

- Сараның төп бурысы – ҡаргиҙәрҙәрҙе, үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы ҡулланғанда хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, кәрәкле документтарҙың булыу-булмауын тикшереү, - ти Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы буйынса дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының баш дәүләт инженер-инспекторы Ғәлим Ғәлин.
Ҡаргиҙәрҙәр һәм үҙйөрөшлө машиналар менән идара иткәндә транспорт хужаларының теркәү тураһында таныҡлығы, техник күҙәтеү үтеү тураһындағы таныҡлығы, тейешле категориялағы тракторсы-машинист таныҡлығы булырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юлһыҙ йөрөүсе техника хужаларына уларҙы ҡулланғанда хәүефһеҙлек талаптарын тоторға саҡыра.
Фото: https://pixabay.com/ru