Йәмғиәт
28 Ноября 2021, 13:30

Әсәй йөрәгенә бөтә балалары һыя

Бала бағып үҫтереү – һәр ҡатынҡыҙҙың тормоштағы төп бурысы. Ә инде күп бала тәрбиәләп, һәр ҡайһыһына күңел наҙын биргән гүзәл заттар айырыуса ҙур хөрмәткә лайыҡ. 

Әсәй йөрәгенә бөтә балалары һыяӘсәй йөрәгенә бөтә балалары һыя
Әсәй йөрәгенә бөтә балалары һыя

Ошондай оло йөрәкле әсәйҙәрҙең береһе Тирмән-Йылға ауылында йәшәүсе Фәнүзә Абдулхай ҡыҙы Вәлишина. Ҡаланың 17-се мәктәбендә 40 йыл математика уҡытыусыһы
булып эшләүсе хөрмәтле уҡытыусы, өлгөлө әсәй менән һөйләшеүебеҙ балалары хаҡында башланып китте.

Тормош иптәше Тимерғәле Минеғәле улы менән улар Илдус, Илдар, Илгиз исемле улдарға ғүмер бүләк итәләр, бынан тыш Юлиә һәм Әлиә исемле ҡыҙҙарҙы тәрбиәгә
алып ҡарап үҫтерәләр. Хәҙер инде балалар тыуған йорттан таралышҡан, һәр береһе уҡып, һөнәрҙәр алып, был тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Ләкин ата-әсәй йортонда улар һәр ваҡыт көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Тормош иптәше менән икеһенең дә бер ҡарашлы, бер маҡсатлы булып йәшәүҙәре тормош һикәлтәләре алдында юғалып ҡалмаҫҡа, күмәк баланы аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙам итә. Фәнүзә апай менән Тимерғәле ағайҙың бергә ғүмер итеүҙәренә лә 44 йыл булып киткән. Үҙ-ара дуҫлыҡтары Әхмәр мәктәбендә уҡыған йылдарында уҡ башлана. Ҡыҙ егетте армияға оҙатып көтөп ала, ә инде Бөрө педагогия институтында
2-се курста уҡып йөрөгән сағында йәштәр өйләнешә.

- Өсөнсө курста сағымда өлкән улым тыуҙы. Көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөйөм. Шул саҡта әсәйем: “Уҡыуыңды ташлама, тырыш”, тип яңы тыуған сабыйымды ҡарашты,
уҡыуымдың өҙөлөүенә юл ҡуйманы. Иң ауыр мәлдәремдә көс әсәйемә төштө. Хәҙер инде мәрхүм әсәйемде йыш ҡына һағынып иҫкә алам. Шул тиклем дә оло йөрәкле, сабыр кеше булды ул. Үҙе лә атайым менән алты бала үҫтерҙеләр, өҫтәп ике бала тәрбиәгә алып ҡаранылар. Әсәйем тырыш та, эшсән дә, һаҡсыл да ине һәм һәр нәмәне алдан планлаштыра белде. “Йоҡлай алмай ятһаң, тормош-йәшәйешеңде планлаштырып ят” тигәне хәтерҙә ҡалған. Ул кешеләргә бик ярҙамсыл булды. “Берәй кеше йомош менән килеп, уны үтәй алмаһам, күңелем әрнеп тороп ҡалам, оялыуҙан үҙемде урлап тотолғандай хис итәм”,- тип әйтә торғайны. Уның кешеләргә изгелекле булыу сифаты беҙгә, балаларына ла күскәндер, ауылда Хәлитовтарҙың татыу һәм ярҙамсыл нәҫел, тигән даны ла бар. Бөгөнгө көндә балаларымдың татыу һәм ярҙамсыл булыуҙарына мин бик шат. Балаларыбыҙ тураһында сит кешеләрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетеү беҙҙең өсөн ҙур бүләк. Ошо сифаттар арҡаһында ҡыҙҙарым да ғаиләбеҙгә бер ҡытыршылыҡһыҙ инеп китте, - тип һөйләне Фәнүзә апай.

Уҡыуҙы тамамлап, бер йыл ҡалала эшләгәндән һуң йәш ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итә. Тирмән-Йылға ауылында төпләнеп, ғүмер буйы ошонда донъя көтәләр.

- Яҙмышымдан бик ҡәнәғәтмен. Эргәмдә мине аңлаған, балаларҙы яратҡан, ғаиләһенә терәк булған тормош иптәшем бар. Үҙем уҡытыусы булғас, балалар үҫтергәндә уларға ҡатыраҡ, талапсаныраҡ булғанмындыр. Ә ирем, киреһенсә, йомшағыраҡ. Бигерәк тә ҡыҙҙарға бер ҡасан ауыр һүҙ әйтмәне. “Бәпесем” тип яратып ҡына үҫтерҙе. Уларға өлгөлө атай була белде. Эшем менән дә бик бәхетлемен. Бала саҡтан математика, химия һәм биология фәндәрен яраттым. Математиканан уҡытыусым Рәбиға Вәлидова, химиянан Шәрифә Ниғмәтуллина миндә был предметтарға ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр тим. Шуға тәүҙән үк математика уҡытыусыһы булам йәки медицина юлынан китәм тигән хыялым булды. Һәм ул тормошҡа ашты. Ғүмер буйы яратҡан эшемдә хеҙмәт иттем, - тип һөйләне Фәнүзә Абдулхай ҡыҙы.

Хәҙер 64 йәшкә етһә лә, әле лә өйрәнгән коллективында күңеленә ятҡан эшен башҡара. Хаҡлы ялға сығырға ниәтләгәндә лә, ата-әсәйҙәрҙең һорауы буйынса ул йәнә тыуған коллективына ҡайта. Эш, донъя мәшәҡәтенә генә баҫылып йәшәмәйҙәр, спорт менән мауыға Вәлишиндар. Спортты үҙ итеү Фәнүзә апай менән Тимерғәле ағайҙа йәштән килгән матур ғәҙәт. Әле лә йә саңғыла сығып китәләр, йә йүгерәләр. Ике йыл рәттән Благовещен һәм Яңауылда йүгереү буйынса марафонда ҡатнашҡандар. Балалар бәләкәй саҡта сәйәхәттә лә күп булалар.

- Ҡыҙҙарҙы тәрбиәгә алғас, каникулда өйҙә ултырманыҡ, Башҡортостан буйлап сәйәхәт иттек. Магнитогорск, Ҡазан, Силәбе, Себер тарафтарында булдыҡ. Бәләкәй Әлиәбеҙ менән конференцияларҙа ла байтаҡ йөрөргә тура килде. Күп тапҡырҙар Бөрө, Салауат, Өфөгә, шулай уҡ Златоуст, Мәскәү ҡалаларына барҙыҡ. Ҡыҙыбыҙ гел призлы урындар яулап ҡайтты. Беҙ, ата-әсәй булараҡ, һәр ерҙән рәхмәт хаттары менән бүләкләнә инек. Ошо йәһәттән Әлиәнең конференциялар буйынса етәксеһе Зөһрә Сакаеваға ла рәхмәтебеҙҙе белдерәһе килә. Шулай уҡ Ишембайҙа һәм Өфөлә ғаилә конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған мәлдәребеҙ матур тәьҫораттар ҡалдырған, - ти бәхетле әсә.

Йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, эске кеүек яман ғәҙәттәргә ылыҡмай, был донъяла матур итеп эшләргә, йәшәргә, балалар үҫтерергә кәрәк, ти Вәлишиндар. Фәнүзә апайҙың йәш әсәйҙәргә кәңәштәре лә урынлы яңғыраны:

- Бала тәрбиәләү көс тә, ваҡыт та талап итә. Йәш әсәйҙәр телевизор, телефонға әүрәп сабыйҙарына иғтибар бүлергә онотмаһындар ине. Аҙаҡ үкенерлек булмаһын өсөн балаға үҙ мәлендә күңел наҙын, иғтибар биреү мөһим, - тине ул.

Яҡшы әсәй булыу өсөн яуаплылыҡтан тыш, күңел йылылығы ла кәрәк. Сөнки әсәйҙең наҙы, уның теләктәре балаһын ғүмер буйы ла оҙата бара.


Фото ғаилә архивынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас