Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2021, 12:00

ЕТЕ ТӨШ (хикәйә)

Ауылдың ҡап уртаһында «хан заманынан ҡалған» алты мөйөшлө өй ултыра. Бик боронғо булһа ла нигеҙе эре-эре таштарҙан ҡоролоп, стенаһы ҡарағастан һалынған был өй ваҡытҡа бер ҙә бирешергә уйламай. Ул үҙенән күпкә йәшерәктәр ыңғайына Ашҡаҙар йылғаһы яры буйлап һуҙылған оло урамды бөтәйтеп, ҡәҙимгәсә ултыра бирә. Йәшел мүк баҫып бөткән шиферлы ҡыйығы, сереп ауыуҙан «ҡырҡ терәү» генә тотоп торған иҫке ҡоймаһы ғына йорттоң йөҙөн боҙа-боҙоуын. Әммә нигеҙенең ныҡлығы, йөҙйәшәр ағастың көслө тамыры һымаҡ был өйгә йәшәү көсө биреп тора, моғайын.

ЕТЕ ТӨШ (хикәйә)
ЕТЕ ТӨШ (хикәйә)
Йорт боронғо, ә унда йәшәүсе ҡарсыҡ унан да боронғораҡ. Теүәл генә йәшен дә уның берәү ҙә белмәй. Кемелер йөҙгә еткән, ҡайһыныһы унан да үткән тип ебәрә. Йәшен дә, йәшерәктәре хатта исемен дә белмәй ҡарсыҡтың. Ул башҡалар өсөн «иҫәр ҡартҡа» «иҫәр әбей» генә. Уның икеләнеүенә лә байтаҡ ваҡыт үтеп киткән. Ҡарсыҡтың бындай хәленә ауыл халҡы өйрәнеп бөтһә лә, үткән-һүткәндә үҙенә шикләнеп, йортона шомланып ҡарап китәләр барыбер. Ни тиһәң дә, иҫәрлек тормошта тәбиғи күренеш түгел.
Ҡарсыҡ һәр таңын урамға ҡараған тәҙрәһе янында ултырған килеш ҡаршылай. Был тирәнән үтеп-һүтеп йөрөүселәр уны шул килеш күрергә күнеккән. Ҡарсыҡтың төпкә батҡан күҙҙәре иғтибар менән урамды күҙәткән һымаҡ тойолһа ла, ул унда ниҙәр барын күрмәй ҙә, шикелле. Ара-тирә кеткелдәп көлөп алыуы, йәки ҡаштарын төйөп үҙ алдына мығырҙап ҡуйыуы, башҡа ҡыланыштары ҡарсыҡтың үҙенең эске мөхите, донъяһы булыуы һәм башлыса, шул тормош менән йәшәүен күрһәтә. Уға бөгөнгө көн итмеш юҡтыр ҙа, бәлки, үткәндәре, кисергән ғүмер юлына кире ҡайтып, күбеһенсә шул арауыҡта көн күрәлер.
Шулай ҙа тыштан үҙе бикләп киткән ишекте асып инеп, иртәнге сәйен әҙерләп эсергән килене, үҙе лә етмешен аташлаған Мәфрүзә әбей, ҡарсыҡты ысынбарлыҡҡа ҡайтаралыр, моғайын. Ул тәүҙә ҡәйнәһен тышҡа йөрөтөп алып инә. Аҙаҡ өй түрендәге киң генә һикегә түшәлгән яҫтыҡ-түшәктәрен бер мөйөшкә өйөп ҡуя һәм шунда ашъяулыҡ йәйеп табын әҙерләй. Аҙаҡ икәүләшеп ултырып, һөйләшә-һөйләшә оҙаҡ ҡына сәй эсәләр.
 
  • «Йә, ҡәйнәм, бөгәсә ниндәй төштәр күрҙең?» - тип башлай һүҙен килене.
 
Ҡарсыҡтың бәйән итәһе төшө күптән әҙер. Уларҙы һөйләй торғас үҙе лә, тыңлай торғас килене лә ятлап бөткән. Был төштәр етәү һәм һәр береһе ҡарсыҡтың тормошонан алынып, ғүмеренең берәр арауығын, иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Ләкин шуныһы: ҡарсыҡ иҫәр булһа ла төштәренең сиратын бер ҡасан да боҙмай. Бала сағынан башлап алып китеп олоғайған көнөнә тиклем килтереп еткерә лә, һуңғыһын һөйләгәс, ҡайтанан тотона. Килене лә ҡайһы көндө ҡайһы «төш» һөйләйәсәген белеп тора. Ул һәр төштө иғтибар менән тыңлай, сөнки һуңғылары уның да төшө, ундағы ваҡиғаларҙа үҙе лә ҡатнашҡан, уларҙы үҙ башынан үткәргән. Был төштәрҙә уның йәшлеге, мөхәббәте, шатлыҡ-ҡыуанысы, ҡайғы-хәсрәте лә урын алған һәм шуға ла үҙе өсөн дә ҡәҙерле.
Ҡарсыҡ төшөн һөйләй һәм уны төрлө хәтирәләр менән байытып та ҡуя. Тыңлайыҡ...
Дүшәмбе төшө:
Ауылдың бер яҡ ситендә, Йүкәле йылғаһының Ашҡаҙар менән ҡушылған ерендә генә урынлашҡан өйҙәренең иркен генә урынлашып ун ике йәшлек Минзифа әсәһе менән һарыҡ тиреһенән тун тегеп ултыра. Самандан һалынған өйҙәре, сандин? балсығы менән ағартылып ҡуйылғас, яҡты. Әсәһе уны тыуған ауылы Кинйәгә барған һайын алып ҡайтырға онотмай. Стеналар әҙ-мәҙ һарғая башлау менән тиҙ генә ағарта һалып ҡуя. «Аҡбалсыҡтары булмағас был ауылдыҡылар өй ағартыуҙы бик белеп етмәй, ә беҙҙең яҡтыҡыларҙың мал ҡураларына тиклем ап-аҡ» - ти әсәһе. Ул бына шулай тун теккәндә, балаҫ һуҡҡанда, кейеҙ баҫҡанда ҡыҙына гел генә үҙенең тыуған яҡтары хаҡында һөйләп ала. Үҙенең атаҡлы Кинйә абыздың улы Һеләүһендең ейәнсәре икәнен нәҫел-нәсәптәренең ҡотло булыуын да иҫенә төшөргөләп ала.Быларҙы тыуған яғы, туған-тыумасаларын һағынып һөйләүе булғандыр инде.
 
  • Бер муллалар йыйынында осратып минең атайым һинең атайыңды бик оҡшатҡан. Буйҙаҡ икәнен белгәс мине кәләшлеккә бирергә үк һөйләшеп ҡайтҡан. Атайың мине, ҡартыраҡ булһа ла мин дә уны оҡшаттым, - тип һөйләй әсәһе.
 
Минзифа атаһын ҡарт тигәс аптырап әсәһенә ҡарап ҡуя. Таҙа кәүҙәле, йомро һаҡал-мыйыҡлы атаһын бер ҙә ҡарт тип күрмәй инесе ул. Әллә ул хаҡта уйлап та ҡарамағанға микән.
Минзифаның ун йәшлек ҡустыһы Мәрҙән менән тырмаға киткән атаһын иҫкә төшөрөп: «Асығып ҡайтып етәрҙәр, аш һала һалайым», - тип әсәһе ҡабаланып сығып китә һала. Ул да булмай уның асыҡ ҡалдырған ишегенән әлһерәп телен арҡыры тешләгән бүре килеп кереп, тура һике аҫтына инеп китә. Ҡыҙ ҡурҡырға ла өлгөрмәй ишектә ҡулдарына суҡмарҙар тотҡан ҡустыларын эйәрткән Шәйхетдин исемле йәш мулла күренә.
Был бик оҫта көрәшселәр ҙә, һунарсылар ҙа булып дан алған өс бер туған шунда уҡ бүрене һике аҫтынан ҡыуалап сығарып, суҡмарҙары менән һуғып та ала.
«Сытырман туғайынан уҡ ҡыуҙыҡ. Уға һеҙҙең өйҙә дөмөгөргә насип булғас, тиреһен дә һиңә бүләк итермен, йәме», - ти аҙаҡ йәш мулла.
 
  • Эй, килен, үҙ һүҙендә торҙо. Был тирегә өҫтәп тағы берҙе килтерҙе. Беҙ әсәйем менән уларҙы иләп, Мәрҙәнгә бына тигән тун тегеп бирҙек, - тип тамамлай тәүге төшөн ҡарсыҡ.
 
Был көндө уның кәйефе бик күтәренке була. Урынында ултырып сыҙамай, йыш ҡына урамға сығып әйләнгеләй. Ара-тирә шым ғына йырлап та ала. Ә төш етеүгә, камзулы кеҫәһенә ҡағыҙлы кәнфиттәр һалып алып, ҡапҡа тышына сығып баҫа. Ике ҡуллап таяғына йәбешеп: «Нишләп һаман юҡтар», - тип һөйләнгеләп ауылдың түбәнге осонда урынлашҡан мәктәптән ҡайтыусы балаларҙы көтә ул.
Улары янына килеп етер-етмәҫ битендәге тәрән йыйырсыҡтары бер аҙ яҙылып, күҙҙәрендә эскерһеҙ йылмайыу сағылған ҡарсыҡ: «Килегеҙ, мәгеҙ», - тип кеҫәһенән кәнфит сығарып балаларға һуҙа. Әммә уларҙың күбеһе йәнәшәләге ҡороп, ауырға ғына ултырған ҡарт өйәңкене хәтерләтеп торған «иҫәр әбейҙе» урап уҙырға тырыша. Малайҙарҙың уҫалыраҡтары телдәрен күрһәтеп, үсекләп тә китә, хатта.
Ә яҡын-тирәләрәк йәшәгән бер нисә ҡыҙ рәхмәт әйтеп ҡарсыҡтың кәнфиттәрен ала. Уныһы балалар һымаҡ ҡыуанып: «Ашағыҙ, ашағыҙ!», - тип тороп ҡала. Ҡыҙҙар иһә кәнфиттәрҙе арыраҡ барғас ташлап китә.
ШИШӘМБЕ ТӨШӨ
Был көндө ҡарсыҡ таңын тәҙрә ҡаршыһында ултырып ҡаршылай. Тора һалып ятҡан урынын да үҙе йыйыштырып булаша. Һепертке алып иҙәнен дә һепергеләй. Һыңар ултырғысын бер ишек төбөнә, бер түргә илтеп ҡуя. Килене килеүгә ашъяулыҡ та һикегә йәйелгән була. Уныһы ғәҙәттәгенән иртәрәк килһә лә:
 
  • Ниңә оҙаҡланың, килен кеше иртән йоҡлап ятмай ул, - тип Мәфрүзә әбейҙе һуҡрана биреп ҡаршылай.
  • Бөгәсә үҙемә ун алты йәш тулып, еткән ҡыҙға әйләнгән сағымды күрҙем, - тип төшөн һөйләй башлай ул. - Әсәйем ҡапыл ғына үлеп киткәс бөтә донъя мәшәҡәттәре үҙемә тороп ҡалды. Етмәһә, атайым ауырып түшәккә йығылды. Мәрҙән ҡустым менән баҫыуға ла йөрөйбөҙ, малды ла ҡарайбыҙ, өйҙәге бөткөһөҙ эште лә эшләйбеҙ. Атайым ауылдың муллаһы ине бит. Ул түшәккә ятҡас Шәйхетдин муллалыҡ итте. Йәш мулла атайым янына йыш килеп йөрөнө. Күрер күҙгә бик күркәм ине ул. Бик белемле, үҙе бик ипле лә ине. Ырымбур мәҙрәсәһендә байтаҡ уҡып ғәрәп, фарсы телдәрен өйрәнгән, Ҡөрьәнде беҙҙең телгә лә әйләндереп уҡый торғайны. Атайым уны бик яратты.
 
Үлер алдынан мине эргәһенә саҡырып алды ла, ясин сығырға килгән Шәйхетдин муллаға күрһәтеп: «Ҡыҙым, мин һине ошо мулла абзыйың ҡулына тапшырып китмәксемен. Бик әҙәпле, изге күңелле кеше, ул һеҙҙе кәм-хур итмәҫ. Ҡырҡымдан һуң никахлашырһығыҙ», - тине. «Ул минән ҡарт, етмәһә ҡатыны, өс балаһы бар бит», - тим. Атайым был һүҙҙәремә ҡаршы: «Уның ҡарауы мал-мөлкәте, аҡылы бар. Донъялар ҙа боларырға тора, һүҙемде йыҡмағыҙ, аслан», - тип кенә ҡуйҙы.
Шәйхетдин алдан белеп йөрөгән, күрәһең, элеккеһенә йәнәш яңы өй бөтөртөп ҡуйғайны. Никах уҡытып, мине шунда алып ҡайтты, шунда ҡуйынына алды.
Йәш кәләш, тип миңә генә йәбешеп ятманы, көндәшем менән яныбыҙҙа сиратлап ҡунып йөрөнө. Бик дәртле, матур итеп иркәләй ҙә белә ине Шәйхетдинем. Минең сират көндө яныма кереп, көслө ҡулдары менән күтәреп алып, бит-күҙҙәремдән үбә-үбә түшәккә илтеп һала. Унан ипләп кенә…
Ҡарсыҡтың «төшө» ошо урынға етеү менән килене:
 
  • Артығын һөйләй башланың, ҡәйнәм, туҡтатып тор, - тип уны бүлдерә һала.
 
Биттәре аллана биреп, күҙҙәренә йән инеп киткән ҡәйнәһе:
 
  • Матур ғына ерендә төшөмдө бүлдерҙең, - тип һуҡранып ала һәм бер аҙ уйланып шым ғына ултырғас һүҙен дауам итә. – Атайым белмәй димләмәгән икән. Шәйхетдинем бик итәғәтле кеше булды. Ҡулынан килмәгән эше юҡ ине. Мин мулла тип тормай, көн оҙоно эш менән мәшғүл булып, емереп донъя көттө. Үҙебеҙгә никах уҡытыр алдынан ун дүрт йәше саҡ тулған Мәрҙәнгә тол ҡалған еңгәмде алып биреп, донъя көттөрөргә ярҙам итте. Аҫылдарҙан-аҫыл ир булды Шәйхетдинем. Ҡарсыҡ ошоноң менән был төшөн тамамлай. Аҙаҡ, килене сынаяҡтарҙы ватып ҡуйырһың тиһә лә, сәй табынын йыйыштырырға ярҙамлаша башлай. Унан инде: «Һыуға барып киләйем, аш һалырбыҙ», - тип күнәктәргә барып тотона.
 
Мәфрүзә әбей уның был теләгенә ҡаршы килмәй: «Бар, түлкә оҙаҡ йөрөмә, - тип сығарып ебәрә. Ҡарсыҡ һыңар күнәк тотоп ҡапҡа тышына сыға ла, ни эшләргә теләгәнен дә онотоп, кире керә. Шунан инде мейес тирәһендә уралғылай башлай. Был көнө туҡтауһыҙ хәрәкәттә үтә уның һәм түшәгенә лә бик иртә барып йығыла.
ШАРШАМБЫ ТӨШӨ
Был көндө өйҙөң бар тәҙрәләре лә ҡоролған, ишек тә эстән эленгән була. Урамды да ҡарсыҡ ҡорма ярығынан ғына күҙәтеп ултыра.
Кем икәнен ҡат-ҡат әйтеп ишекте саҡ астырған килене инеү менән:
 
  • Нисә тапҡыр эстән бикләнеп ятма тип әйттем мин һиңә. Элгесеңде һурҙырып ҡына ырғыттырам инде, - тип ҡәйнәһен әрләштергеләп ала.
  • Бигерәк ҡурҡыныс төш күрҙем бит, - тип ҡарсыҡ аҡлана һала.
 
Уның ҡурҡыныс төшө түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: ҡапылдан атыша-атыша ауылға ҡыҙылдар бәреп инә. Тауыш-тын бер аҙ баҫылғас Минзифа ике балаһы менән төшөп йәшеренгән баҙҙан сыға. Күп тә үтмәй ауылда иң етеш булған уларҙың ихатаһына тиҫтәләгән һалдаты менән ғәскәр башлыҡтары килеп инә. Уларға «бәлшәүик» Вәлишә һәм уның бер нисә эйәрсене эйәргән. Килеүеләр шунда уҡ Шәйхетдин муллаға башмаҡтарын ҡуйып күп итеп аш һалырға, ә үҙҙәренә шунда уҡ табын әҙерләргә бойора.
Яҙ башы ғына булғанлыҡтан бөтә мал ҡурала ине. Һалдаттар шунда уҡ башмаҡтарҙың дүртәүһен һарайҙан сығарып береһен урынында уҡ ҡуя һалды. Өсәүһен башҡа һалдаттарҙы туйындырыр өсөн ҡыуып алып китте.
Минзифа менән көндәшенә өс көн буйы ғәскәр башлығы менән ярандарын туйҙырыр өсөн туҡтауһыҙ йүгерергә тура килде. Өс көн эсендә һарайҙа бер быуаҙ һыйыр менән бейәнән башҡа мал ҡалманы. Хатта «бәлшәүик» Вәлишәләр ҙә власть хәҙер беҙҙеке, тип берәр башты алып ҡайтып һуйып ашай һалды.
Шул Вәлишә мулланың бик шәп ҡара айғыры бар, тип ғәскәр башлығының ҡолағына тишкән, күрәһең. Уныһы шунда уҡ Шәйхетдин баҡса башындағы мунсаға индереп йәшергән айғырҙы таптырырға тотондо. Мулла яратҡан малынан айырылырға теләмәй уны аҡтар алып китте, тип тә ҡараны. Ләкин тегенеһе дауайҙан башҡаны белмәне һәм ене ҡабарып һалдаттарға Шәйхетдинде ҡамсыларға бойорҙо. Минзифа яланғас ирен ҡамсы менән ҡайыҙлағандарын күрмәҫ өсөн башын шәленә ураны. Шәйхетдин мулла ыңғырашһа – ыңғырашты, әммә өндәшмәне. Бына шул хужаһының ыңғырашыуын ишетепмелер ҡара айғыр кешнәп ебәрҙе һәм үҙен-үҙе тотторҙо, мәхлүк.
Ғәскәр башлығының этлеге бының менән генә бөтмәне. Ул ярандарынан ауылдың иң һылыу ҡыҙы Айһылыуҙы көсләп килтертеп, ике көн үҙ янында тотоп мәсхәрәләне. Ҡыҙ яуыз ҡулынан ысҡынғас ғәрлегенән мәкегә ташланып үҙен-үҙе һәләк итеп ҡуйҙы. Был йыртҡыс ауырлы булмаһа иренең күҙ алдында Минзифаға ла йәбешер ине, моғайын. Тәү күргәндә үк күҙҙәрен майландырып: «Йәл, ҡорһағың бар», - тигәйне бит. Башҡалары ла тик ятмаған, ауылдың байтаҡ ҡына ҡатын-ҡыҙын мәсхәрәләгән булып сыҡты.
Ҡыҙылдар киткәндә ауыл оло ғәрәсәт кисергәндәй хәлдә ине.
 
  • Беҙҙең умарталар байтаҡ булды. Баҙ тулы мискә-мискә бал ултырҙы. Бәхеткә шул ас беттәр ҡарттарға теймәне. Шәйхетдин балы менән аслыҡ йылды бөтә ауылды үлемдән һаҡлап ҡалды – ошо һүҙҙәр менән ҡарсыҡ сираттағы төшөн йомғаҡлай.
 
Был көндә ул урамға ла сығып йөрөмәй. Килене килтергән аштарҙы шым ғына ашап, һикелә бәүелгеләп ултырған килеш кис еткерә.
Кесе йома төшө
Был таңын иртүк тороп ултырып, тәҙрәгә ҡапланған килеш ҡаршы ала ҡарсыҡ. Килене сәй-фәләнен әҙерләп бөтөп, табынға саҡырғанда ла урынынан ҡымшанмай. Мәфрүзә әбейгә уны яурынынан тотоп ҡуҙғатып, етәкләп тигәндәй килтереп ултыртырға тура килә. Сәйҙе лә бик шым ғына эсәләр был иртәлә. Ҡарсыҡ һуңғы йотомон йотоп ҡуйғас ҡына:
-Бөгөн, килен, төштөң ауырын күрҙем. Хатта берҙе түгел, икене.Ҡайһыһынан башлайым икән?-тип һорау ҡуя.
-Мәсеттән башла, ҡәйнәм, -ти Мәфрүзә әбей.
Бынан һуң да ҡарсыҡ бер аҙ шым ултыра һәм ауыҙ эсенән генә мығырҙап доғалар уҡып алып, һүҙен башлай.
-Мәсеттең манараһын ауҙарып клуб итәбеҙ, тигән хәбәрҙе ишеткәс Шәйхетдинем эй ҡайғырҙы. Ашы-аш, йоҡоһо-йоҡо булманы. Һуңғы көндәрендә мәсеттән сыҡманы ла тип әйтерлек. Көнө-төнө шунда намаҙ, Ҡөрьән уҡыны.
Манараны ауҙарған көндөң таңын да шунда ҡаршыланы. Иртүк бөтә ауылды яңғыратып бик матур итеп аҙан әйтте. Уның тауышы иҫ киткес моңло ине. Был таңда әйткән аҙаны бигерәк тә йөрәктәрҙе тетрәткес булды. Ул мин, мине ҡосаҡлап көндәшем илай.Ауыл ҡарттары, әбей-һәбейҙәр ҡапҡа тышына сығып, күҙҙәрен һөртә-һөртә аҙан тауышын тыңлай. Иҫ киткес булды инде бигерәк.
Аҙанын әйтеп, күп итепдоғалар уҡып, бик бойоҡ килеш ҡайтып инде Шәйхетдинем. Әҙер сәйҙе лә эсеп тормай, өйгә инеп тағы намаҙлығына баҫты. Комсомолдарҙың йырлашып урамдан үтеп, ҡысҡырыша-аҡырыша мәсет манараһын ауҙарғандарын күрмәҫкә, шайтан ҡотҡоһона бирелгән халыҡтың гонаһтарын Хоҙайҙан ярлыҡауын һорарға ынтылғандыр инде, бахырҡайым.
Манараны гөрһөлдәп ергә ауғанын ишеткәс, шул яҡҡа боролоп ҡараһам, ҡапыл ғына ерҙән күккә ниндәйҙер яҡтылыҡ күтәрелгәндәй булды. Көндәшем дә быны шәйләгән икән, “Күрҙеңме?” –тип минән һорай һалды. Шәйхетдингә аҙаҡ был турала әйткәс ул: “Ауылдан имандың ҡасыуы был”, -тигәйне.
Беләһеңме, килен, бына шул иманды ҡасырыусылар, мәсет манараһын ауҙарыуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе лә һуғыштан әйләнеп ҡайтманы бит. Шунда боталанып йөрөгән активист Хәлимә менән Фазила ла һуғыш осоронда астан үлеп ҡуйҙы. Хоҙай үҙ язаһын биргән инде, күрәһең.
Ошоларҙы һөйләгәс, ҡарсыҡ бер аҙға туҡтап ҡала һәм бер аҙҙан:
-Икенсе төшөм бигерәк ауыр бит әле, һөйләмәйем дә ҡуяйыммы икән?- тип килененә ҡарай.
-Һөйлә, һөйләһәң, үҙеңә еңел булып ҡалыр, -тип яуаплай Мәфрүзә әбей.
Сөнки уны һөйләмәй барыбер тыныслана алмаҫын белә ул ҡәйнәһенең. “Шулаймы”, -ти ҙә ҡарсыҡ аҡрын ғына һүҙ башлай:
-Мәсетте юҡҡа сығарғас ауылға тағы ла бер ҙур бәлә киләсәге хаҡында хәбәрҙәр йөрөй башланы. Имеш, ауыл байҙарының, хәллерәк кешеләрҙең мал-мөлкәтен тартып алып бергә ҡушалар ҙа колхоз яһайҙар икән. Быға беҙ ышанырға ла теләмәнек. Нисек инде хәләл көс менән йыйылған малыңды көпә-көндөҙ тартып алырға тейештәр?! Аҡтар-ҡыҙылдар һуғышында бер донъябыҙҙы туҙҙырғайнылар бит инде. Ас беттәрҙән тороп ҡалған бер һыйыр менән бейәнән малдарҙы ишәйткәйнек, умарталарыбыҙҙы ғына ла йөҙ башҡа еткергәйнек. Шәйхетдинемдең көндәшемдән тыуған ике улы егет ҡорона инеп, минең дә өс улым ҡул араһына инерҙәй булып, емертеп донъя көтә башлағайныҡ саҡ…
Был ҡәһәрле көндө мәңге онотмам. Һикелә өсөнсө ҡыҙыма – Гөлбикәгә ауырып ятам. Таң атыр-атмаҫ уҡ тулғаҡ тота башлап, көндәшем кендек әбейе Минямалды алып килгәйне инде. Биш баламды еңел таптым, быныһы нишләптер ауыр килде, тыумай ыҙаланы.
Ана ҡотолам, бына ҡотолам тип ятҡанымда өйгә көндәшем менән Шәйхетдинем килеп керҙе. Арттарынан күн кейемле бер бәндә лә эйәргән. Көндәшем инеү менән яныма йүгереп килеп, мине ҡосаҡлап илай ҙа башланы. Үҙе: “Бәхил бул, бәхил бул”, -тип һөйләнә. Мин бер ни аңламай йөҙө ҡасҡан Шәйхетдингә ҡарайым. Ул:”Беҙҙе алып китәләр…Минзифа сыҙа бер үк, балаларҙы һаҡла”, -ти. Мин: “Ҡайҙа, нисек?!” – тип урынымдан ҡалҡынам да, эсем ауыртыуға сыҙай алмай, кире ауам. Шәйхетдинем менән көндәшемде теге сит бәндәнең төрткөсләп тип әйтерлек алып сығып киткәнен күҙ ситем менән генә күреп ҡалам.
Шул мәл Гөлбикәм дә тыуҙы. Уның кендеге киҫелеү менән урынымдан тороп, хәлһеҙ аяҡтарымды көскә һөйрәп тышҡа атлайым. Тупһа төбөндә өйөлөшөп биш балам баҫҡан, малайҙарымдың баштары түбән эйелгән, ҡыҙҙарым йәшле күҙҙәрен һөртә. “Ҡайҙа атайығыҙ?”- тип һорауыма оло улым Ашҡаҙарға табан күрһәтә. Мин шунда табан йүгерәм. Яҙғы ташҡындан һуң һыуы саҡ ҡайтҡан йылға ярына барып етеп, оло юлдан һыртҡа күтәрелгән атлы-атлы ылауҙы ғына шәйләп ҡалдым.Текә яр башында үҙемә килеп һырылған баларымды ҡосаҡлап, өнһөҙ генә ҡаттым да ҡалдым мин.
Кулак мөһөрө тағып, ҡатындары, балалары менән Шәйхетдинемдең ҡустылары Фәрхетдин һәм Бәҙретдинде, Мәрҙән ҡустымды, лавкасы Мостафаны ла алып киткәндәр булып сыҡты. Шәйхетдинемде көндәшемдәге балалары менән генә ҡыуалап, мин ауыр хәлдә булыуым арҡаһында беҙҙе ҡуҙғатмағандарҙыр инде. Бәләләренән баш-аяҡ , тигәндәр күрәһең.
Яңы тыуған сабыйым иҫкә төшөп,ҡайтып инһәм, унда мәшхәр сыҡҡан мени: ярты ауыл халҡы, башлыса ярлы-ябаға, беҙҙең өйҙәрҙән әйберҙәребеҙҙе ташый. Ут күршебеҙ Хәмдиә әбей ҙә бер мендәремде алып сығып бара, хатта. Ә Шәйхетдинем уны йәлләп һәр саҡ ашарына бирҙереп тора ине бит.Ни әйтергә белмәй тағы ҡатып ҡалдым. Шунда ҡаршыма ауыҙы йырыҡ силсәүит Вәлишә килеп баҫты ла: “Бар мөлкәтегеҙ колхоз файҙаһына тартып алына”, -тине. Мин уны ситкә этәреп, өйгә инергә итәм. “Ҡайҙа бараһың, өйҙәрегеҙ ҙә колхоздыҡы хәҙер”, -тип теге яуыз тағы юлыма арҡыры төштө. “Беҙ ҡайҙа йәшәргә тейеш, әйт, йыртҡыс?”-тим. “Балаларың хаҡына мунсағыҙға теймәй торабыҙ. Дөмөгөп бөткәнсе йәшәгеҙ шунда”, -тип Вәлишә тағы ауыҙын йыра.
Ул да булмай кендек әбейе сепрәккә генә төрөлгән сабыйымды сығарып ҡулыма тотторҙо. Ә Вәлишә өй ишеген тыштан йоҙаҡҡа бикләп тә ҡуйҙы. Мин, иң өлкәненә ун өс йәше саҡ тулған алты балам менән бер ниһеҙ, шыр яланғас, тип әйтерлек урамда тороп ҡалдым.
“Төшөн” һөйләп бөтә лә:
-Бәлки, кем белә.., -тип ҡарсыҡ ҡабаланып урамға сығып китә һәм таяғына таянған килеш Ашҡаҙар ярына баҫып һыртҡа менеп киткән оло юлға текләшә. Аҙаҡ ауыҙ эсенән генә ниҙер мығырҙап өйөнә ҡайта. Бер аҙҙан кире йылға ярына барып баҫа һәм көнөн ике арала йөрөп үткәрә.
Йома төшө
Был иртәлә Мәфрүзә әбей өйгә килеп ингән мәлдә ҡарсыҡ ҡулына шына тотоп бүрәнә ярыҡтарындағы инде саҡ-саҡ күренеп торған мүктәрҙе тығып йөрөгән була. Үҙе ауыҙ эсенән ниҙер көйләп алғылай. Кәйефе лә күтәренке, хәрәкәттәре лә етеҙерәк була уның был көн.
-Эш күп, ә һин йоҡо һимертәһең, -тип ҡаршылай ул киленен.
-Ғәфү ит, ҡәйнәм, кисә һуңыраҡ ятҡайным, -тип яуаплай Мәфрүзә әбей һәм өҫтәп ҡуя. – Бик матур төш күргәнһең, шикелле. Һөйләй-һөйләй эшлә.
-Төшөм иҫ киткес матур. Тыңла, әләйһә, -ти ҙә ҡортҡа һөйләй ҙә башлай. – Бөгөн уландарым, ҡыҙҙарым менән күмәкләшеп ошо өйҙө күтәргәнебеҙҙе күрҙем. Беҙҙе Вәлишә өйҙән ҡыуып сығарып,унда үҙе күсенгәс, мунсала йәшәй башлағайныҡ бит. Яуыз бер нәмәбеҙҙе лә алырға рөхсәт итмәне. Балалар иҙәнгә түшәлгән септәлә йоҡлап йөрөнө. Ыҙаланып булһа ла аяҡ менән балсыҡ баҫып, самандан төкәтмә эшләп ҡуйҙыҡ мунсаға. Түбәһен дә лапаҫ һымаҡ эшләнек. Көндәшемдең оло ҡыҙы Тайышта кейәүҙә ине. Беҙҙең хәлде ишеткәс бер кәзә килтереп киттеләр. Һөтлө ине, мәхлүк, ярҙамы ҙур булды. Үҙе йыл да өс бәрәс килтерҙе.
Аталарын алып киткән йылдыүк малайҙарым анау Михәлский урыҫтарына көтөү көтөргә ялланды. Үҙем ҡыҙҙарымды алып шуларға тиҙәк һуғырға, бәрәңге утарға, ҡаҙырға йөрөнөм. Мейестәрен дә сығарҙым, тун да тектем. Эшләгәнебеҙ өсөн он, бәрәңге бирә торғайнылар. Шәйхетдинемдең знакумдары иҫкерәк кейемдәренән дә өлөш сығарғыланы. Шулай ыҙаланып булһа ла балаларым аҡрынлап аяҡҡа баҫты. Үҙҙәре эшкә әрһеҙ ҙә, ҡулдары ла оҫта булды. Билдәре нығынғас малайҙарым таш сығарып, уны ташып урыҫтарға һарайҙар, келәттәр һалды. Бер йылды колхоздарына таштан мал һарайы төҙөгәйнеләр, эш хаҡына тана, байтаҡ ҡына иген бирҙеләр. Үҙебеҙҙе, кулак балалары тип, колхозға яҡын да ебәрмәнеләр бит инде. Һыйырлы булғас, үҙебеҙгә лә һарай һымаҡ нәмә әтмәлләп ҡуйҙыҡ.
Ә бер йылды Михәлский колхозы улдарымды яллап ағас ҡырҡырға ебәрҙе. Шунда балаҡайҙарым үҙебеҙгә лә бер өйлөк ағас әҙерләгән. Вәлишә беҙҙең йортҡа күсенеп оҙаҡ йәшәй алмағайны. Йәшен утынан өй ҡапыл янып китеп, ҡоро нигеҙе генә тороп ҡалды. Бала тапмаған ҡатыны менән яуыз шунда тонсоғоп үлде. Кеше ҡарғышы барыбер ебәрмәй бит ул.
Бына шул аталары ҡорған нигеҙгә өй һалырға булды уландарым. Ағасын ташып үҙҙәре бураны. Ә мин ҡыҙҙарым менән Әпкәләй һаҙынан мүк йолҡоп әҙерләнек.
Йырлаша-көлөшә, бик күңелле итеп күтәрҙек өйҙө. Түбәһен һаламдан ябып торҙоҡ. “Әҙерәк хәлләнгәс, барыбер ҡалайҙан ябабыҙ”, тигәйне улдарым. Ылыҫ еҫе аңҡытып торған ҡарағас бүрәнәнән төҙөлгән өйгә күсенеү ҙур байрам булды. Балаҡайҙарымдың шатлыҡтан балҡыған йөҙҙәре әле һаман күҙ алдымда тора. Ҡыуанысымдан рәхәтләнеп иланым мин ул көн.
Ҡарсыҡ һүҙе менән бергә сәйен эсеп бөтөрә лә, “эш күп, сыға һалайым”, -тип тышҡа йүнәлә. Көн оҙоно ихатаһында эш менән мәшғүл була ул был көндө. Утынлыҡтан нәҙегерәк ағас килтереп, ауырға торған ҡоймаһына терәй, йорт тирә-янындағы әрекмән, кесерткәндәрҙе йолҡа, һепертке тотоп өй алдын һеперә. Йортоноң бүрәнәләрен ҡытыршы устары менән һыйпай-һыйпай йырлаштырғылап алырға ла онотмай.
Шәмбе төшө
Киленен тәҙрәгә ҡапланған килеш ҡаршылай был иртәлә ҡарсыҡ. Уның килгәнен күреп ҡалғас та ишек төбөнә йүнәлә һәм йоҙаҡ асылыу менән Мәфрүзә әбейҙе өйгә индереп тә тормай үҙе тышҡа сыға һала.
-Киттекме? – тип һораған була ла, килененең яуабын да көтөп тормай алдан төшөп үҙенән алыҫ та йәшәмәгән Мәфрүзә әбейҙең йортона йүнәлә. Ихаталарына барып инеү менән өй бүрәнәләрен яратҡылап ала.
-Иҫ китерлек шәп төш күрҙем. Был төшөмдә һин дә бар, килен, -ти ул Мәфрүзә әбейгә серле йылмайып. – Әйҙә, сәй эскәндә иркенләп һөйләрмен.
Мәфрүзә әбей был көндө сәй табынын үҙенең өйөндә әҙерләй. Сөнки ҡарсыҡтың нисек тә бында килергә тырышасағын белә ул. Бөгөн һөйләшәсәк “төштә” ҡәйнәһе өсөн бик тә ҡәҙерле булған ошо өй ҙә бар. Ул төш Мәфрүзә әбейҙең дә ғүмеренең иң ҡәҙерле мәле, тәүге һәм һуңғы мөхәббәте хаҡында ла.
-Төшөмдә барыбыҙ ҙа йыйылышып киске ашты ашап ултырабыҙ икән, тим, -тип сәй табынына ултырыу менән һүҙен башлай ҡарсыҡ. – Шунда өлкән улым Ғәйфулла: “Әсәй, кәләш әйттерергә ине бит әле”, -ти. Мәйтәм: “Бик мәслихәт”. Уның, һинең, икенсе улым Ғәлиулланың Ғәфифә ҡыҙы артынан сабыулағандарын белә инем инде ул саҡ. “Бында алып ҡайтһам тығынға тура килә, үҙемә өй һалырға ине. Бына ҡустыларым да ярҙамлашабыҙ, тип тора”, -ти Ғәйфуллам. “Нисегерәк һалырһығыҙ икән, әле быныһының осона саҡ сыҡтыҡ”, -тим. “Әбеш леснигы таштан һарай һалып бирһәгеҙ, бер буралыҡ ағас, иҙән-түшәмлек таҡта бирәм, ти. Мәрҙән ағайҙан тороп ҡалған һарай менән келәт емерелеп ултыра. Һин рөхсәт итһәң, шуларҙың ташын һүтеп алыр инек”, -ти балам. Себер ҡыуылған ҡустымдың төҫө итеп күргән донъяһын бөтөртәһем килмәһә лә ризалаштым инде.
Балаҡайҙарым яҙ башынан эшкә тотоноп, һарайын да һалды, ошо өйҙө лә төҙөп ултыртты. Өй ҙә әҙер булды, һине лә яусылап барҙыҡ бит инде. Әле лә күҙ алдымда тора: беҙ улым менән барып ингәс һин атайыңдың ҡушыуы буйынса йүгереп йөрөп самауыр әҙерләй башланың. Үҙеңдең йөҙөң бешкән алмалай ҡып-ҡыҙыл. Ҡарашыңды беҙҙең яҡҡа ташлап алырға ла оялаһың. Ә Ғәйфуллам шатлыҡ менән тулы күҙҙәрен һинән алмай ҙа тип әйтерлек. Атайың: “Булдыҡлы, ныҡлы нәҫел”, - тип һине улыма бирергә шунда уҡ риза булды. Үҙебеҙсә туй һымаҡ бер нәмә лә үткәрергә һөйләштек.
Никах көнөгөҙ ҙә бөгөнгөләй хәтеремдә. Атайың, ике ағайың, минең өс улым, Әхмәҙулла мәзин һикегә теҙелешкән. Беҙ, ҡатын-ҡыҙ шаршау менән бүленгән кесе яҡта тығылышҡанбыҙ. Һинең өҫтөңдә бала итәкле зәңгәр күлдәк. Ризалығыңды һорағанда тауышың саҡ-саҡ сыҡты. Ишетмәгәс мәзин ҡат-ҡат һораны.
Шул көндө үк һине төшөрөп, туй ашына ла йыйылдыҡ. Уға тип бер кәзә бәрәне һимерткәйнек. Башҡаһы булмаһа ла аш мул булды. Атайың менән әсәйеңде оҙатҡас, йәштәр бейешеп тә алды. Ғайзуллама туйына тип борсаҡлы сатиндан күлдәк тегеп биргәйнем. Шуның иҙеүҙәрен ысҡындырып ебәреп,үҙе ҡайыштан әтмәлләп алған сандалиҙары менән тыҡылдығын сығарған була, балаҡайым. Ә мин берсә Ғәйфулламды ошо ҡыуаныслы көнгә килтереп еткерә, башҡаларын да аяҡҡа баҫтыра алыуыма ҡыуанам, берсә аталары был көндө күрә алманы бит, тип һыҙланам. Башҡаларға һиҙҙермәй генә шатлыҡҡа ла, ҡайғыға ла мансылған күҙ йәштәремде лә түгеп алдым шикелле.
“Төшөнөң” ошо еренә еткәс ҡарсыҡ һөйләүенән туҡтай һәм яулыҡ осо менән йәштәре күптән ҡороп бөткән күҙҙәрен һөрткөләп ала. Бер аҙ шым ултырғас:
-Нишләп ауырға уҙманың әле һин, әллә оялышып икегеҙ ике мөйөштә яттығыҙмы? Мин дә Шәйхетдинемде тәүҙә өс төн буйы яҡын ебәрмәгәйнем, -тип килененә текләшә.
-Ошо ҡәйнәмдең…, -тип Мәфрүзә әбей оялғандай итә лә, өҫтәп ҡуя. – Юҡсы! Ике төн генә йоҡлап ҡалдыҡ бит, һуғыш сыҡты.
-Эй, шулай бит әле…уныһы ла бар төшөмдә, -ти ҙә ҡарсыҡ һүҙен дауам итә. – Аяҙ көндө йәшен атҡандай килеп сыҡты инде ул һуғыш. Улдарымды колхозға алмаһалар ҙа, һуғышҡа ала һалдылар. Икенсе көндө үк өсөһөн дә әпкиттеләр. Балаҡайҙарым аталарына оҡшап бик матур тауышлы ине. Башҡалар янына арбаға менеп ултырғас, эй моңло итеп йырлап ебәрҙеләр инде. Кесе улым Ғәйзулла ат ҡылынан яһап алған скрипкәһендә уйнаған була. Уландарымдың үҙәктәргә үтерлек йырын бар ауыл һыҡтай-һыҡтай тыңланы. Мин дә ҡыҙҙарымды ҡосаҡлап илап тороп ҡалдым. Һин Ғәйфулла ултырған арба артынан йүгереп барған булдың. Һыртҡа менеп күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым.
Ҡарсыҡтың төшө ошо урында тамамлана.Һүҙенән туҡтағас, килененән тағы бер сынаяҡ сәй яһатып эсә лә, урынынан тороп, өй бүрәнәләрен һыйпаштырғылап, иҙән буйлап йөрөй башлай. “Бер ҙә бирешмәгән…Өйҙө һаҡла, таҙа тот, ҡайтһа, ирең һуҡраныр әтеүсә”, -тип һөйләнгеләп тә ала.
Төшкә тиклем шулай, бер ултырып, бер тороп йөрөштөргөләп, ваҡытын үткәрә лә, тамағына ашатҡас: “Ҡайта һалайым, үҙемдекеләрҙе көттөртөп ултырмайым”, -тип өйөнә йүнәлә һәм ҡараңғы төшкәнсә тәҙрәһе төбөндә ултыра.
Йәкшәмбе төшө
Был көндө Мәфрүзә әбей төш етер алдынан ғына ҡәйнәһенең бикле ишеген аса. Һуңлап йөрөһә лә, ҡарсыҡ уның килеп ингәнен һиҙмәй ҙә шикелле. Мөйөштәре тимерҙән ҡоршалған ағас һандығын асып, ундағы әйберҙәрҙе барлай-барлай, берсә үҙ алдына һөйләнгеләп ала, берсә ҡапылдан тәрән уйға сума.
Һандыҡтан тәүҙә өсөһө бер төрлө кәләпүш сығара ул һәм: “Бынауһы Ғәлиулланыҡы булды, шикелле, туҙыңҡыраған.Әрпешерәк ине шул, балаҡайым. Быныһы бәләкәйерәге, Ғәйзулланыҡылар инде.Эй, күҙ нурым, тегеп биргәс тә ҡалай ҡыуанғайны…Өсөһө лә баштарынан сисмәй йөрөттө. Һуғышҡа киткәндә беҙҙең төҫөбөҙ итеп һаҡла, тип ҡулдарыма тотторҙолар”, -ти ҙә уларҙы һыйпап-һыйпап ала. Аҙаҡ берәм-берәм ҡыҙҙарының күлдәктәрен сығарып, күкрәгенә ҡыҫа.”Быныһы Гөлъямалымдыҡы..., быныһы Гөлбикәмдең төҫө… Итәк осо һүтелә башлағаны Гөлфирәмдеке, тегеп бирергә форсат тапмағайным шул. Бала еҫе лә, аҙ ғына тир еҫе лә сыға күлдәктәренән”, -тип уларҙы битенә терәп, еҫкәштергеләп ала.
Көсләй-көсләй саҡ бер сынаяҡ сәй эсерә Мәфрүзә әбей ҡәйнәһенә был көн. Уныһы сынаяғын ҡуйыу менән ҡабат һандығы янына шыуыша.
-Һөйләй алырмынмы икән был төшөмдө, бигерәк йөрәкте өҙөрлөк бит әле, -ти ул килененә ҡарамай ғына.
-Эсеңдә ҡалдырма, бушат күңелеңде, -тип ҡуя Мәфрүзә әбей.
Ҡарсыҡ уның һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәй, бары балаларының әйберҙәрен барлауын белә. Байтаҡ ваҡыт үткәс кенә “төшөн” бәйән итә башлай ул.
-Һуғыш сыҡҡандың икенсе йылы, ерҙең ҡарҙан саҡ асылған мәле икән, тим. Ҡыҙҙарым иртүк башаҡҡа киткәйне.Көҙөн ер туңғанын да көтөп тормай, ҡар бик иртә яуып ятҡайны. Колхоздың бер баҫыуының игенен дә йыйып алырға өлгөрмәнеләр, тотошлайы менән ҡар аҫтында ятып ҡалды. Бына шул иген күренеү менән ауылдың бар бала-сағаһы башаҡ йыйырға йүгерҙе.
Өйҙә бер үҙем генә инем, ҡапыл ғына хат ташыусы Зарифа килеп инде. Үҙенең бит-башы илауҙан шешенеп бөткән. “Күпме йөрөттөм, инде түҙер әмәлем ҡалманы. Мә, Минзифа инәй”, -тине лә ҡулыма өс хат тоттороп, сығып та йүгерҙе. Ул килеп инеү менән йөрәгем “жыу” итеп киткәйне инде. Ҡалтыраған ҡулдарым менән хаттарҙы асып уҡыйым. Әммә унда яҙылғандар башыма барып етмәй.Балаларының үлеме тураһында әсәһенә килгән хәбәрҙе мейе ҡабул итергә теләмәйҙер инде, күрәһең. Шунда ҡапыл алҡымыма әле һаман йотоп ебәрә алмаған ҡаты бер төйөн килеп тығылды. Ҡапылдан бәғре ҡатҡан кешеләй, илай ҙа алмайым. Ҡайғылы хәбәрҙән ҡотолорға теләпмелер, бәлки ҡыҙҙарым белмәһен типтер, хаттарҙы янып торған усаҡҡа ташлауым хәтеремдә бары.
Иҫһеҙ килеш кискә тиклем бер урында ҡатып тик ултырғанмын күрәһең. Берәр тоҡ башаҡ күтәргән ҡыҙҙарымдың шатланып ҡайтып инеүҙәре генә айнытып ебәрҙе. Улар үҙҙәренең аҙмы-күпме ризыҡ йүнәтә алыуҙары ҡыуанысынан минең ниндәй хәлдә булыуыма иғтибар ҙа итмәнеләр, шикелле. Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә нисек туйғансы башаҡ ыуып ашауҙарын, хәҙер ҡурмас ҡыҙҙырып һыйланасаҡтарын, иртән тағы барасаҡтарын һөйләнеләр. Кесе ҡыҙым Гөлбикәнең миңә һырылып: “Ҡул тирмәнендә он итеп тартып, беҙгә көлсә бешерерһең, йәме, әсәй”, -тигәне хәтеремдә…
Иҙәнгә ашъяулыҡ йәйеп ҡыҙҙарым башаҡ ыуырға ултырҙы. Иң тәүҙә танауынан ҡан китеп Гөлбикәм ауып төштө, унан Гөлъямалым, аҙаҡ Гөлфирәм тәгәрәне…
Төшө ошо урынға еткәс, ҡарсыҡ ҡыҙҙарының күлдәктәрен ҡулына ала һәм уларҙы күкрәгенә ҡыҫҡан килеш бер аҙ тын ултыра. Мәфрүзә әбей ҡәйнәһенең яуырынынан ҡосаҡлап илап ала. Шунан һуң ғына ҡарсыҡ һүҙен дауам итә.
-Ошо күлдәктәрен систереп алып өсөһөн дә яланғас килеш һикегә теҙеп һалдым. Һыу йылытып яҡшылап йыуҙым, бәпестәремде. Юрған тыштарын һүтеп кәфенлек әҙерләп ураным.Иртәгеһен ҡул арбаһы менән кәүҙәләрен зыяратҡа ташыным.
Ул төн, көн ауыл өҫтө илау-һыҡтауға күмелде. Күтәреп тә, минең һымаҡ арбаға һалып та ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен зыяратҡа илтте. Бер көн эсендә генә илле ике бала ағыулы башаҡ ашап үлеп ҡуйҙы.
Үҙем ҡәбер ҡаҙҙым, үҙем зыярат ҡылдым, балаҡайҙарыма…
Былары ҡарсыҡтың һуңғы төшөнөң һуңғы һүҙҙәре. Артабан уның һөйләр бер нәмәһе лә юҡ. Күрәһең, 1942 йылдың ҡәһәрле бер көнө бар балалары менән бергә уның үҙен дә “үлтергән”, ул-ҡыҙҙары менән мәңгегә хушлашҡас, уның өсөн йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаған, уның өсөн тормош бөтөнләй һүнгән. Был донъяла бар ҙа, юҡ та ул.
Мәфрүзә әбей ҡарсыҡты һандығы янында балаларының кейем-һалымына күмелеп ултырған көйө ҡалдырып ҡайтып китә. Ә бер көндө шул һандығына һөйәлеп кенә үлеп ултырған килеш тапты ул уны.
 
 
Автор:Мөҙәрис Багаев.
Читайте нас: