Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь , 16:00

Ҡатын-ҡыҙҙар һеҙҙең өсөн...

Тәҙрәләрҙе ваҡыт-ваҡыты менән һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот, фәрештәләр ҡыуаныр.

Ҡатын-ҡыҙҙар һеҙҙең өсөн...

Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк, сәй кеүек нәмә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр...
Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәңде ҡояшҡа асһаң, бәрәкәт килер йортҡа.
Бисмиллалап бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр.
Һүгенмәй, асыуланмай бешерен, фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.
Өҫтәл, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы булһын, бәрәкәт килер.
Кейемде, бигерәк тә сабый кейемен йыйыштырып, урынлаштырып тор, һаулыҡ артыр.
Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ, юлың уңыр.
Гөлдәр үҫтер йортоңда, фәрештәләр ҡуныр һабағына.
Асыулы сағыңда йыуын, баҫылырһың.
Үкһеп илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм шатланыу ҙа, зиһенгә зыян итер.
Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән йүрмә алып ҡал, төндә бала илаһа, шул йүрмә менән төтәҫлә, Аятел-Көрси уҡы, туҡтар илауҙан.
Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.
Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк, сәй кеүек нәмә алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.
Кемде әрләгәндә лә, изге теләктәр менән әрләгеҙ-ҡоромағыҙҙар, бәхетле булғырҙар, хәләленән уңғырҙар тип.
Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән, насар һөйләй алмаҫ.
Эске кейемде кешенән йәшереп элегеҙ, күҙгә салынмаһын, шәхси энергия үҙегеҙҙә ҡалыр.
Ирегеҙ менән үтә яҡын нәмәләрегеҙҙе кешегә һөйләмәгеҙ, һалҡын һыу һипмәһендәр арағыҙға.
Үҙегеҙ йоҡлаған простыняға ситтәрҙе йоҡлатмағыҙ, аралар һыуыныр, исмаһам алмаштырығыҙ бөтә тышлыҡ, простыняларҙы.

 

Фото асыҡ сығанҡатарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева