйөштәге боҙоҡ телевизорҙы алып ташлап урынына ултырттылар яңыһын. Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу менән бер.Яҙға сығыуға Сания эшенең асылына төшөнөп бөттө тиһәң дә була.Май байрамдарына бағышлап саралар үткәрҙе.Һөйгәне клубта эшләгәне бирле Вәхит тә ауылға йышыраҡ ҡайтты,Санияға эшендә ярҙам итте.

 

5-се бүлек


Бер йыл эшләгәс,күҙ күрер,бәлки,уҡыуға инеп китермен тип йөрөһә лә Санияға ул йылды ла уҡырға барырға насип булманы. Әсәһенең аяғы яңылыш уңалып,яңынан операция яһанылар.Оҙаҡ ыҙаланы Хәлимә аяғы менән.Ул арала Фәниә унынсыны бөттө.Икәүһе бер төптән сығып китә алмаҫы билдәле ине. Әсәләренең аяғы әле уңалып бөтмәгән.Аҡса мәсьәләһе лә бар.Уйланы ,уйланы ла Сания эшендә ҡалырға булды.Хәҙер инде эшенә лә төшөндө.Фәниәне уҡытырға кәрәк. Вәхитте бер нисек күндерермен ,моғайын,ҡаршы төшмәҫ,аңлар, тип уйланы. Фәниә тәрбиәселәр әҙерләй торған уҡыу йортона уҡырға инде.Вәхит эстән ни уйлағандыр,Санияның тәҡдименә ҡаршы тора алманы.Ысынлап та, әсәһенең аяғы төҙәлеп бөтмәгән,Фәниәгә лә уҡырға кәрәк.Бик булмаһа,өгәр уҡырға теләге булһа, ситтән тороп булһа ла уҡыр Сания.Шулай тип үҙен йыуатты егет.Үҙенә лә күп ҡалманы уҡырға.Быйыл дүртенсе курсҡа бара.Тағы бер йыл уҡыһа,инженер һөнәренә диплом аласаҡ. Яҙмышты үҙгәртеп була микән?Әллә ул үҙе үҙгәртә микән кешене?Күрше Тирәкле ауылына концерт менән барғандан бирле Таһир исемле егет артынан ҡалмай ҡаҡшата башланы Санияны .Ауыл араһы ете-һигеҙ саҡырым.Көпә-көндөҙ клубҡа эш ваҡытында килеп инә.Ҡулында сәскә йә, һәр ваҡыт ниндәйҙер бүләк.Башта ни әйтергә белмәй аҙапланһа,аҙаҡ асыҡлап, үҙенең дуҫлашып йөрөгән егете бар икәнен әйтте ҡыҙ.Егет артыҡ иғтибар бирмәне,йөрөүен дауам итте.Һәр саҡ ҡупшы кейенгән,ҡиммәтле духи еҫтәре аңҡытып кешенең эсенә үтеп һөйләшкән был башҡорт егете Тирәклегә ваҡытлыса эшкә килгән.Үҙе сығышы менән Ырымбур өлкәһенән.Тирәкле ауылында ҙур клуб төҙөйҙәр.Төҙөүселәре ситтән ялланған.Бына шуларҙың етәксеһе була Таһир.Ауылда хәбәр тиҙ йөрөй. Был хаҡта Вәхиткә еткереүселәр булды. Вәхит хат яҙып торманы, үҙе ҡайтып төштө.Сания нисек кенә аңлатып ҡарарға тырышһа ла егеттең күңеленә барыбер ҙә шик төштө.Ауыр хистәр менән юлланды ул ҡалаға. Хаттар арала һирәкләне.Хистәр ҙә ташып урғылманы.Бәлки,ошо мәлдә Вәхиттең мөхәббәте өсөн көрәше кәрәк булғандыр. Юҡ шул. Көрәшмәне . Аранан ҡара бесәй үтте.Сания үҙенең тоғролоғон нисек кенә аңлатып ҡараһа ла эсен ҡорт ашаны Вәхиттең. Хат аша аңлаша алманылар.Вәхит тағы ҡайтты ауылға.Үҙгәргән һымаҡ тойолдо Сания уға.Күҙгә ҡарап һөйләшмәй,гел йылмайып ҡына торған ҡыҙ, оҙаҡ ваҡыт уйға ҡалып, тын тора.Хаттары һирәгәйгәс,шикләнгәйне шул.
-Сания,беҙҙең арала аңлашылмаусанлыҡ булырға тейеш түгел.Әгәр һиңә ысынлап та Таһир оҡшай икән,мин кәртә булмам арағыҙға.Мин дә бит кеше.Төрлөһөн еткерәләр.Ышанмайым тиһәң дә,ҡайһы ваҡыт күңелгә шик төшә. Эйе,һин мине көнләшә тейһеңдер,бәлки.Мин һине яратам,шуға һине берәү менән дә уртаҡлашҡым килмәй.Йөрәгемдең түрендә тик һинең исемең. Бел, айырылышҡан хәлдә лә мин һине ғүмерем буйына йөрәгемдә йөрөтәсәкмен,-тине Вәхит һуңғы осрашыуҙа.Сөнки һуҡыр күҙ менән дә арала күпер барлығын тойорға була ине. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Тәки үҙенә әүрәтеп алды Таһир Санияны.Теле-телгә йоҡмай,майлы көйә шикелле ҡыҙға сат йәбеште.Вәт әй,шәп егетте эләктерҙе,үҙе түрә,үҙе аҡсалы,үҙе уҡыған тип ҡыҙыҡты ҡайһы берәүҙәр.Их, һауалағы торнаға ышанып,ҡулыңдағы сәпсекте осораһың бит,тип көйгәне лә булды.Әрһеҙләшә торғас,Таһир Санияға ҡороҡ һалды тәки.Төҫкә-башҡа сибәрлеге әсир иттеме,таҫма теле менән арбанымы,әллә йәшлек йүләрлегеме,яҙмыш ҡушыуымы-ҡыҙ яҙмышын Таһирға бәйләне.

6-сы бүлек


Таһир Санияның ҡулын һорап килгәс,Хәлимә күҙ йәштәре менән илап алды. -Әллә ҡайҙан килгән кешегә сығаһың,ырыу-затын белгән юҡ.Туған- тумасаһы әллә ниндәй кешеләрҙер әле.Төҫө барҙан төңөлмә тейҙәр ҙә ул,төҫө булыу менәнме?Ҡана ла һуң Вәхит һымаҡ булһа?Эй,ҡыҙым ,ҡаршы ла килә алмайым.Һорап килгәс,минән алда үҙең риза булғаның бит. Ярай, үҙе йығылған иламаҫ тигәндәй.Мин ни әсә кеше кемгә барһаң да бәхетле булыуыңды теләйем,-тип күҙ йәштәрен һөртөп,ризалығын бирҙе. Алыҫ ара тип туйға Таһир яғынан ағаһы менән еңгәһе,әсәһе генә килде.Атаһының үлеүенә биш йыл икән.Машинан килеп төшкәс тә әсәһе:
-Был хәтле ерҙән дә кеше кәләш алыр икән?Уй алла,саҡ килеп еттек.Юлы юлмы,ыстағафирулла.Үҙебеҙҙең яҡтан тапманыңмы берәй бетле баш.Йәһәннәмдән килеп тапмаһаң,бисә тапмаһам да килмәҫ инем был хәтлем ергә,- тип ҡаршы алып торған ҡоҙа ҡоҙасаларҙы күрмәне лә . Мин- минлегенә баш була алмай, айпан-тойпан өйгә инеп китте.Туй ваҡытында ла бурылдап, яҡты йөҙөн күрһәтмәне. Губернатор бисәһеләй, түрҙә яйы сыҡҡан һайын, сағып ултырҙы.Хушлашҡанда Таһирын ҡосаҡлап, яр һалып, илап ҡайтып китте.Әйтерһең,ҡыҙ оҙатып килгән. Туйҙан һуң Таһир Санияларға килде йәшәргә.Башта Таһир Санияһы өсөн өҙөлөп торҙо.Юха кейәү яйы сыҡҡан да ҡәйнәһенә лә матур һүҙҙәр ҡыҙғанманы. Йәш кейәү кәләше менән клубҡа ла бергә йөрөнө.Тәүге балалары тыуыуға, Таһирҙы колхозға инженер итеп эшкә саҡырҙылар.Фәниә быйыл өсөнсө курста. Хәлимә аяғына баҫып киткәс, әҙ булһа ла иш янына ҡуш булыр тип,контораға көндөҙгө ҡарауылсы булып эшкә барҙы. Фәниәһе лә уҡып йөрөгәс,аҡсаның артығы юҡ бит инде. Таһирҙың ысын йөҙө әкренләп асылды.Улы Заһир тыуғансы анда –һаяҡ эскеләп ҡайта торған ғәҙәте бар ине. Заһир тыуғас,эшкә сыҡмай, аҙна ятып эсте. Алайтып-былайтып таныш-тоноштан больничный астырып, Сания саҡ сығарҙы эшенә.Тора- бара ҡул күтәрергә лә оялмай башланы.Санияны үлеп ҡыҙғана.Хатта бағанан да көнләшеп тауыш сығарып ҡаңғырта башлағас, Хәлимәнең түҙемлеге һынды.Бер көн эсеп ҡайтып ыҙғышҡанда:
-Етәр һеҙгә,табығыҙ өй,сығығыҙ башҡа.Һаман мин һеҙҙең ыҙғыш-талашығыҙҙы ҡарап ултырғым килмәй.Эш етмәй һиңә,кейәү.Бәлки,минең донъяны эшкә һанамайыңдыр.Йәшәгәне бирле, донъямда арҡырыны буй һалманың. Әйҙә үҙ донъяңды булдыр ҙа, үҙ йүнегеҙҙе үҙегеҙ күрегеҙ.Тап өй, сығығыҙ башҡа.Әҙергә-бәҙер ,анһат икән,-тип борҡотто.Тыныс ,ипле генә ҡәйнәһенең шул хәтлем туҙыныуына, кейәү ҙә аптыраны.Таһир быны көтмәгәйне.Иртәгәһенә колхоз рәйесенән квартира һораны.Специалист булараҡ уға квартира бирелергә тейеш .Аҙна үтеүгә ике яҡлы квартираның бер яғын йүнәтеп, Санияһы менән башҡа сыҡтылар.

7-се бүлек


Вәхит Сания Таһирға кейәүгә сыҡҡас, ярты йыл тирәһе бөтөнләй ауылға ҡайтманы. Аптырап ,бер-ике тапҡыр әсәһе янына барып хәл белеп ҡайтты.Әсәһенә артыҡ бошоноуын бик белгертмәһә лә, Зәйтүнә улының Сания өсөн эсе ҡайышҡанын һиҙҙе.Оҙатырға сыҡҡас: -Әсәй,Саниялар ҡайҙа йәшәй?Нисек йәшәйҙәр?Хәлимә апай менән бергәме?-тип һорамайынса түҙмәне. -Эйе ,бергәләр,-тине лә,әллә балаһын һыуындырға теләпме –Сания ауырлы,тиҙҙән көнө лә етәлер,декретҡа сығыуына ла арыуыҡ булды шикелле,-тип улына ҡараны.Ҡымтылған иренен сәйнәп торған Вәхит, әсәһенән күҙен йәшерҙе.Күҙе йәшкәҙәгән улын күреп, әсәһенең дә йөрәге әрнене,күңеле тулды.
-Эй,балам ,мәктәп тупһаһынан дуҫлашҡайнығыҙ ҙа ,әллә ни булды, аймылыштығыҙ,үҙемдең дә эсем янды Санияның Таһирға сығыуына.Ярай,ҡалайтаһың,көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ тиҙәр бит,һинең дә насибың йөрөйҙөр әле,зерә үҙеңде бөтөрмә.Уҡыуыңды бөткәс,былай ҙа ситкә китәм тейһең,исмаһам,яҡын сағыңда йышыраҡ ҡайт,беҙҙең янға.Ағайың менән ҡустыларың көтә бит. -Әсәй,ғәфү ит,иң ауыры үтте инде.Башта йәшәге лә килмәй ине.Төнөн көндә төштә күреп һаташтым,көндөҙ үҙен уйлап уйҙарымдан уйылдым.Ваҡыт-дауа тигәндәре дөрөҫтөр ҙә,хәҙер күнегелде инде.Шулай ҙа йөрәккә бойороп булмай бит,әсәй.Таһир менән бәхетле булһа,ярай ҙа ул.Бына шуныһы өтә йөрәкте. Вәхит ҡулына диплом алғас та ауылға ҡайтып,бер-ике көн генә булды ла, юллама менән Новосибирск ҡалаһына эшкә сығып китте. Таһир башҡа сыҡҡас та ,донъя көтәм тип, иҫе китеп барманы.Аҡсаһын үҙе тотто.Кәрәк-яраҡҡа һорағанда ла мең һүҙгә етте. Аҙаҡ, хатта минең аҡсаны ашап ятағыҙ, тип ҡысҡырырға ла оялманы. Аптырағас,балаһына йәш ярым тигәндә, Сания эшкә сығырға булды.Эшкә сығам тип әйткәс тә иренең беренсе һүҙе:
-Клуб тирәһенә бармайһың. Унда мин алғансы ла рәхәтләнеп уйнаш иттең.Фермаға бараһыңмы,ҡайҙа бараһың ,анда минең эшем юҡ.Түлкә клуб тирәһенә аяҡ та баҫмайһың.Әйттем,бөттө,-тип екеренде. Сания ул әйтмәһә лә клубҡа барырға уйламай ине.Хәлимә ауыл осонда йәшәй.Аралар алыҫ ҡына.Заһирҙы былай ваҡытта әсәһенә ҡалдырып йөрөп килгәнде лә яратмаған иргә,етә ҡалыр.Баланы садикка бирһәң,ваҡытында алырға кәрәк.Клубта бит кискә эш башлана тигәндәй.Етмәһә,декрет урыны ғына ине.Рәсимә,һин килһәң,мин китапханаға күсермен тигәйне лә ул,Таһирының холҡон белгәнгә ,үҙе риза булманы.Үткәндә эсеп ҡайтҡанында ла:
-Мин,дурак булғанмын,һине кәләш итеп алып,ана әсәйем һаман әрләй,үҙең уҡының да,уҡымағанды алдың тип. Баш эшләп етмәгән.Күпме уҡыған ҡыҙҙар илап артымдан йөрөнө,ҡәҙерен белмәгәнмен ,алйот.Хәҙер аңланым да ул,-тип ҡолаҡ итен ашаны.Ошо әр һүҙҙәре үҙенән-үҙе Вәхитте иҫенә төшөрөп эсен яндыра Санияның. Яңылышты шул үҙе,яңылышты.Терһәкте тешләп булмай.Нисә йыл дуҫлашып йөрөнөләр,бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуйманы Вәхит.Киреһенсә,әсәһе аяғын һындырып,уҡыуҙан тороп ҡалғас: -Ярай,Сания,мин уҡыйым,шул етер әле.Ҡатын-ҡыҙҙың уҡыуы мөһим дә түгел.Ғаиләне ир-ат ҡарарға тейеш.Мин эшләрмен,һин мине тәмле аштарың менән эштән ҡаршыларһың,ҡатын-ҡыҙ өй ҡото булырға тейеш.Балаларыбыҙҙы бағырһың,тәрбиәләрһең.Бер уйлаһаң,ул да ҙур эш.Ә мин һеҙҙе һағынып ,ашҡынып өйөмә ҡайтырмын,-тип йыш ҡына хыялға бирелә ине.Булманы,хыялдар тормошҡа ашманы.Сания үҙе ғәйепле барыһына ла.Быны ул яҡшы аңлай.Һылыу,таҫма тел
егеттең алтын тауҙары,хан һарайҙары буш ҡыуыҡ булған икән. Йәшәй-йәшәй шуны аңланы ҡатын. Ырымбур яғына, әсәһенә ҡайтып килһә, юҡ-бар һөйләп,әсәһенең һүҙенә төшөп,бер була.Санияны ауырлы сағында бер генә тапҡыр алып барҙы Ырымбурға.Балаһына ней алып ,ней бирергә белмәһә лә,килененән бер ауыҙ йылы һүҙен йәлләне.Әллә өйөнә,әллә донъяһына маҡтанды.Бүлмә һайын улын етәкләп алып йөрөп,бышылдап хәбәр һөйләне.Аҡылһыҙ кеше лә бында үҙенең артыҡ икәнен тойор ине.Күңеле ҡалып,башҡа бармаҫтай булып ҡайтты Сания ҡәйнәһенә.Шунан бирле барғаны ла юҡ.

8-се бүлек


Балалар баҡсаһы мөдире Санияның яҡын еңгәһе.Уның эш эҙләгәнен белеп, үҙенә хужалыҡ мөдире итеп эшкә саҡырҙы.Эй,ҡалай ғына ҡулай булды,Заһирҙы ла бергә алып йөрөтөрмөн, тип шунда уҡ еңгәһенә ризалығын бирҙе.Хәлимәгә балаһын ҡалдырып, медосмотр үтте лә, аҙна башынан эш башланы.Коллектив ҙур түгел. Бөтәһе лә ауылдыҡылар.Белмәгәнде өйрәтеп кенә торалар.Сәғәтле эш.Өйөнә лә яҡын.Ҡапылғара ҡайтып,өй хәлен белеп килергә лә йәтеш. Санияны ферманан башҡа эш тапмаҫ, тип йөрөгән ире, бер талай тиҙ генә бисәһенең эшле булып китеүенә, ышаныр-ышанмаҫ йөрөнө. Әсәһе Хәлимә бигерәк ҡыуанды ,эшкә урынлаштырған килененә рәхмәттәрен уҡып бер булды. Ни тиһәң дә йылы урын,балаһы эргәһендә.Әйҙә эшләһен,мыжыҡ ир менән өйҙә йонсоп ултырғансы.Үҙе йүнен үҙе күрер, исмаһам.Бер тин аҡса һорап,мең һүҙгә ҡалып ултырған һымаҡ булмаҫ әле,тип һөйөндө әсә. Фәниәне кейәүгә бирҙеләр быйыл.Уҡып бөткәс, Сәйет ауылындағы балалар баҡсаһына эшкә барғайны.Йыл ярым эшләгәс,шул ауылдағы Альберт исемле егет менән сәстәрен-сәскә бәйләнеләр.Альберт мәктәптә физкультура уҡыта.Фәниә ата-инәле матур урынға тап килде. Мәктәп квартира бирҙе. Үрнәккә Сәйет ауылы 20 саҡрым тирәһе.Эш кешеләре бик йыш ҡайтмаһалар ҙа, оҙон ялдарға килеп,Хәлимәнең булған эшен эшләп,ярҙам итеп китәләр.Альберт Таһир һымаҡ һүҙ менән кешене арытмай .Һүҙсән,тел биҫтәһе түгел.Ипле генә кәрәген һөйләй белә.Ҡоҙа үҙе шулай әҙәпле,кейәү атаһына оҡшаған .Килеү менән эшкә тотона.Ҡайҙа боҙоҡ,ҡайҙа емерек, күрә һалып бара. Хоҙайым,ошо тәүфиғынан ғына аҙҙырмаһын тип,теләп кенә ултыра Хәлимә. Санияһы ҡалай ыҙалай холҡһоҙ,мыжыҡ ир менән.Тағы етмәһә, эсергә ярата,теләһә кемдән ҡыҙғанып йәнен ала.Анһат түгел бит, нахаҡҡа таланып йәшәүе.Әле самай һөйөшөп кенә йәшәй торған саҡтары ла бит.Әсә һөтө менән инмәгәс,тана һөтө менән генә булмай инде.

Ҡыуып сығарҙы тигән булып, башҡа сыҡҡаны бирле ,йүнле-башлы ҡәйнәһенә килмәгән була. Санияның килгәнен дә яратмай.Үҙ әсәһенә ебәрмәгәс, уйла инде. Ураған һайын әсәйеңдә нимә ҡарайың тей ҙә тора.Баштараҡ ҡайтам үҙемдең яғыма ,тигән булып инәлтә ине.Сания йәненә тейеп ҡаҡшатҡас: -Ҡайтһаң,үҙең ҡайт.Мин һине тотмайым.Тик мин Ырымбурға ике аяғымдың берен баҫмаясаҡмын,-тип һуңғы ыҙғышта кәнкрит һуҡҡас,өндәшмәй ҡалды.Үҙе эштән нисәлә теләһә, шунда ҡайтты.Сания баштараҡ: -Районға сыҡтығыҙмы әллә,ҡалай һуңланың, –тип сәбәбен белергә тырышып ҡарағайны.Ире ажый-божый: -Ҡайҙа йөрөйөм,эштә йөрөнөм.Өйҙән бит берәү булһа ла эшләргә тейеш.Кем ашата беҙҙе икәүләшеп өйҙә ятһаҡ?Ярай,улайһа,мин дә бала ҡарап ҡына өйҙә ултырырмын,-тип ҡоһорон төшөрөп бер булғас,хәҙер өндәшмәй ҙә,һорашмай ҙа.Әле ярай, айыҡ ҡайтҡанында шулай әсе теле менән генә електе ялай.Эсеп ҡайтҡанында,яңылыш бер һүҙ ысҡынһа,ҡулына ла ирек бирә.Йоҙроғо әҙер генә йөрөй. Үҙе шулай теләгән ваҡытта эштән ҡайтһа ла, Сания эштән саҡ ҡына һуңлап ҡайтһа, ене ҡотора.Бер көн Сания:
-Мин өйҙә ултырғанда бер ҙә иртә ҡайтмай торғайның.Хәҙер эш сәғәтең ҡыҫҡарҙымы әллә?Ҡайтҡасың ни, тамаҡ әҙерләп кикәнмен бит.Йылытып аша.Мине көтөп ултырма.Садикка ферманан барып һөт алдым,-тип әйтеүе булды,ул һуғырҙан,был һуғырҙан йәбеште бисәһенә:
- Фермаға кем менән барҙың? Унда кем көтөп тора ине?Теге Искәндәр ҡараҡ саҡырҙымы? Ир кәрәк булдымы?Фермаға эшкә барыр кәрәк ине,унда барып,ир эҙләп йөрөгәс,-тип осоп ҡунды бисәһенә.Заһир шыңшып илағанға ғына туҡтап ҡалды, шикелле.Их,яңылыш китте,нимәгә уға ҡайҙа барғанды әйтеп торорға инде,тип үҙ-үҙен әрләне лә ул Сания,әммә һуң ине инде.

9-сы бүлек


Эшкә сығып, йыл тулыуға, Сания ауырға ҡалды.Таһиры мине балаға күмергә уйлайһыңмы, тип абортҡа ҡыуһа ла, Сания баланы табырға уйланы.Әсәһе Хәлимә:
-Әллә иреңдең дә бер фәтеүәһе юҡ,йә өй һалырға уйламай,йә торған өйөн баҡмай.Колхоз түрәләре бөтәһе лә өй һалып инде.Кейәү ҙә шунда түрә ишаратында йөрөй түгелме?Үҙең ҡара.Тапһаң,табаһың да ҡуяһың инде. Заһирыңа иптәш тә булыр,-тип ҡаршы килмәне. Баланы табыуға ҡаршы булһа ла, бисәһе Дамирын табып ҡайтҡас,малайҙы йыуам тип,эштән ҡыуылғансы эсте Таһир.Быға тиклем дә әллә нисә шелтә менән саҡ йөрөгән инженерҙы колхоз рәйесе үҙ теләге менән эштән китергә ғариза яҙыуын талап итте.Ун көн эсеп эшкә бармай ятҡан Таһирға ғариза яҙыуҙан башҡа сара ҡалманы.Айҙан ашыу өйөндә эшһеҙ ятҡандан һуң , Таһир Хәлимәнең ҡустыһының улы аша урман ҡарауылсыһы булып эшкә сыҡты.Бер өйрәнгән ауыҙ бында ла ҡоро йөрөмәне.Урмандың һатып эсергә нәмәһе лә табылып ҡына тора.Ағас бүлһә лә,утын бирһә лә һыйлайҙар.Эсеү генә булһа,ҡайтып эт ашамаҫ һүҙҙәр менән боларыуы үҙәгенә үтә Санияның.Кемгә генә ҡушып бөтмәй.Хатта Санияны ике туған еҙнәһенә лә ҡушып ҡуйҙы.Урамға сығыр әмәле юҡ,кешегә ҡуша. Инде нисә йыл күрешмәгән Вәхитте лә ҡалдырмай.Миңә тиклемге абышҡаңды һағынаһыңмы ти башлай.Хат яҙышағыҙҙыр әле минән йәшереп тип тә бәйләнә.Дамиры атлай башлағас, Сания ике балаһын алып әсәһенә ҡайтты аптырағас.Өсөнсө көнгә таҫма телен эшкә егеп килеп етте.Башҡаса улай булмаҫ,эсмәҫмен тип һүҙ биреп,Дамирын күтәреп алып ҡайтты, Сания менән Заһирын эйәртеп.Юҡ шул.Анты бер айға ла етмәне.Былайтып Таһирҙан таланып ултырғыһы килмәне Санияның, Дамирына йәш тә өс ай тигәндә эшкә сыҡты. Дамирҙы ла садикка бирҙе.Заһир инде ҙур төркөмдә йөрөй, бише тула. Яҡшыға көн юҡ,яманға үлем юҡ тигәндәй, йәйҙең эҫе көнөндә йылғала ҡапыл һыуға һикереп, Фәниәнең ире Альберт тәнен көҙән йыйырып, фажиғәле мәрхүм булып ҡалды. Бөтәһен дә шаңҡытты был үлем.Фәниәнең тыуар балаһы буйында ҡалды Альберт үлгәндә.Хәлимә:
-Эй,аллам,үҙемдең йәш ултырып ҡалыуым етмәгәйнеме ни,ни эшләп кенә баламдың да ҡанатын ҡайырҙың.Тыумаған балаһы етем ҡалды ла баһа. Яҡшы кеше тегендә лә кәрәк тинеңме?Балаға ла атай кәрәк бит,үҙҙәре етем үҫтеләр,тыумаған балаһын да етем иттең,-тип һөйләнә –һөйләнә һамаҡлап иланы. Альберттың үлеүенә өс ай тигәндә хас үҙенә оҡшап улы тыуҙы.Фәниә яңғыҙ ҡалғас,декретҡа сығып Хәлимәгә ҡайтты.Балаһын тапҡас,ҡайны-ҡәйнәһе үҙҙәренә алып ҡайтып,ҡырҡы тулғансы тәрбиәләнеләр,балаға Айрат тип исем ҡуштырҙылар.Өс айы тулып,Хәлимә һыҙланып ауырыңҡырағас, әсәһенә ҡайтты Фәниә балаһы менән.Хәлимәнең һынған аяғы һаман булһа һыҙлап ҡаҡшата.Өйҙә ярҙамсыһыҙ ҙа булмай.Сания эштә.Балаларын ҡарай.Килеп киткәнен ишетһә лә ,ире боларып бер була.Ғәҙәт ҡалмай бит инде ул.Тумыртҡа тәүбәһе тиҙ онотола. Ҡапыл ғына йөрәгенә приступ булып,Вәхиттең ағаһы Шамил мәрхүм булып ҡалды.Ҡайтмағанына биш йыл тула тигәндә,атаһы урынында йөрөгән ҡәҙерле кешеһен ерләргә ҡайтып төштө Вәхит.Вәхиттең ҡайтҡанын Саниянан алда Таһир ишетте.Һуҡмыш ҡайтып ингәс тә:
-Минең бажа ҡайтҡан,һине һағынған ти,барып күрәһеңме әллә?-тип мыҫҡыллы йылмайҙы.Сания ниндәй бажа икән тип аңламай ҙа тора.
-Нимә,белмәмеш булып аңшайған булаһың,Вәхитең ҡайтҡан атаһын ерләргә,-тип екергәс терт итеп ҡалды.

10-сы бүлек

Таһир, бисәһен Вәхиттән көнләшеп, ике-өс көн өйөндә ятты Санияны ҡарауыллап. Эшкә сығып киткәс, садикка барып еткәнсе ,ул тәҙрәнән был тәҙрәгә йүгереп күҙәтте,әйтерһең,юлда Вәхит Санияны көтөп тора.Ҡайтыуын да ла сәғәтен минутын һанап тәҙрәнән күҙ алмай.Иренең холҡон белгәнгә Сания эштән минут ҡалмай ҡайтырға тырышты.Шунда ла бәйләнергә сәбәбен таба. Өйҙә ултырһа ла эсергә лә табыла.Ҡайҙан табып эсәлер.Кем алып киләлер,аптыраҡ? Бөгөн дә һуҡмыш ҡаршылағас,Сания түҙмәне:
-Бер тапҡыр эсеп ҡыуылдың бит инде эшеңдән,тағы ҡыуылмаҡ булаһыңмы? Эшеңә бармай, мине ҡарауыллап ятаһың.Уның өсөн һиңә аҡса түләйҙәрме?Әйҙә ҡыуыл,ҡайҙан эш табырһың икән?Теге ваҡыт ҡыуылғас,әсәйемдең ярҙамы менән саҡ эшле булғайның. Гел шулай булыр тейһеңме? Өйҙә ултырғас, исмаһам,ашарға йүнәтмәҫең билдәле,ана утын һарайының ишеген ҡуйһаңсы,ҡасанан бирле өңрәйеп тора,- тип әйтеүе булды,ире шуны ғына көткән икән.
-Мин һиңә өс көнгә отгул алдым, ял итәм тип әйттем. Аңламаныңмы ней,башыңды алйотҡа һалып ,бушҡа бәйләнәһең? Нимә,теге абышҡаң ҡайтҡас,телең сыҡтымы?Әйт шуға,килеп йүнәтеп китһен ишегеңде.Аҡсалы ҡайтҡандыр,йә һатып алып килеп ҡуйып китһен.Быға тиклем ауыҙ асып һөйләшергә эшкинмәй ултырған бисә,ҡалай шәбәйеп киткәнең.Шәбәйтермен мин һине,-тип йоҙроғо менән бисәһенең маңлай тәңгәленә тондорҙо. Күҙенән уттар күренде Санияның. Башы зыңҡып китте.Балаларҙы ҡурҡытмайым,тип мөмкин тиклем тыныс тоторға тырышты үҙен. Бигерәк тә Заһиры атаһы енләнә башлаһа,күҙ генәһе йәшкәҙәп,һығылып ҡына илай башлай. Бәләкәй генә булһа ла, әсәһен шул тиклем йәлләй белә.Бына әле лә тауыш башланыу менән әсә генәһенең күҙенә текләп торған була. Дамир әле аңлап етмәй,уйынға әүрәй.Өйҙә грамм һыу юҡ. Сания биҙрәһен алды ла ҡоҙоҡҡа, һыуға тип сыҡты. Шул тиклем ауыртыныуға бәлки,иламай теш ҡыҫып та түҙеп булалыр,тик нахаҡ рәнйетеү үҙәгенә үтте йәш ҡатындың, үҙенән-үҙе йылға булып аҡты күҙ йәше. Илап торғаныңды күрһә,тағы ла ҡотора башлағанын белә Сания. Шуға мөмкин тиклем, уның алдында күҙ йәше сығармаҫҡа тырыша.
-Илап йәлләтергә булдыңмы? Йәлләрмен мин һине, шымтояҡ, үҙенә күрә түгел, илама,буштан-бушҡа , әҙәм ышандырып торған булаһың,шыңшыма, эт ҡошап-тип енләнгәне бар Санияның түҙмәй илаған сағында. Шуға ул уның янында күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырыша. Ни хәлдәр итәһең,үҙең теләп һайлағас яҙмышыңды.Әсәһе әйтмешләй үҙе йығылған, иламай инде.Тормош бит,илар ерҙә лә иламаҫҡа өйрәтә икән.
Йоҙроҡ урыны ул арала күбеп тә килеп сыҡҡан.Һыуыҡ ҡуйып ҡараған булды ла ул,файҙаһы булмаҫтыр. Иртән тороуға күҙ тирәһе күм-күк ине Санияның.Ояла-ояла ғына эшенә барҙы.Иренең холҡон белделәрме,әллә йәш кешене уңайһыҙ хәлгә ҡуймайыҡ тинеләрме,берәү ҙә ауыҙ асып һүҙ әйтмәне. Вахтер Сәмиғә генә түҙмәне:
- Таһирыңды эсергә генә маһир тиһәм,бисә туҡмауға ла маһир икәндә.Нисек күҙеңде сығара һуҡмаған? Ҡашыҡҡа һалып йотмалы аҡыллы бисәне лә шул хәтлем итеп,һуғыр икән кеше?Нимә етмәй уға?Силсәүиткә әйт,сараһын күрһендәр.Йәш кенә көйө ни эшләп туҡмалып тораһың унда?Айырыл,мир бөтмәһә,ир бөтмәҫ әле. Ғүмер буйы күҙеңдән күк китмәй ,нисек йәшәмәк булаһың уның менән?Әле бит әле эңер генә.Ҡайҙан килгән,шунда ҡайтып китһен,ҡалай ул,батыр булып ултыралыр әле өйөндә,бисәһенең күҙенә күк һалып.Ояттың ни икәнен белмәгән ир ,таҫма теле менән кеше арбап йөрөһә лә.Әсәйеңдең хәсрәте юҡ ине,күрһә,тағы көйөр инде-,тип үҙ алдына Таһирҙың тетмәһен тетте.

11-се бүлек


Вәхит менән осрашты Сания.Уйламағанда,көтмәгәндә. Хоҙай ҡушыуы булдымы,осраҡлы осрашыу булдымы,яҙмыш күрештерергә теләнеме- көпә-көндөҙ магазин алдында осрашты улар.Садикка аҙыҡ-түлек алырға килгән Сания ауыр тоғон тупһанан күтәреп төшөрөп,санаға һалырға йөрөгәндә ,ҡапыл ҡулынан берәү тоҡто тартып алып :
-Санаға һалайыммы,Сания,-тип һүҙ ҡушты.Шул тиклем яҡын,танһыҡ тауыштың кем икәнен әйләнеп ҡарамаһа ла тойҙо йәш ҡатын. Бөтә тәненә йылылыҡ йүгерҙе.Өшөгән йөрәккә тиклем барып етте. Ҡуҙғалырға ла ҡурҡып, әйләнеп ҡарамайынса тора бирҙе. Бының менән генә танһығым ҡанманы бит ,йә тағы,тағы берәй һүҙ әйт инде ,тип шыбырланы Саниялағы эске тауыш. Ни тиклем һағынылған яғымлы,наҙлы тауыш.Әйтерһең,ошо наҙлылыҡты,йылылыҡты тойор өсөн генә Таһир менән ҡауыштырған яҙмыш.Ғүмер буйы ошо тауышты ишетеп йәшәүҙән ул үҙен-үҙе мәхрүм итте түгелме!Бына бит яҙмыш кеше ғүмере менән нисек уйнай.Йә,хоҙай,йәшәүҙән йәм таба алмай ҡаңғырған,алйыған,рәнйетелгән,кәмһетелгән кешегә ошо өс һүҙ йән өрҙө.Ни бары өс һүҙ! Ҡөҙрәтле өс һүҙ.Санияны терелтте лә,илертте лә.Йылмайырға ла көс таба алмай башлағайны һуңғы осорҙа.Ошо өс һүҙ йылмайыу көсөн дә ҡайтарҙы уға.
-Һаумы,Сания,был хәтлем итеп, көс етмәҫлек әйбер алғанһың.Магазинда миңә ҡалдымы икән берәй әйбер?-тип икенсе ҡабат өндәшкән наҙлы тауышҡа әйләнеп ҡарарға мәжбүр булды ҡатын.Күпме төндәр йоҡоларҙан яҙҙырған,хыялый иткән йәшлек мөхәббәтен күрҙе лә телдән яҙҙы егет.Әллә күҙендәге күге ҡурҡытты Вәхитте,әллә шулай ауыр тоҡ күтәреп сығып килгәнен йәлләнеме-ҡапыл ғына һүҙ башлай алмай интегеп,ниңә ,ни өсөн тигәндәй һораулы ҡарашы менән Санияһының күҙҙәренә баҡты..
-Һаумы,Вәхит. Ағайыңды ерләргә ҡайтҡанһыңдыр инде.Ҡайғыңды уртаҡлашам.Шамил ағай тыныс йоҡлаһын.Һәйбәт кеше ине.Мин садик балаларына аҙыҡ-түлек алдым.Санаға һалып һөйрәһәң ауырлығы беленмәй ул.Сания киткәнсе һөйләп бөтөп ҡалайым тигәндәй,хәбәрен теҙә.Нисә йылдар йөрәк түрендә йөрөткән ҡәҙерле кешеһен ошо хәлдә осратырмын тип уйламаған ине .Үҙе түгел, йөрәге иланы Вәхиттең.Их,бына кемде һайлағаның бит? Сания китергә ҡуҙғала башлағас,ашығып: -Сания,ни өсөн?Ғәйебең булдымы?Бәлки, үҙенең күҙен дә шулай биҙәргә кәрәктер.Сания,рөхсәт ит,мин уны был көйө ҡалдырмайым,хәҙер үк янына барам.Уның кеүек кешеләрҙе йәлләп торорға кәрәкмәй.
-Юҡ,юҡ,Вәхит ни һөйләйһең?Беҙҙең былай икәү һөйләшеп торғанды ла күреп ,йә ишетеп ҡалмаһын.Үҙем һайланым бит.Бер кемгә лә үпкәм юҡ.Һинең алда зарланырға ла хаҡым юҡ.Иң мөһиме –һин бәхетле бул.Минең өсөн борсолма.Күҙ төбө күгәрә лә бөтә бит ул.Бөтөр әле.Эсмәһә, һәйбәт ул. Хуш бул,имен йөрө,бәхетле бул,-тип йылмайҙы ла тиҙерәк китергә ашыҡты Сания.
-Хуш,-тип кенә әйтте егет һағышлы уйҙарынан арына алмайынса. Ирендәре үҙенән-үҙе “һөйөклөм” тип бышылданы.

12-се бүлек


Санияһы ҡасып-боҫоп ҡына тигәндәй,ире эштә саҡта хәл белеп китә торғайны. Һуңғы арала ни эшләптер килгәне юҡ ,юғалып тора. Йә Фәниәнең балаһы илаҡ килеп тороп.Янынан бер аҙым китә алмай. Үҙенең аяғы оҙағыраҡ йөрөһә, тәҡәт иттермәй һыҙлай һынған ере. Санияһы ике -өс көн төшөнә инә.Түҙмәне Хәлимә. Күрше Ғилминурҙың килене садикта эшләй,шуға инеп ҡыҙын һорашты. Әсәһен көйҙөрмәйем тей ҙә,артыҡ-боҫтоғон һөйләмәй бит ул. Алдан уҡ Ғилминурҙың килененә әсәһенә еткермәүен үтенгәс,күҙенең күгәреп йөрөүен өндәшмәне килен кеше.
-Эштә йөрөй,малайҙарын да алып килә,-тигәс,ярай имен булғастары тип ҡайтып китте. Бөгөн тағы төшөнә инде.Иртән торһа ике малайын етәкләп тупһала тора Санияһы.Ике малайын борҡолдатып Хәлимәгә ҡыуа. Малайҙар тартҡылаша,ҡалмай маташалар.Уңғанса булмай ҡара ялтыр машина килеп туҡтағайны , ултырҙы ла китте. Малайҙарын етәкләп торҙо ла ҡалды Хәлимә.Төштө нимәгә юраһаң ,шул була тейҙәр.Яҡшыға юрап,белгән доғаларын уҡыны әсә кеше. Шулай ҙа бөгөн ҡыҫҡа эш көнө,өйҙәлер,барып хәлен беләйем,балаларына күстәнәс алып барайым тип, күрше Рәғиптең машинаһына ултырып килеп, Санияһында төшөп ҡалды.Рәғип ары гаражға эшенә китте.Ул килгәндә Сания ҡутараһынан кер йыуырға керешкән,ике малай бер булып уйнап йөрөй.Әсәһе бик һирәк кенә килгәнгә,Сания эшен ташлай һалып сәй ҡуйҙы.Барынса етештереп өҫтәл әҙерләне. Күптән әсәһе менән ҡара -ҡаршы ултырып, иркенләп сәй эскәне юҡ ине.Бына ҡалай һәйбәт булды.
-Кейәү ҡайҙа,эштәме?
-Эйе, өс көнгә отгул алып өйҙә булғайны,кисә сыҡты эшенә. Сәйгә ултырғас ҡына абайлап ҡалды Хәлимә ҡыҙының тимгел-тимгел инде йәшел төҫөнә инә башлаған күҙ төбөн.Ҡупайып сыҡҡан ере лә шиңмәйерәк тора.
-Күҙеңә бер нәмә булдымы,әллә туҡмалып күгәрҙеме,ҡайһылай яман булып тора күҙ тирәң?
-Эй ,үткәндә утын һарайында яңылыш утынға төкөп алғайным.Бөтөп бара ул.Әсә кешеме ни инде утынға төкөгән ер менән йоҙроҡ эҙен бутарға?Һиҙҙе Хәлимә,ҡыҙының күңелен ҡыймаҫ өсөн генә ышанған булып ҡыланды.Аптырағас:
-Ҡалай яман төкөгәнең,ҡараңҡырап йөрөһәң ни була?- тигән булды. Ике малай өләсәһенең алып килгән күстәнәс-бүләктәренә бер булды. Сәй эсеп бөткәс,өләсәләре әле береһен,әле икенсеһен алдына ултыртып яратты. Арыуыҡ булды күрешмәгәндәренә.Һағынғандар икән.Хәлимәнең дә күптәнән һөйгөһө килә ине балаларҙы.Әлдә кейәүе өйҙә юҡ.Иркенләп ултырырға була. Сания башлаған керен йыуып бөтөп элде.Ингәс тағы сәй ҡуйҙы.Шул арала иренә тип һалған ашын тәрбиәләне.Әсәһенә лә һурпалы аш ашатып ҡайтарғыһы килде.Йоҡлатып ҡайтарғыһы килгәйне лә ул,әсәһе ризалашмай, яҡты күҙҙә ҡайтып ҡалайым тип ,йәһәтләп ҡуҙғалды. Кейенә һалып, Сания әсәһен ҡапҡаға тиклем оҙатып сыҡты.Көтөп торғанмы ней,Хәлимәнең икенсе күршеһе Хәлит ат менән эшенән ҡайтып бара.Туҡтап ултыртып алды Хәлимәне.Күҙҙән юғалғансы әсәһен ҡарап тороп оҙатты ла Сания йәһәтләп өйөнә инде.Малайҙары һуңғы арала эш боҙоуға әүәҫләнеп киттеләр.Ут-мутҡа теймәһендәр тип йүгереп өйөнә инһә,тыныс ҡына уйнап йөрөгән малайҙарын күреп,иренә аш йүнәтергә керешеп китте.

13-сө бүлек


Кис етте.Малайҙар йоҡлап китте.Сания арыуыҡтан ҡулы теймәй йөрөгән ваҡ- төйәк эшен эшләп ташланы.Таһир һаман ҡайтманы.Аптырап, урын һалып ятырға булғайны,шуны ғына көткән тейерһең,ярым иҫерек ире ҡайтып инде. Сания ҡаршы сыҡты.Бурылдай -бурылдай килеп ингән ирҙең сисеп ырғытҡан итеген рәтләп ултыртты,иҙәнгә ташлаған куфайкаһын алып элде.Өҫтәлгә ашты алып ултыртып ашарына һалды.Таһирҙың ашауҙа уйы юҡ ине.Күрәһең,бик һыйлы ергә эләккәндер.Ҡапыл, ултырған еренән һикереп торҙо ла,Санияның ҡулын ҡайырып үҙенә тартты. -Нимә,абышҡаң менән осрашҡанды минән йәшереп йөрөйһөң?Бына шуны ишетеп,ҡайғынан эсеп ҡайтҡанды беләһеңме һин,уйнашсы.Тағы етмәһә әйтмәй ҙә,йәшереп йөрөй.Йә ҡасанға осрашырға һөйләштегеҙ?Ҡайһы ерҙә?Тағы шул магазин янындамы?Нимә,байып ҡайтҡанмы?Хәҙер һиңә бай ир кәрәк инде ибет.Йә әйт,тейем ҡайҙа осрашырға һүҙ ҡуйыштығыҙ?-тип тауыш күтәрә башлағас, Сания:

- Ә шуны ишетеп ҡайғыға баттыңмы?Былай эсә алмаған кешегә ҡалай ауыр хәбәр еткергәндәр.Ҡысҡырынма, балаларҙы уятаһың.Ят йоҡла ,ашамағас,урын һалғанмын,-тип ҡарағайны: -Мине йоҡлатып, уйнашҡа бармаҡ булаһыңмы?Килеп сыҡмаҫ.Пока мин законный ир иҫәбендә йөрөйөм әле. Ул уйнашыңа әйт,тағы ла һинең тирәлә ураланһа, үлеме минән буласаҡ.Әйе,үлтерәсәкмен,йәһәннәмгә оҙатам абышҡаңды.Әле ярай был юлы күрмәй ҡалғанмын .Ошо көнө ҡәберендә илап ултыра инең. Әйттем бөттө.Ҡабат темеҫкенеп йөрөмәһен.Йүнле булғас,ни эшләп һаман бисә лә ала алмай йөрөй.Үлтерәм мин уйнашсыны! Күреп кенә ҡалайым әле. Бер аҙҙан арыуыҡ ауыҙына ни килде шуны һөйләп ятҡан ир хоролдап йоҡлап китте.Күҙенә йоҡо эленмәне Санияның. Әле Вәхитте уйлап көрһөнә.Бер-бер хәл булмаһын,тиҙерәк кенә имен сағында китһен инде.Иренең холҡон да яҡшы белә.Бер ҡаныҡһа,алдына кеше сығармай инде былай.Йә ысынлап берәй аламалыҡ ҡылып ҡуймаһын эскән баштан .Булмаҫ тимә.Үткәндә һораманы ла,әллә ысын өйләнмәгән микән?Былай өйләнде тигән тауыш-фәлән булманы.Кем белә инде? Вәхит менән дуҫлашып йөрөгән мәлдәр иң бәхетле саҡ булған икән. Почтальон Вәзимә апай ҡайһы ваҡыт аҙнаһына өс килә торғайны егеттең хатын тотоп.Осрашҡанда ул тиклем матур һүҙҙәр әйтә алмаһа ла хатын эстәлекле яҙа ине ул. Матур итеп һаҡлап барған хат аңһыҙҙан Таһир ҡулына эләгеп утҡа ырғытылды.Әсәләрендә йәшәйҙәр ине әле ул саҡта.Шунда шифоньерҙан нимәлер эҙләп,ошо хатҡа юлығып,уҡып аҙна тирәһе яҙылмай,енләнеп йөрөгәйне ире. Эстән шул тиклем рәхмәтле Вәхиткә.Икәү арала булған йылы хистәрҙе,матур һүҙҙәрҙе,бер-береңә булған иғтибарҙы,ихтирамды ла уның аша тойҙо.Әгәр өйләнешһәләр шул йылы хистәр юғалмай һаҡланыр ине микән?Таһир менән икәүен сағыштырып ҡарай ҙа, ни тиклем күҙе һуҡыр булғанына иҫе китә.Ул тик таҫма теле менән арбаған икән.Вәхиттең тырнағына ла тормағанын аңланы ла ,һуң инде.Ярай,исмаһам ул бәхетен тапһын,ул быға лайыҡ. Мең төрлө уйҙарына уйылып ята торғас ,ярты төн ауғас ҡына,йоҡлап китте Сания.

Ике көн рәттән дә эсеп ҡайтып ҡаңғыртты Таһир. Кисәге көн бөтөнләй йоҡо бирмәне.Бер инде өйгә,бер сыҡты.Инде йоҡларға ятҡан Саниянан ашарға таптырҙы, ете төн уртаһында.Иртәгә эшкә тигәнде лә аңламаны.Ҡуй, былай артабан йәшәп булмаҫ,тип уйланы Сания.Холҡон белгән һәр кеше айырыл тиеүҙән башҡаны әйтмәй.Һеңлеһе Фәниә лә хәҙер килмәй.Килгән һайын эскән сағына тура килә.Вәхиттең киткәнен көтөргә лә, әсәйгә ҡайтырға кәрәк.Юғиһә, кешенең әллә нимә уйлауы бар.Ул ҡайтҡанға айырылып ҡайтҡан тейерҙәр. Көҙгөлөккә ,бәлки ,берәй айырым үҙенә өй хәстәрләп булыр. Урамға сығырға ла ҡурҡып ҡайһылатып йәшәмәк кәрәк ғүмер буйына?Ошоларҙы уйлап ,айырылырға тигән ныҡлы ҡарарға килде бөгөн төндә.Иртән ике балаһын алды ла эшенә китте. Төшкә яҡын магазиндан тауар килеп алырға саҡырҙылар.Тоғон тейәп ,санаһын һөйрәп килгәндә мәктәп янында саңғы шыуып ҡайтып килгән Вәхит осраны.Күрмәмешкә һалышып уҙып барған Санияны Вәхит ҡаршы тороп туҡтатты. -Һаумы,Сания!Хәлдәрең нисек!Балаларға аҙыҡ ташыйһыңмы?Ҡайҙа ҡабаланаһың шулай?

-Юҡ,юҡ! Вәхит,мин ҡабаланам!Мине унда ашнаҡсылар көтә.Һөйләшеп торорға ваҡытым юҡ. Асыуланма.Вәхит.Бәлки,башҡа ваҡыт һөйләшербеҙ,ваҡыт булғанда.

-Эх,Сания! Булмаҫ инде ул ваҡыт.Табып та булмаҫ,һөйләшеп тә булмаҫ. Шул ваҡыт Сания ҡаршыһында мылтыҡ тоҫҡап торған ирен күреп ҡалып, йән асыуына :
-Таһир, нимә эшләйһең,атма,үлтерәһең бит,-тип ҡысҡырыуға Вәхит ҡапыл янтайып әйләнеп ҡарауы булды ,мылтыҡ та атылды.Вәхиткә тип төбәлгән пуля ҡолаҡ осонан жыйлап үтеп, Санияның күкрәген тишеп инде. Күҙ асып йомғансы булған фажиғә донъяның аҫтын өҫкә килтерҙе.Сания тиҙ ярҙам машинаһында больницаға барып еткәнсе йән бирҙе.Һуңғы һүҙҙәре ауыҙынан өҙөк-өҙөк сыҡты: -Вәхит,балалар,Заһир, Дамир,ҡалдыр-ма,Вә-хит,ул-ул-ым,Да-мир,Заһ-ир,ҡал-дыр-ма. Вәхит айный алмай йонсоно,томан эсендә йөҙҙө.Тиҙ ярҙам медсестраһы уға өс уколды бер юлы ҡаҙаны.Нимә булды?Ни өсөн? Аңына килеп,ни булғанын аңлағас, Санияһының үле кәүҙәһен ҡосоп буҫығып иларға кереште. Эшенә бармай,бәйеленән аҙған Таһир мылтығын әҙерләп, иртән эшкә киткән Санияһын күҙәтте.Кистән кеҫәһенә тығып алып ҡайтҡан араҡыһы менән башын төҙәтте.Етмәгән һымаҡ булғас,күрше Исмәғилдән инеп бер ярты һатып алды.Теге көндө ҡулдан ысҡындырған бит.Шунда магазин алдында атырға кәрәк булған ул ирҙе тип үҙен әрләне. Әмәлгә ҡалғандай, бөгөн Вәхит мәктәп тапҡырында осраны.Ул Вәхитте үлтерергә теләне ,тик әллә ҡулы ҡалтыраны,әллә яҙа атты ,пуля уйламағанда Санияның йәнен ҡыйҙы.Һунар мылтығын тәүгә осрашҡандарын ишеткәс тә әҙерләп ҡуйҙы бит ул. Аҙнаға яҡын яһалған көйө гаражда торҙо.Вәхитте үлтерәм тигәнсе,ике балаһын әсәһенән мәхрүм итте.Хәлимә ҡайғынан бөгөлөп төштө.Илай ҙа алманы.Укол менән генә тоттолар. Суд һигеҙ йылға ултыртты Таһирҙы.Ике баланы Хәлимә алды көтөргә.Вәхит тә ташламаны балаларҙы.Кәрәк саҡта аҡсалата ла ярҙам ҡулын һуҙҙы. Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр.Бер йылдан һуң Вәхит бөтөнләйгә ауылға ҡайтты. Быға тиклем өйләнмәй йөрөгән Вәхит Фәниәне һоратты. Уртаҡ ҡайғы яҡынайттымы,әллә оҡшашлығы менән Санияны хәтерләттеме-Вәхит менән икәү ара бер-беренә һуңғы ваҡытта яҡынайғайнылар. Өйләнешкәс,Санияның да,Фәниәнең дә малайҙарын үҙенә яҙҙырҙы Вәхит.Тағы ике йылдан Фәниә йәнә ул бүләк итте Вәхиткә.Бына шулай улдарға байып китте ул.Башта колхозда инженер-механик булып йөрөгәйне.Донъялар үҙгәреп киткәс, үҙ эшен асып ебәрҙе. Пилорама ултыртты, малайҙары менән ағас эше менән булышалар.Магазиндары бар.Ҙур итеп йорт бөтөрөп инделәр.Хәҙер малайҙарға өй һалалар.Заһирҙыҡын райүҙәктә һалдылар. Киленде шунда төшөрҙөләр. Санияның ике улын да уҡытып, өйләндерҙеләр. Ғүмер аҡҡан һыу менән бер. Фәниәнең улы быйыл армиянан ҡайтты,бәләкәс Хәмиттәре быйыл ун беренсе класҡа барҙы.Фәниә балалар баҡсаһында мөдир вазифаһын башҡара.Хәлимә әбей -өй йоҙағы.Кейәүе үҙенә айырым бүлмә эшләтте. Балаларының һәр береһенә тәүфиҡ,иман теләп ултыра өй түрендә. Санияның үлеменә байтаҡ ваҡыт үтһә лә иҫкә алмаған көндәре юҡ. Аятын да бағышлатып уҡытып торалар.Таһир төрмәнән әсәһенә ҡайтып,йыл да тормай үлгән тип ишетелде. Маңлайыңа ни яҙылған,шуны күрмәйенсә,кеше гүргә кермәй тейҙәр. Аҙнаға яҡын бизнес эше менән командировканан Вәхит ғаиләһен һағынып ҡайтып етеп килә.Моғайын,ғәҙәттәгесә уны күҙ ҙә ҡаш көтәләрҙер .Ҡәйнәһе тәҙрәнән күҙен алмайҙыр.Фәниәһе йөрөйҙөр өлгөрә алмай.Мунсаһын яғалыр.Малайҙар ғәҙәттәгесә пилорамда инде.Быйыл ауылға мәсет эшләтеү менән мәшғүл Вәхит.Шуға командировкалар йышайып тора был арала.Мәсеткә “Сания”тип исем әҙерләгән.Йыл аҙағында эштәрен тамамлап ауыл халҡына тапшырырға иҫәбе. Ярты сәғәт үтеүгә,Вәхиттең тимер аты өйөнөң ҡапҡаһы төбөнә ҡайтып туҡтаны.

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:АЙҺЫЛЫУ ЮНЫСБАЕВА
Читайте нас: