Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2021, 10:23

ҒҮМЕРКӘЙҘӘРҘЕ ҠЫЙҘЫ ҠАРА ҠЫРАУ

Ике туған ағайымдың яҡты иҫтәлегенә.

ҒҮМЕРКӘЙҘӘРҘЕ ҠЫЙҘЫ ҠАРА ҠЫРАУ
ҒҮМЕРКӘЙҘӘРҘЕ ҠЫЙҘЫ ҠАРА ҠЫРАУ

Мунса ләүкәһендә ятҡан Ҡасим, таң атыр-атмаҫ уҡ, өшөп уянды. Малай мейес ташына киптерергә һалған ҡыптыр тунын да алып ябынып ҡарағайны ла, ләкин уның да файҙаһы аҙ булды. Ҡыҫҡа итәкле тунды өҫкәрәк япһаң, аяҡтар өшөй, аҫҡа тартһаң башҡа бәрә. Туп һымаҡ йомарланып ятһаң да, һалҡын һауа әллә ҡайҙарҙан үтеп инеп, бөтә тәнде ҡурып ала. Тыштағы әсе елле ғинуар һыуығы кистән үк яғылған сей утындың барлы-юҡлы йылыһын бик тиҙ ҡыуып сығара шул.

Теше-тешкә теймәй ҡалтыранған Ҡасим тороп ултырҙы ла, тиҙ генә тунын кейә һалды, һәрмәнеп таштар өҫтөндәге тишек табанына бесән тултырылған быймаларын табып алды һәм аяҡтарына тыҡты. Ҡоласынлы ҡуян бүреген баш аҫтына һалып ятҡан ине – уныһын да кейә һалып, күҙҙәренә тиклем батырҙы һәм бейәләйҙәрен эләктерҙе лә, мунсанан сығып өйгә ҡарай йүгерҙе. “Тиҙерәк инә һалып йылынырға, үҙәктәргә үтеп ҡалтыратҡан һыуыҡты тәндән ҡыуып сығарырға…Тик ишек кенә бикле булмаһа ярар ине..,”- тигән уй ине уның башында. Ҡасим һепертмә буран һалған ҡарҙы йыра-йыра өйгә барып етеп, солан ишеген һаҡ ҡына тартып ҡараны. Уның эстән эленмәгәнен белгәс, малайҙың эсенә йылы инеп киткәндәй булды. “Тимәк, Вәлишә киткән..,” – ул быймаларына йәбешкән ҡарҙы ҡаға һалып, өйгә инде. Ундағы йылы һауа кереү менән биттәрҙе иркәләһә лә, бөтә тәнгә үтеп ингәнсе байтаҡ ваҡыт уҙа шул. Ҡасим тиҙерәк йылыныу өсөн кейемдәрен сисеп ташлап, һыуынып та бөтмәгән мейескә килеп һөйәлде. Башҡа ваҡыт уға тәүлегенә бер, башлыса иртән генә яғылһа ла, бындай көндәрҙә үгәй әсәһе кистән дә ҡыҙыу итеп яғып ҡуя. “Вәлишә шулай ҡушалыр…Күрәһең, һыуыҡ өйҙә артыҡ шашына алмайҙарҙыр,”- тип уйлап ҡуйҙы Ҡасим һәм ҡалтыраныуы бер аҙ баҫыла төшкәс, мейес ҡашағында ултырған ҡыуыҡһыҙ, үҙҙәре әйткәнсә мызлаҡ шәмгә ут ҡабыҙҙы. Унан төшкән тоноҡ ҡына яҡтыла усаҡтағы көлдө алып, унда мейес араһына өйөлгән бер нисә утын ағасын алып һалды. Ҡаҙанға бер сүместәй генә һыу ҡойҙо һәм бүрәнә ярығына ҡыҫтырылған сыраларҙың береһен алып, шәмдән ут тоҡандырҙы ла, уны усаҡтағы утын аҫтында тотто. Ялҡын телдәре ағастарҙы ялмап алып, стеналарҙа уның шәүләләре һикерешә башлағас, малай шым ғына баҫып ишек аша шәмдең яҡтыһы төшкән оло яҡҡа сыҡты. Башта үгәй әсәһе ятҡан киң һикегә күҙ ташлап алды. Юрғанын яртылаш ҡына ябынып, йыуан, яланғас боттарын күрһәтеп ятҡан Мәмдүҙә бер нәмә белмәй йоҡлай ине. Ҡасим иҙән уртаһындағы өҫтәл янына килде. Ундағы буш шешә, икмәк киҫәктәре, сеүәтәләрҙәге аш ҡалдыҡтары кисәге мәжлестең шәп булыуын һөйләй ине. Малай бер телем икмәк алып бәләкәй яҡҡа сыҡты. Ундағы бәләкәй һәкелә ултырған ҡоштабаҡтан сеүәтәгә ҡалған ашты һалып алды. Башҡа ваҡыт булһа онотолғанда бер генә татыған был алдындағы һыйҙы бер-ике ҡабыуҙа йотоп ҡуйыр ине лә бит, ниңәлер бөгөн ашағыһы килмәне. Тик үлән һалынған ҡайнар сәйҙе эскәндә генә бер-ике семтем ҡабып ҡуйҙы. Эҫе сәй Ҡасимды тамам йылытып ебәрҙе. Ә бер аҙҙан тәне ут һымаҡ яна башланы. Кисә кистән үк, башы сатнап, туҡтауһыҙ йүткергәс: “Һыуыҡ тигеҙҙем, ахырыһы”, - тип уйлап ҡуйғайны, дөрөҫкә сыҡты күрәһең. Их, хәҙер төрөнөп кенә мейес аралығындағы һәндерәһенә менеп кенә ятһа ине лә бит – ярамай, бесәнгә барырға кәрәк. Оҙағыраҡ торһа хәҙер бригадир Әсмә апай килеп етәсәк. Әлеге көндә колхоздың күп эше, бигерәк тә бесән, һалам ташыу үҫмер малайҙар, ҡыҙҙар елкәһендә шул.

Ҡасим ҡапыл ҡалтырап өшөй башлауын тойҙо. Ул быйма, тундарын кейеп, мейес эргәһендәге ултырғысҡа һөйәлде. Бер аҙҙан ҡалтырауы бөтөп, күҙҙәрен йоҡо баҫа башланы. Аҙ ғына шулай серем итеп алһа шәп булып ҡалыр ине лә ул – тик тәҙрәнән төшә башлаған һаран ғына яҡтылыҡты күреп, малай урынынан ҡуҙғалды.

Һуңғараҡ ҡалһа, башҡалар китеп бөтөп, Гөлзифа менән уға эҫкерттең төбө генә ҡаласаҡ. Этлән, әйҙә, аҙаҡ, баҫылған бесәнде йолҡоп. Унан килеп, Гөлзифа алдында ла һыр бирергә ярамай. Ялҡау, йоҡосо булып күренгеһе килмәй уның.

Малай баяғы икмәк телемен сепрәккә төрөп кеҫәһенә һалды ла, сығып, хәлһеҙләнеп ҡалған аяҡтарын һөйрәй-һөйрәй, ауылдың икенсе башындағы ат һарайына ҡарай йүнәлде. Уны хәҙер ат һарайы тип әйтеп тә булмай инде. Башҡаларын һуғышҡа алып китеп бөткәс Вәлишәнең үҙе егеп йөрөр өсөн генә тотҡан Ҡара айғыры менән дүрт ҡарт ат ҡына ҡалды унда. Элеккеләре урынында  егер өсөн тәғәйенләнмәгән, үҙәктәргә үтеп этләткән үгеҙҙәр аҫырала. Ҡасимдың: “Кем генә уйлап сығарған икән үгеҙ егеүҙе?!” – тип уйлап ҡуйған саҡтары күп булды. Уларҙы алып сығып, көс еткеһеҙ “ярмо” тип аталған ҡамыттарын үгеҙ муйынына кейҙереү генә лә бит ҡара тиреңде сығара. Ә Гөлзифа менән уға эләккән “Сәргәй” ҡушаматлы үгеҙ бигерәк ялҡау, үҙе әйтеп бөткөһөҙ кире. Арыураҡтарын өлкәнерәк малайҙар бүлешеп алып бөттө шул. Персиҙәтел Вәлишә менән хисапсы Сәхәү улдары хатта ат егәләр. Үшәнерәк булһалар ҙа ат-ат инде ул. Тиҙерәк барып етеп, тиҙерәк тейәй һалып ҡайталар. Ә “Сәргәйҙе” ҡыуалаһаң-ҡыуаламаһаң да үҙ ыңғайына яйлап ҡына атлауын белә.

Ҡасим ат һарайына барып еткәндә бесәнгә барыусыларҙың күбеһе унда ине инде. Һәнәген тотҡан Гөлзифа ла күренә. Егет-елән ат-үгеҙҙәрен егеп булаша, ҡыҙҙарҙың ҡайһылары саналағы ҡарҙы ҡаҡҡылап, уға һалам түшәй, ҡайһылары йыйылышып, һәнәктәренә таянып баҫҡан килеш, хәбәр һата.

Үҙе тирәһендә уралған Гөлзифа ярҙамында үгеҙҙәрен егеп юлға сыҡҡанда ҡояш күренеп, башҡалар китеп бөткән ине, тип әйтерлек. “Сәргәй” ғәҙәтенсә ашыҡмай ғына атлай. Башта Ҡасим ҡысҡыра-һуҡҡылай үгеҙҙе ҡыуалап ҡараны ла, аҙаҡ уны үҙ яйына ҡуйып, сана төбөнә сүгәләне һәм эргәһендә иҫке генә ҡалын шәлгә уранып ултырған Гөлзифаға күҙ ташлап: “Былай ҙа кирегә бөткән мал булыр икән!” – тип үгеҙҙе әрләп алды.

Сәхип һаҙына бесәнгә барып ҡайтыу ун дүрт йәшлек малайға бик ауырға тура килһә лә, көн оҙоно үҙе тиҫтер Гөлзифаның гел янында икәнен тойоу малайға күңел рәхәтлеге бирә. Ҡаҡсараҡ ҡына кәүҙәле был ҡыҙ эшкә әрһеҙ, тырышып ята, һәр саҡ ярҙам итергә генә тора. Ҡасим барған-ҡайтҡанда ла уны үҙ ышығына алып, бесән тейәп-бушатҡанда ла артыҡ эшләтмәҫкә ынтыла.

Юлға сығып бер аҙ барғас, малай тағы тәне яныуын тойҙо. Ә бер аҙҙан теше-тешкә теймәй ҡалтыранырға тотондо. Етмәһә, туҡтауһыҙ йүтәл быуа. Еүешләнгән кейем менән һыуыҡ мунсала ҡунмай, йылы өйҙә йоҡлаһа, бәлки, былай ауырып  та китмәҫ ине лә бит – юҡ шул. Вәлишә килеп индеме Ҡасим шым ғына сығып мунсаға йүнәлә. Ундағы сей утынды ыҙалана-ыҙалана тоҡандырып, уныһы янып төтөнө бер аҙ бөткәнсе үтәнән-үтә ел өргән һыуыҡ соланында ултыра. Был хәл аҙна-ун көн һайын, ә ҡайһы саҡ йышыраҡ та ҡабатланып тора. Вәлишәне һуғыш башында уҡ ике бармағын ҡырҡтырып ҡайтҡас персиҙәтел итеп ҡуйҙылар. Башҡа ирҙәр яу яланында яфа сиккәндә, рәхәтләнә ул бында. Шунда башҡа ерен генә өҙҙөрмәгән бит. Юғиһә, күпме яңғыҙ бисә, хатта йәш ҡыҙҙарҙың да башына етте, ҡан илатты. Ҡурҡытып, көслөк менән дә ала, йә булмаһа тейешле игенен бирмәй ыҙалай. Ә үгәй әсәһе ихахайлап үҙе ҡаршы сығып ала. Атаһы, Ҡасимдың әсәһе үлгәс, һуғыш башланыр алдынан ғына күрше ауылдан алып ҡайтҡан ине уны. Бигерәк ялҡау, уйын-һый яратҡан әҙәм булып сыҡты. Атаһы фронтҡа киткәндә аҙбарҙа күпме һарыҡ-кәзә, ҡош-ҡорт бар ине. Хәҙер береһе лә юҡ. Башҡалар аҡтан айырылмаҫ өсөн этләнеп булһа ла һыйыр аҫырарға тырышһа, үткән йыл үгәй әсәһе Ҡасимдың ҡаршылашыуына ҡарамай, уны ла һуйҙырып ҡуйҙы. Мал ҡарап ыҙаланмай хәҙер – йәтеш! Былай, башҡа бисәләр ыңғайына колхоз эшенә йөрөй-йөрөүен. Ләкин өйҙә ҡыл да ҡыбырҙатмай. Утын әҙерләү, картуф үҫтереү,йорттағы бөткөһөҙ башҡа ваҡ-төйәк эштәр Ҡасим өҫтөндә. Үгәй әсәһе ауырыуға һабышҡан булып, һыу ғына ла килтермәй хатта. Ҡайтыу менән һуҙлайа ла ята. Ә инде ир-ат күрһә бар сырхауын онота. Ауыҙын сабаталай йырып, йүгергеләп йөрөй башлай. Вәлишәнең үҙе генә йөрөүе етмәгән, йыш ҡына район уполномуштарын да эйәртеп килеп, үгәй әсәһе янында ҡалдырып китә. Ул төндәрҙә лә Ҡасимдың урыны мунсала. Иртәгеһен үгәй әсәһе юха бесәй һымаҡ малай тирәһендә урала-уралыуын. Өҫтәлгә “хәйергә төшкән” һыйын да мул ултырта. Атаһына яҙа күрмәһен, тиҙер инде. Хәжәте бар ине! Былай ҙа күпме ҡайғы күреп, әле лә яфа сигеп йөрөгән атаһына тағы хәсрәт өҫтәргә ул иҫәр түгел дә. Шулай ҙа ул көндәрҙә әҙерәк туйынып ҡалһа ла, барыбер аҙығы тамағына аш булып бармай уның. Үҙен Вәлишәләр менән бер табындан ашағандай тойоп, атаһына хыянат итәлер һымаҡ хис итә. Тиҙерәк был ҡәһәрле һуғыш бөтөп, атаһы, башҡа ир-ат иҫән-һау ҡайтһалар ине лә бит. Донъялар рәтләнеп китеп, әҙерәк тын алып ҡалырҙар  ине. Өс-дүрт йылдан Гөлзифаны кәләш итеп алыр ине. Был егәрле һылыу ҡыҙҙы күптән инде ул үҙенеке итеп һанай. Йыш ҡына нисек кәләш әйттергәнен, өйләнешкәс өй һалып башҡа сыҡҡандарын, бала-сағалы булып йәшәп китеүҙәрен күҙ алдына баҫтырырға тырыша. Ҡыҙҙың да үҙенә битараф түгеллеген белә ул. И-их, бик тә оҙаҡҡа һуҙылған был нужалы көндәрҙе тиҙерәк кенә үткәреп ебәрәһе ине!..

Улар эҫкерт янына килеп еткәндә бесәнгә барыусыларҙың ҡайһылары тейәй, ҡайһыларының йөктәре әҙер булып , юлға сығырға йыйына ине. Ат еккәндәр ҡаршы уҡ осраны. Ҡасим эҫкерттең буш яғына килеп туҡтаны ла, төшә һалып үгеҙе алдына бер һәнәк бесән ташланы һәм арҡанды рәтләп тағып, ҡабат һәнәгенә йәбеште. Ул ырғыта, ә Гөлзифа бесәнде санаға рәтләп тейәй. Бөгөнсәләй ҡулдарының кәре бик булмаһа ла, ҡара тиргә төшөп тигәндәй тейәлгән йөктәре төш ауыуға әҙер булды. Тамаҡтарын ялғап алғас, юлға сыҡтылар. Тамаҡ ялғаны тиһә лә, Ҡасимдың тағы ашайһы килмәне, тик һыуһынын ҡандырыр өсөн генә Гөлзифа биргән һөттө бер аҙ йотто.

Ҡояш байырға әҙерләнгәндә ауылға яҡынлаштылар. Алдағы тәрән генә соҡорҙо сыҡһалар, ҡайтып еттек тиһәләр ҙә була. Ләкин соҡорға төшөп еттек тигәндә генә сана һалыулап китте лә, аҫҡа табан юрта биреберәк атлаған үгеҙ, юлдан ситкә тайпылып, көрткә кереп сумды. Шул ыңғай сана бер яҡҡа ҡыйшайып, йөктө бәйләгән арҡан өҙөлөп китте һәм ауған бесән ыңғайына Ҡасим менән Гөлзифа ҡар өҫтөнә мәтәлләп барып төштөләр. Тороп аяҡтарына баҫҡан ҡыҙ менән малай тәүҙә ни булғанын да төшөнмәй аптырашып, бер-береһенә бер туҙылышып ятҡан бесәнгә ҡарап ҡаттылар. Аҙаҡ, ауыуҙарын аңлап алғас, ғәрлектәренән илаһылары килде. Ә Гөлзифаның күҙҙәренән йәш бөртөктәре тәгәрләп төштө хатта. Ҡасим, бар асыуын үгеҙҙән алырға теләгәндәй, бер ситтәрәк ятҡан һәнәген алып, уға ырғылғайны ла, Гөлзифа малайҙың беләгенән тотоп, туҡтатып ҡалды. Үс ҡандырыр, “балауыҙ һығыр” ҙа мәл түгел шул. Яҡты күҙҙәрәк яңынан тейәй һалып, ҡайтып етеү яғын ҡарар кәрәк. Ҡалған бесәнде бушатып, ҡыйшайған сананы ултыртыу, үгеҙҙе ҡабат юлға сығарыу ғына ла үҙе байтаҡ ваҡытты алды. Бер ауғанға ҡарағанда, башлап ике йөк тейәүең яҡшыраҡ, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Һыйҙыра алмай этләнә-этләнә йөктө әҙерләп бөтөүгә ҡараңғы ла төшөп өлгөрҙө. Ә инде ауылға ҡайтып етеп, бесәнде һыйыр фермаһы янында бушатҡансы һәм үгеҙҙе туғарып һарайына индереп япҡансы төн уртаһы ла етә яҙғандыр. Арманһыҙ булып арыған малай менән ҡыҙ һүҙһеҙ генә хушлашып, һәр кем үҙ өйөнә табан атланы.

Инде ҡайтып етеп, ҡолағына өйҙән ишетелгән хахылдашып көлгән тауыштар сағылғас, Ҡасим ҡормаһыҙ тәҙрәнән эскә ҡараны. Тоноҡ ҡына шәм яҡтыһында, өҫтәл артында мәжлес ҡороп ултырған үгәй әсәһе менән күҙлекле уполномушты күреп, тиҙерәк йылы өйгә кереп, һәндерәһенә ауырға иҫәп тотоп килгән малайҙың ҡапылдан йөрәге урынынан ҡупҡандай булды. Ул башын эйеп, иҫерек кешеләй, сайҡала-сайҡала мунсаға табан атланы. Унда барып ингәндә әле генә теше-тешкә теймәй ҡалтыранған тәне ҡапыл уттай яна башланы. Хатта һыуыҡ мунса ла эҫе булып тойолдо уға. Инде ҡыл ҡыбырҙатырлыҡ та рәте ҡалмаған Ҡасим шыуыша-тырмаша ләүкәгә үрмәләне. “Нисек тә мейескә яғырға..., йоҡламаҫҡа…Аҙ ғына хәл алам да…”- тигән уй менән күҙҙәре үҙенән-үҙе йомолған малай төпһөҙ бушлыҡҡа сумды.

Иртәгеһен мунса ләүкәһендә Ҡасимдың кәкерәйеп ҡатҡан үле кәүҙәһен уны эҙләп килгән бригадир Әсмә апай табып алды.

Ул көндәр күптән инде артта ҡалды. Ҡасимдың мәрхүменән һуң үҙ ауылына ҡайтып киткән (ҡыуып ебәрелгән тиһәң дә ярай) үгәй әсәһе бер яңғыҙы донъя көтөп, ҡартайған көнөндә икеләнеп, буранда аҙашып үлгән тинеләр. Һыңар аяғын яу яланында ҡалдырып ҡайтҡан атаһы бер һәйбәт кенә ҡатынға өйләнеп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Хәҙер мәрхүм инде. Ә Вәлишә иҫән-һау әле. Ул һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советының алыштырғыһыҙ рәйесе һәм беҙ, һуғыштан һуң тыуғандар, һәр йыл һайын уның юбилей миҙалдары менән тулы күкрәген кирә биреп Еңеү көнөндә фронтта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм тылда күргән михнәттәре тураһында һөйләгән телмәрен ауыҙ асып, йотлоғоп тыңлайбыҙ.  

 

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Мөҙәрис Багаев.
Читайте нас: