Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 12:00

Гөлдәрегеҙ терелеп китер

Бүлмәләге гөлдәрҙең япраҡтары йыш ҡына һарғайып, шиңеп бара. Сәскәгә тумалып өлгөрмәй, улары ҡойолоп бөтә. Уларға тиҙ генә ярҙам итеп ебәрергә теләһәгеҙ, түбәндәге ысулды ҡарағыҙ.

Гөлдәрегеҙ терелеп китер

Тылсымлы шыйыҡсаны әҙерләр өсөн 1 литр һыуға 20 мл водород перекисе өҫтәп бутайбыҙ. Гөлдөң тәүҙә тупрағын йомшартабыҙ, шунан ғына әҙер шыйыҡсаны ҡоябыҙ. Был ҡатнашманың гөлдәрегеҙгә файҙа килтергәне 2-3 көндән үк күренер.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева