Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 17:00

Ишембай ҡалаһы һәм районында мунсалар янды

Тәүге янғын 4 декабрҙә төндә Аҙнай ауылында И.Ғиниәтуллин урамындағы шәхси хужалыҡтарҙың береһендә сыҡҡан. Бында бүрәнә мунса яна.

Ишембай ҡалаһы һәм районында мунсалар янды
Ишембай ҡалаһы һәм районында мунсалар янды

5 декабрҙә иртән Ишембайҙа Крупская урамында ла ошоға оҡшаш хәл булған.
Ике осраҡта ла янғынға мейесте файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпсе булыуы ихтимал. 5 декабргә ҡарай төндә Ураҙбай ауылында Октябрь урамындағы йорттарҙың береһендә 0,5 квадрат метр майҙанда иҙән янған. Эксперттар бының сәбәбен асыҡлай.

 


Фото: https://vk.com/fire_association

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: