Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь , 12:18

Ишембай районында интернет мөмкинлектәре киңәйә

“Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте байтаҡ яңы хеҙмәттәр тәҡдим итә.

Ишембай районында интернет мөмкинлектәре киңәйә

Ишембай районы хакимиәтенең милли проекттарҙы һәм программаларҙы администрациялау бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Асыҡ интернет” проектына ярашлы, Арлар, Әхмәтрәхим, Ғүмәр, Кинйәкәй, Көҙән һәм Һайран ауылдарында интернет, һанлы интерактив телевидение һәм IP-телефония барлыҡҡа килде. Был эшкә “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте күп көс һалды.

Ошо көндәрҙә Ишембай районы хакимиәтендә “Башинформ” йәмғиәте етәкселеге менән кәңәшмә булды. Унда ошо йүнәлештәге эште дауам итергә ҡарар ителде, шулай уҡ интернет тиҙлеген арттырыу, мәғариф учреждениеларына видеокүҙәтеү системаларын ҡуйыу мәсьәләләре тикшерелде.

Район халҡының һанлы хеҙмәттәргә ихтыяжы һаҡланып ҡала, шул уҡ ваҡытта компания байтаҡ яңы хеҙмәттәр тәҡдим итә. Муниципалитетты видео системалары ярҙамында һаҡлауҙы һәм техник хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарына идара итеүгә йүнәлтелгән “Хәүефһеҙ ҡала” проекты ҡыҙыҡһындырҙы. “Ростелеком” компанияһы урамдағы яҡтылыҡ системаһын һәм ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу мөмкинлеген биргән инвестиция проекттарында ла ҡатнашырға тәҡдим итте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Сығанаҡ:  https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/179742

Лилия Давлетбакова
 
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.