Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2021, 13:00

Ауылдарға яңы һулыш инә

Һыу – халыҡтың уңайлы йәшәү рәүеше өсөн мөһим шарт булып тора. Ул бер нисә сәғәткә туҡталғанда ла беҙҙең өсөн ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Шуға ла һыу үткәргестәр даими ҡарауҙы, иғтибарҙы талап итә торған мәсьәлә. Был аҙнала Үрге Әрмет ауылы эргәһендәге Сорағол тауы битләүендә һыу йыйыу башняһын урынлаштырыу мөһим ваҡиға булды. Был эштәрҙе Ишембай район-ара коммуналь һыу каналы муниципаль унитар предприятиеһы алып бара.

Ауылдарға яңы һулыш инә
Ауылдарға яңы һулыш инә

Яңы һыу йыйыу башняһы Үрге һәм Түбәнге Әрмет ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Ике ауылда 600-гә яҡын йорт, уларҙа 800-ҙән ашыу кеше йәшәй. Бынан тыш мәктәп, балалар баҡсаһы кеүек социаль объекттарҙы ла яңы ҡоролма тәьмин итәсәк.

- Элекке һыу йыйыу башняһы иҫкереү сәбәпле, боҙолғайны. Һөҙөмтәлә, ике һыу насосы тәүлек әйләнәһенә эшләп торҙо. Шуға улар йыш ватылды, алмаштырып торорға тура килде. Шул арҡала һыу менән өҙөклөктәр ҙә була торғайны. Яңы һыу башняһы ҡуйыу насостарға көсөргәнеште кәметергә булышлыҡ итәсәк, - тине Әрмет ауыл хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев.

Әлеге көндә белгестәр тарафынан һыу йыйыу башняһы урынлаштырылды. Уны эшләтеп ебәреү киләһе йылға планлаштырылған. Әйтергә кәрәк, Әрмет ауыл Советы ауылдарында үҙәк һыу үткәргестәр 1980-се йылдар аҙаҡтарында һуҙыла. Әлбиттә, йылдар үтеү менән иҫкергән торбалар төҙөкләндереүҙе талап итә. Был йәһәттән алып барылған эштәрҙе лә билдәләү мөһим. 2019 йылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, Үрге һәм Түбәнге Әрмет ауылдарында һыу менән
тәьмин итеү системаһы ремонтланған.

Хәҙер яңы һыу башняһын урынлаштырыу һыу менән тәьмин итеү сифатын тағы ла яҡшыртырға ярҙам итер. Әрмет тарафтарына юл төшкәндә был төбәктәге
башҡа яңылыҡтар менән дә танышып ҡайттыҡ. Түбәнге Әрметтә күптән түгел яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүе шатлыҡлы күренеш. Ул ҡыҫҡа
ғына ваҡыт эсендә - ике аҙнала ҡоролған. Иҫке ФАП урынына яңыһы барлыҡҡа килеүе ауыл халҡы өсөн дә көтөп алынған ваҡиға. Уның үҙәк юлға яҡын урынлашыуы, ауылдың уртаһында төҙөлөүе менән дә уңайлы. Түбәнге әрметтәргә тиҙерәк яңы ФАП файҙаһын күрергә булһын. Уны асыу киләһе йылға планлаштырыла. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы ла ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Быйыл көҙ ошо программа сиктәрендә Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауылдарының зыяраттары кәртәләнеп алынған. Элекке иҫкергән ағас рәшәткәләр урынына хәҙер заманса тимер ҡоймалар барлыҡҡа килгән. “Халыҡ зыяраттың ҡоймаһын яңыртыу өсөн аҡса йыйғанда ла, өмәләргә сыҡҡанда ла эштә әүҙем ҡатнашты”, – тине ауыл хакимиәте башлығы.

Әрметтәр киләһе йылда ла Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға ниәтләй. Был йәһәттән, халыҡ менән алдан һөйләшеүҙәр алып барылған. Хәҙер ошо программаны файҙаланып, ике ауылды хеҙмәтләндерелгән янғын һүндереү депоһы бинаһын ремонтлау күҙ уңында тотола.

Әйткәндәй, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын башҡа ауыл Советтары ла уңышлы файҙалана. Мәҫәлән, әлеге көндә уның сиктәрендә Ҡолғона һәм Байғужа ауылдарында ла Әрметтәге һымаҡ һыу башнялары урынлаштырыла. Байғужа ауылы хакимиәте башлығы Салауат Йосопов әйтеүенсә, һыу йыйыу башняһы килтерелгән, әле төҙөлөш-монтаж эштәре бара. Ҡоролманы яңы йылға тиклем эшләтеп ебәреү күҙ уңында тотола. Яңы һыу башняһы Байғужа ауылын һыу менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Ауылдарҙа төҙөкләндереү буйынса әле бер, әле икенсе эш ҡуҙғатылыуы йәшәгән төйәгебеҙгә яңы һулыш бирә, тормош шарттарын яҡшыртыуға юл аса.


Автор фотолары.

Ауылдарға яңы һулыш инә
Ауылдарға яңы һулыш инә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: