Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 19:00

Конкурста ҡатнашығыҙ

Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте “Ойошмаларҙы, предприятиеларҙы һәм учреждениеларҙы яңы йылға иң яҡшы биҙәү - 2022” конкурсын ойоштора.

Конкурста ҡатнашығыҙ
Конкурста ҡатнашығыҙ

Район хакимиәтенең Сауҙа, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә конкурс биш номинация буйынса үткәреләсәк:
1.аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарҙы һатыу буйынса сауҙа объекттары араһында иң яҡшы яңы йыл биҙәүе;
2. сауҙа нөктәләре араһында иң яҡшы яңы йыл биҙәүе;
3. йәмәғәт туҡланыуы объекттары араһында иң яҡшы яңы йыл биҙәүе;
3. халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиелары араһында иң яҡшы яңы йыл биҙәүе;
4. стационар булмаған объекттар һәм хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса объекттар арһында иң яҡшы яңы йыл биҙәүе.
Конкурста сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәр күрһәтеү ойошмалары ҡатнаша ала. Биналарҙың фасадтарын, шулай уҡ уларға яҡын урынлашҡан территорияларҙы, бина эсендәге витриналарҙы байрамса биҙәү ҡаралған.
Еңеүселәрҙе танталанлы бүләкләү 24 декабрҙә хакимиәттә үтәсәк. Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 3 декабрҙән 21-енә тиклем Революция урамы,3 адресы буйынса 9-сы кабинетта ҡабул ителә. Шулай уҡ заявканы [email protected]. электрон адресына ебәрергә мөмкин.
Байрам кәйефен бергәләп тыуҙырайыҡ!

 

Ғәзим Ларымбаев фотоһы

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас: