Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 12:00

Әфлисунлы салат

Әйҙәгеҙ, ҡәҙимге булмаған әфлисунлы тәмле салат әҙерләп ҡарайыҡ. Бик ябай әҙерләнә.

Әфлисунлы салат
Әфлисунлы салат

Кәрәк: 300 гр сыр, 3 бешкән йомортҡа, 2 әфлисун, майонез.
Сыр һәм йомортҡаларҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Әфлисунды таҙартып турайбыҙ. Ҡатлап теҙеп сығабыҙ. 1-се ҡат – сырҙың яртыһы, 2-се ҡат- 2 йомортҡа, 3 ҡат – әфлисун, 4-се ҡат - сырҙың икенсе яртыһы, 5-се ҡат – йомортҡа, 6-сы ҡат – әфлисун. Һәр ҡатты майонез менән һылайбыҙ.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: