Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 20:43

Ауыл хәбәрҙәре

Ошо көндәрҙә Әхмәр ауылы ағинәйе Хәкимғужина Зәкиә Зәйнетдин ҡыҙы 90 йәшен тултырҙы.

Ауыл хәбәрҙәре

Ул тормош иптәше Нурулла ағай менән туғыҙ балаға ғүмер биреп, уларҙы лайыҡлы итеп тәрбиәләп, әлеге көндә балаларының ҡәҙер -хөрмәтенә төрөнөп бәхетле ғумер кисерә. Лайыҡлы тормош юлы үткән Зәкиә инәйҙең хөкүмәтебеҙ тарафынан бирелгән маҡтаулы исемдәре лә бик күп .Ошо ғүмер эсендә ул тормошоноң ауырлыҡтарын да, бәхетле мәлдәрен дә күп татыған. Шуға күрә лә ул һәр атҡан таңға ҡыуанып, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй.

 

Фото: https://vk.com/club107983683

Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Әхмәр ауыл мәҙәниәт йорто