Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь , 20:30

"Әсәй, мин кешеләрҙе күрә алмайым"

Шулай тип ҡайтып инде бер көндө балам. "Бөтәһе лә улай түгел ул" тип аңлатырға тырышһам да...

"Әсәй, мин кешеләрҙе күрә алмайым"

Бер көндө ҡыҙымдың класс етәксеһе шылтырата: "Балағыҙ дәрескә йыш һуңлай. Иртәрәк ебәреп булмаймы ул?" Ҡайһы әсәгә оҡшаһын инде бындай шелтәләү? Миңә лә ныҡ ауыр тәьҫир итте уҡытыусының һүҙҙәре. Түҙемһеҙлек менән эштән ҡайтыу ваҡытын көтәм: кис ҡыҙым менән ҡаты ғына һөйләшеп алырға кәрәк булыр.

Бына ул мәл етте: ҡыҙым ишекте асты, тик күңеле төшөнкө, шуға ҡапыл ғына һүҙ башлай алманым. Ғәҙәттәгесә, көнөң нисек үтте тип бер-беребеҙҙең хәле менән ҡыҙыҡһындыҡ, бергә әҙерләп ашап алдыҡ. Бер аҙ кәйефе урынына ултырғандай булғас ҡына: "Иртәгә иртә уятам, алданыраҡ сығырһың", - тинем. "Белмәйем, файҙаһы булыр микән, һуң туҡталыштан ултырып китеүе ауыр тип ҡасандан бирле әйтәм", - тип йәне көйөп шымып ҡалды ҡыҙым. "Ярай, улайһа, бергә сығырбыҙ", - тип һүҙҙе тамамлап торҙом.

Иртәгәһенә бер сәғәткә тигәндәй алдан тороп, йәһәтләп әҙерләнеп, туҡталышҡа киттек. (Әйткәндәй, беҙ күптән яҡындағыға сыҡмайбыҙ, сөнки унан мәктәп яғына бер генә маршрут тороп ҡалды, уларының да һанын ныҡ ҡыҫҡарттылар, эләгеп китеү бөтөнләй мөмкин түгел. Эргәнән Үҙәк баҙар яғына берҙән-бер маршрут, шул яҡта, унан ары уҡыусылар, эшләүселәр бик күп, беҙгә тиклем үк автобус лыҡа тулып килә, икенсеһе ярты сәғәттән генә, уныһы ла тулы була).

Икенсе туҡталышҡа юл - шәхси йорттар аша, текәрәк тауҙы төшөргә һәм оло юл аша үтергә кәрәк. Был юлы йөрәкте тәүге тетрәндергәне ҡый һауыттары эргәһендә еҫкәнеп йөрөгән хужаһыҙ өс ҙур эт булды. Ярай әле арттан бер ир кеше килә ине, уға эйәрҙек. "Улар миңә йыш осрай, ҡурҡыта", - ти ҡыҙым. Тауҙы төшөп еткәс, машина юлын аша сығаһы бар. Светофор юҡ, йәйәүлеләр өсөн үткәүел тамғалары барлыҡҡа-бар былай. Анһат түгел бында ла - ни тиһәң дә, дүрт юл саты, бер яҡҡа ағым туҡтаһа, икенсеһе хәрәкәт итә башлай. Баҫып торһаң, әйҙә үт, тип һирәктәр генә тиҙлеген кәметә. Ҡыҙым белеп бөткән: "Текә автомобиль рулендә ҡатын-ҡыҙ булһа, улар туҡтамай. Үткәрһә лә, оло ағайҙар (бабайҙар) үткәрер".

Торабыҙ - ысынлап та, һәр ҡайһыһы ашыға, туҡтамайҙар. Былай торһаң, шул урындан китеп булмаҫ, әйҙә, тип баламды етәкләп алдым да алыҫтараҡ килгән машинаға ҡулды күтәреп юлға төштөм. Автомобиль тәгәрмәстәре сыйылдап туҡтаны, тормозға саҡ баҫып өлгөрҙө, ахыры. Уныңса булмай, уны урап сығып, арттағыһы килеп беҙҙе бәрҙерә яҙҙы, саҡ аяҡты алып өлгөрҙөк. Йөрәк табанға төштө, үҙем өсөн түгел, балам өсөн ҡурҡтым.

Ике хәтәр - эттәр һәм мыжғып торған юл - үтелде. Теге яғына тыныс. Шәберәк атлағанда бында ун минутта килеп етергә була. Кеше күп. Был тирәнән өс тарафҡа юл китә. Торабыҙ-торабыҙ, беҙгә кәрәкле автобус күренмәй. Ғәҙәттә, ситтә ятҡан ауылдарҙан килгәненә ултырырға тырыша ҡыҙым. Был юлы улары ла юҡ. Ун биш минуттай торғас, 51-се маршруттың ауыр ғына итеп тауҙан төшкәне күренде. Нисек булһа ла ошоға ултырайыҡ, тип юлға уҡ сығып баҫтыҡ. Тик бушҡа өмөтләнгәнбеҙ: автобустың ишеге саҡ асылды, төшкән кеше лә булманы, бер-ике көслөрәк кеше генә эстәгеләрҙе этеп, ҡыҫталып ултырып китте.

Тағы шул тиклем ваҡыт торғанда, ҡыҙымдың дәрескә һуңлаясағы ап-асыҡ аңлашыла. "Нимә тура килә, шуға ултырып китербеҙ", - тим. Оҙаҡламай 13-сө килде. Ултырҙыҡ. Тик маршруты беҙгә уңайлы булмай сыҡты. БДУ яғына икенсе яҡтан барып туҡтаны. "Ҡунаҡһарай" туҡталышына тиклем байтаҡ йүгерергә тура килде. Унда аһылдап килеп баҫһаҡ, беҙгә тәүге туҡталышта ныҡ кәрәк булған сираттағы 51-се автобус килә. Эх, ниңә әҙерәк көтмәгәнбеҙ икән, тип үҙебеҙҙе әрләп, эскә инеп баҫтыҡ (ултырырға урын был ваҡытта булмай әле. Тағы шуны әйтеп китергә кәрәк: "Алға" картаһы менән бер сәғәт эсендә икенсе автобусҡа күсеп ултырһаң, шул уҡ билет менән йөрөргә була тигәнде әле бер тапҡыр ҙа ҡулланғаныбыҙ юҡ. Кемдер, ул ҡағиҙә эшләй, ти. Мин үҙем бер тапҡыр ғына күсеп ултырғанда әйтеп ҡараным да, кондуктор, ярамай, тигәс, бүтәнсә был теманы күтәрмәнем).

Шулай итеп, беҙ дәрес башланыуға биш минут ҡалғанда мәктәп туҡталышына барып төштөк. Унан өс-дүрт минут атларға, тағы ла өҫ кейемен сисергә, салбарҙы итәккә алмаштырырға. Биш минутта өлгөрә алмай, тимәк, барыбер һуңланы, тигән һүҙ. Көндәгенән ярты сәғәт-ҡырҡ минут алдан сыҡҡанда ла бына ошондай хәл. Тағы ла иртәрәк сығығыҙ тигәндәр өсөн яуап - унан да алда - шыр ҡараңғылыҡҡа ҡыҙ баланы ни йөрәк менән сығарып ебәрмәк кәрәк?.. "Белдеңме инде минең нисек йөрөгәнде?" тип тантаналы ҡараны ҡыҙым, ә мин өнһөҙ ҡалдым.

Ә бер нисә тапҡыр ҡыҙым водителдәрҙең, кондукторҙарҙың яман мөнәсәбәтенән биҙрәп, күңеле төшөп ҡайтты. Мәктәпкә йөрөгөм, юлда кешеләрҙе күргем килмәй, ти башланы бер ваҡыт хатта. Ул тарыған ике генә ваҡиғаны һөйләгәндә лә, ни өсөн шулай тип әйткәне аңлашылыр.

Бер көндө "Алға" картаһына аҡсаны иртән генә күсерҙем дә, күсепп өлгөрмәһә тип, ҡулына мең һумлыҡ тотторҙом. Ысынлап та, карта менән түләй алмаған, ә мең һумды ваҡларға кондукторҙың мөмкинлеге булмаған, имеш. Арҡаһында оло портфель, ҡулында алмаш аяҡ кейеме һалынған моҡсай - уҡыусы бала икәнлеге күренеп тора бит инде - быны иҫәпкә лә алмайынса, кондуктор уны автобустан төшөрөп ҡалдырған. Салондағы бер оло кеше яҡлашып һүҙ әйтмәне, тип ғәрләнеп ҡайтҡайны ул көндө. Дәрескә һуңлап барғанда, автобус номерын фотоға төшөрөү ҡайғыһы ла булмаған.

Ә икенсе юлы 211-се маршрут водителе "Алға" картаһы менән түләүҙе ҡабул итмәгән. Кеҫәһенән аҡса алып бирәйем тигәнсе, ишеген шап япҡан да артабан киткән. Аҡсаны теүәлләгәнсе бер туҡталыш үтеп барып туҡтаған. Был юлы ла пассажирҙарҙан яҡлау ишетелмәгән.

"Әсәй, мин кешеләрҙе күрә алмайым", - тип ҡайтып инде балам ул юлы. "Бөтәһе лә улай түгел ул", - тип аңлатыр инем бәләкәй сағында, хәҙер үҫкән инде - һәр нимәне күрә, аңлай, һығымта яһай.

Ярай, юл михнәттәре, дәрестәргә һуңлау әллә ни ҙур бәлә түгел, ваҡытлыса күрелгән күңелһеҙлектәр, тип уйлайым. Әленән үк, йәшәй генә башлаған сағында, ҡыҙымдың кешеләргә ышанысы юғала - бына быныһы инде ҡурҡыныс.

 

 

Фото: transphoto.org

Аклима Гизатуллина
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.