

“Шихандар легендалары” концепцияһы – “Республика легендалары” проекты йүнәлештәренең береһе булып тора. Уның сиктәрендә республикала бер нисә майҙансыҡ әҙерләнгән. Проекттың төп идеяһы булып Башҡортостандың тарихи-мәҙәни мираҫының туристик киңлектәре селтәрен булдырыу тора. Маҡсаты – мауыҡтырғыс һәм танып белеү формаһында төбәктең тарихын һәм йолаларын һаҡлау һәм халыҡҡа еткереү.
Ишембай районы биләмәһендә туристик этнокомплекс булдырыу күҙаллана. Ринат Таһир улы әйтеүенсә - “Шихандар легендалары” концепцияһы Торатау буйында туризмдың төрлө төрҙәрен - этнография, гастрономия, геология, медицина һәм башҡаларҙы үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Проекттың техник директоры, архитектор Анна Кирайдт билдәләүенсә, улар проект өҫтөндә йыл буйы эшләгән. Ошо ваҡыт эсендә районыбыҙҙың тарихын, легендаларын өйрәнгәндәр.
- Тарихты белмәйенсә тороп проект булдырыу мөмкин түгел, - ти Анна Рудольфовна. – Шуға күрә беҙ проектты эшләр алдынан халыҡ эпосын уҡыныҡ, риүәйәттәр буйынса ошо ерҙә йәшәгән геройҙар менән таныштыҡ, Юрматы ырыуы нисек барлыҡҡа килеүе тураһында белеү маҡсатында тарихсылар менән осраштыҡ. Дөйөм алғанда, беҙҙең проекттың маҡсаты - башҡорт тамырҙарын һаҡлау, юғалтҡандарын тергеҙеү һәм булғанын нығытыу тора.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусылар проектты ыңғай баһаланы. Әгәр “Шихандар легендалары” проекты республика кимәлендә раҫланһа, уны 2026 йылға тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Унда яҡынса 120 яңы эш урынын булдырыу күҙ уңында тотола.